Дәүләтбаев Булат Сабир улы

Дәүләтбаев Булат Сабир улы (27 июль 1937 йыл — 3 июль 2020 йыл) — башҡорт тарихсыһы, тарих фәндәре кандидаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре.

Дәүләтбаев Булат Сабир улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 27 июль 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})
Тыуған урыны Оло Аҡа, Мәсетле районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 3 июль 2020({{padleft:2020|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:3|2|0}}) (82 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Рәсәй
Һөнәр төрө ғалим
Эшмәкәрлек төрө тарих
Эш урыны Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Ғилми исеме доцент[d]
Ғилми дәрәжә тарих фәндәре кандидаты[d]

Биографияһы

үҙгәртергә

1937 йылдың 27 июлендә Башҡортостандың Мәсетле районы Оло Аҡа ауылында тыуған.

  • 1962 йылда Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетын тамамлаған;
  • 1962—1966 йылдарҙа — Оло Аҡа урта мәктәбендә тарих уҡытыусыһы;
  • 1969—1973 йылдар — кесе ғилми хеҙмәткәр (СССР ФА Башҡортостан филиалы, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты);
  • 1973—1978 йылдар — өлкән ғилми хеҙмәткәр (СССР ФА Башҡортостан филиалы, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты);
  • 1978 йылдан Башҡорт дәүләт педагогия иститутында уҡыта.

Әҫәрҙәре:

  • Крестьянская реформа 1861 г. в Башкирии. — М., 1983;
  • Н. В. Ремезов. Быль в сказочной стране. — Уфа, 1986;
  • Сабля Салавата Юлаева// Уральский следопыт. 1987, № 5;
  • Большая Ока. История села. — Уфа, 1992;
  • Тептяри // Малоизученные источники по истории Башкирии. — Уфа, 1986;
  • Дәүләтбаев Б. С. Һинең шәжәрәң. Из истории Дуван-Мечетлинского края. Выпуск I—V. с. Большеустьикинское, 1996—1997
  • Мечетлинский район Республики Башкортостан. Краткая энциклопедия. — Уфа, 2000.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Вспоминая известного историка Булата Давлетбаева 2021 йыл 30 ноябрь архивланған.