Тәмәке (үҫемлек)
Был мәҡәлә Башҡорт Википедияһының яҡшы мәҡәләләр исемлегенә инә. |
Тәмәке (лат. Nicotiána) — эт ҡарағаты һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған, аҡ, алһыу йәки ҡыҙыл суҡ сәскәле, япрағы никотинға бай үлән, шул үләндең тартыу, еҫкәү йәки сәйнәү өсөн киптереп ваҡланған япрағы[1]; Эт ҡарағаты (Solanaceae) ғаиләһенән күп йыллыҡ һәм бер йыллыҡ үлән үҫемлектәр ырыуы. Составында никотин бар, наркотик сара булараҡ үҫтерелә. Тәмәке ҡулланыу (тартыу, сәйнәү, еҫкәү) бәйләнгәнлекә килтерә[2][3].
Тәмәке (үҫемлек) | |||||||||||||||||||||
Тәмәке (Nicotiana tabacum) | |||||||||||||||||||||
Фәнни классификация | |||||||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
арауыҡтағы ранг
| |||||||||||||||||||||
Халыҡ-ара фәнни исеме | |||||||||||||||||||||
Nicotiana L. (1753) | |||||||||||||||||||||
Синонимдар | |||||||||||||||||||||
Төр өлгөһө | |||||||||||||||||||||
|
Ҡылыҡһырлама
үҙгәртергәТәмәке — бер йыллыҡ һәм күп йыллыҡ үлән үҫемлектәр һәм ҡыуаҡтар. Үҫемлек Төньяҡ Америкала таралған, етмешләп төрҙө берләштерә. Тамыры оҙон, 2 метрға яҡын. Һабағы тура, тармаҡланған. Япрағы тоташ, тигеҙ ситле. Сәскәлеге һепертке һымаҡ. Тажы бүкән һымаҡ формала йәшел, һары, алһыу төҫтә.
Емеше — күп емешле тартма, өлгөлгәс шартлап ярыла. Ваҡ ҡына овал формаһындағы емештәре ҡара-көрән төҫтә,бөтә ерҙә лә шыталар.
Тәмәкенең ҡоротҡостары күп, улар араһында колорадо ҡуңыҙы, япраҡ күбәләктәре.
Үҫтереү һәм ҡулланыу тарихы
үҙгәртергәXV быуат аҙағында атаҡлы Португалия сәйәхәтсеһе Христофор Колумб Америка ҡитғаһын аса. Был мөғжизәле ерҙән Колумб һәм уның диңгеҙселәре Европаға төрлө экзотик емештәр менән бергә тәмәке лә алып ҡайта. Шунан башлап Европала, аҙағыраҡ Азияла һәм башҡа ерҙәрҙә тәмәке тартыу ғәҙәте тарала. Европалылар тәмәкенең нимә икәнен белмәй әле. Иң беренсе булып Христофор Колумб экспедицияһында ҡатнашыусылар таныша. Улар индейҙар япраҡтарҙы төрөп трубкаға беркетеп ҡуйыуҙарын, осонда ут күренгән трубканы һурып, ауыҙҙарынан төтөн сығарыуҙарын күргән. Был трубканы индейҙар «сигаро» тип атаған.
XVI быуатҡа тиклем тәмәке тик Төньяҡ һәм Көньяҡ Америкала ғына үҫә. Европаға тәмәкене 1493 йылда Колумбтың икенсе экспедицияһы ваҡытында испан монархы Роман Панно алып ҡайта. 1556 йылда француз сәйәхәтсеһе Андре Теве Бразилиянан тәмәке орлоғо алып килеп, Францияла үҫтерә башлай. Португалиялағы Франция илсеһе Жан Нико уны баш ауыртыуы (мигрень) менән яфаланыусы Екатерина Медичиға бирә. Нико тәҡдиме менән королева тәмәкене ваҡлай һәм еҫкәй. Ысынлап та, бер ни ҡәҙәр ваҡытҡа был уға еңеллек килтерә, һәм Жанно Нико хөрмәтенә был дауа сараһын Екатерина Медичи никотин тип атай. Шулай итеп, тәмәкене һәр төрлө ауырыуҙарҙан дауаланыу сараһы итеп ҡуллана башлайҙар. Ләкин был оҙаҡ дауам итмәй. Тәмәке менән йыш ағыуланыу, тәмәке тартыу нәтижәһендә килеп сыҡҡан янғындар кешеләрҙе аптырашта ҡалдыра. Ниһайәт, улар тәмәкенең зарарлы әйбер икәненә төшөнә.
