Төп менюны асырға

Ғатауллин Рөстәм Шакирйән улы

иҡтисадсы, статистик, дәүләт хеҙмәткәре, йәмәғәт эшмәкәре, тыуған яҡты өйрәнеүсе.
(Рөстәм Нурыев битенән йүнәлтелде)

Ғатауллин Рөстәм Шакирйән улы, Рөстәм Нурыев (2 август 1963 йыл) — иҡтисадсы, дәүләт хеҙмәткәре, йәмәғәт эшмәкәре һәм тыуған яҡты өйрәнеүсе. Рәсәй Федерацияһы дәүләт граждандар хеҙмәтенең 1-се класлы кәңәшсеһе (2005). Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының Журналистар союзы ағзаһы (2018)[1]. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы (2003), Статистика отличнигы (2010). Башҡорт Википедияһы ирекмәне (2005) һәм хакимы (2006), «Башҡортостан викимедиасылары» төркөмө ағзаһы (2015). «Викимедиа РУ» Рәсәй йәмғиәт ойошмаһынының «Вики-премия» лауреаты (2014, 2018). «Мәсәтле районының 100 данлыҡлы исеме» проекты дипломанты (2019).

Ғатауллин Рөстәм Шакирйән улы
Рәсем
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 2 август 1963({{padleft:1963|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) (56 йәш)
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Мәсетле районы, Ләмәҙтамаҡ
Һөнәр төрө иҡтисадсы, статистик, дәүләт хеҙмәткәре, тыуған яҡты өйрәнеүсе, йәмғиәт эшмәкәре, викимедиец, википедист
Биләгән вазифаһы Рәсәй Федерацияһы дәүләт граждандар хеҙмәтенең 1-се класлы кәңәшсеһе[d]
Ҡушамат Рөстәм Нурыев
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Уҡыу йорто Өфө статистика, информатика һәм иҫәпләү техникаһы колледжы
Бөтә Рәсәй ситтән тороп уҡыу финанс-иҡтисад институты[d]
Commons-logo.svg Ғатауллин Рөстәм Шакирйән улы Викимилектә

БиографияһыҮҙгәртергә

Рөстәм Шакирйән улы Ғатауллин 1963 йылдың 2 авгусында Башҡорт АССР-ы Мәсетле районы Ләмәҙтамаҡ ауылында тыуған.

1970—1979 йылдарҙа Ләмәҙтамаҡ урта мәктәбендә (хәҙерге ваҡытта Вафа Әхмәҙуллин исемен йөрөтә) белем ала.

1979—1983 йылдарҙа Өфө иҫәпте механизациялау техникумында (хәҙерге Өфө статистика, информатика һәм иҫәпләү техникаһы колледжы) уҡый.

1983—1985 йылдарҙа Совет Армияһында хеҙмәт итә.

1985—2001 йылдарҙа Мәсетле районында эшләй.

1999 йылда ситтән тороп Бөтә союз финанс-иҡтисад институтын тамамлай.

2001 йылдан Өфөлә йәшәй һәм эшләй.

Хеҙмәт юлыҮҙгәртергә

1985—1998 — механик, инженер-проектировщик, инженер-программист вазифаларын башҡара, Мәсетле районының статистик бүлегенең етәксеһе була.

1998—2001 йылдарҙа Мәсетле биләмәһе статистик бүлегенең етәксеһе була.

2001—2003 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының статистика буйынса Дәүләт комитеты етәксеһе урынбаҫары.

2003—2005 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының статистика Комитеты етәксеһенең урынбаҫары.

2005 йылдан алып Дәүләт статистикаһы Федераль хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса территориаль органы етәксеһе урынбаҫары.

18 фәнни хеҙмәте баҫылып сыҡҡан.

Йәмәғәт эшмәкәрлегеҮҙгәртергә

фоторәсемдәр

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәреҮҙгәртергә

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы (2003)
  • Статистика отличнигы (2010).
  • «Совет Армияһы алдынғыһы» билгеһе (1985).
  • «Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу буйынса күрһәткән ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы
  • «Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыуҙа күрһәткән ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы
  • «2002 йылда Бөтә рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙа әүҙемлеге өсөн» билгеһе
  • 2014, 2017 йылдар Вики-Премияһы лауреаты.
  • «Хеҙмәт ветераны» исеме ()
фоторәсемдәр

КитаптарыҮҙгәртергә

  • Ҡошсо ырыуы ауылдары. Мәғлүмәт йыйынтығы. — Өфө, 2007. — 132 бит
  • Беҙ — Мәсетле! 1-се китап: Һәр беребеҙ мөһим. — Өфө, 2014. — 237 бит

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

ҺылтанмаларҮҙгәртергә