Рәсәйгә тәмәкене инглиз саүҙагәрҙәре алып килә. Ул ваҡытта тәмәкене тартыу һәм еҫкәү ҡәтғи рәүештә эҙәрлекләнә.Тотолған кеше төрлөсә язалана, ҡамсы менән һуҡтырыла, ә тәмәке һатыусыларҙың танауын киҫәләр һәм һөргөнгә ебәрәләр. Власҡа Петр I килгәс, тәмәкене тыйыу турыһындағы законды юҡҡа сығара. Шунан һуң кешеләр тәмәке тартыуға тартыла башлай.
Тәмәке төрҙәре
үҙгәртергәТәмәке ырыуы 75 төрҙө үҙ эсенә ала, 13 секцияларға бүленә[4]:
- Nicotiana sect. Alatae Goodsp.
- Nicotiana sect. Nicotiana
- Nicotiana sect. Noctiflorae Goodsp.
- Nicotiana sect. Paniculatae Goodsp.
- Nicotiana sect. Petunioides G.Don
- Nicotiana sect. Polydicliae G.Don
- Nicotiana sect. Repandae Goodsp.
- Nicotiana sect. Rusticae G.Don
- Nicotiana sect. Suaveolentes Goodsp.
- Nicotiana sect. Sylvestres S.Knapp
- Nicotiana sect. Tomentosae Goodsp.
- Nicotiana sect. Trigonophyllae Goodsp.
- Nicotiana sect. Undulatae Goodsp.
Тәмәкенең зыяны
үҙгәртергәТәмәке тартыу кешенең һаулығын ҡаҡшата. Һуңғы йылдарҙа йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары, үпкәнең яман шеше, бронхит, гастрит, ашҡаҙандың сей яраһы һәм башҡа ауырыуҙар йыш осрай. Улар кешегә оҙайлы ғазап килтерә, уның ғүмерен ҡыҫҡарта. Хатта үлемгә лә еткерә. Ғалимдарҙың тикшеренеүе шуны иҫбат итте: күп осраҡта һанап сыҡҡан ауырыуҙарҙың башланыу сәбәбе тәмәке тартыуға бәйле. Бынан тыш, тәмәкенең зарарлы тәьҫире арҡаһында ауыҙ тиресәһе боҙола, тештәр һарғая, улар серей башлай, иртәрәк төшә.
Үҫмер саҡта тәмәке тартыу айырыуса зарарлы. Төрлө ауырыуҙарға сәбәпсе булыуҙан тыш, тәмәке кешенең буйға үҫеүен тотҡарлай, физкультура һәм спорт менән шөғөлләнеүгә кире йоғонто яһай. Тәмәке тартыусыларҙың йөрәге, үпкәһе һәм мускулдары хәлһеҙерәк була. Улар үҙ һаулығын ғына ҡаҡшатмай. Тәмәкенең ағыуы эргә-тирәләге йәки бүлмәләге кешеләргә тағы ла нығыраҡ зарарлы.
Тәмәке үҫтереү
үҙгәртергәТәмәке япрағы тартыу, еҫкәү һәм сәйнәү өсөн ҡулланыла. Тартыу өсөн сигара һәм папирос сорттарын ҡулланалар. Сигара сорттары цилиндр формаһында төрөү өсөн япраҡтары киң һәм шыма булырға тейеш. Тәмәке культураһы Рәсәйҙә 55-се параллелдән төньяҡҡараҡ үҫтерелмәй.
Үҫеү осоро оҙайлы булғанға, үҫентеләрҙе рассадникта үҫтерәләр, һуңынан плантацияға күсереп ултырталар. Үҫтергән ваҡытта уңайһыҙ тәбиғәт шарттарынан һаҡларға кәрәк. Шытып сыҡҡан үҫентеләр һирәкләнә. Йолҡолған үҫентеләрҙе буш урынға күсереп ултыртырға мөмкин. Үҫемлектәр плантацияларғак күсерелгәс, ере йомшарһын өсөн тәпкеләргә кәрәк.
Йыйып алынған тәмәке япраҡтары киптерелә һәм әсетелә. Киптереү ҡояш нурҙары аҫтында үткәрелә. Әсетеү процессы махсус йылытылған бүлмәләрҙә башҡарыла.
Тәмәкегә ҡаршы көрәш
үҙгәртергәТәмәкенең кешегә зыян килтереүе арҡаһында һуңғы йылдарҙа уға ҡаршы көрәш киң йәйелдерелде. Был эшкә табиптар, ғалимдар ғына түгел, дәүләт эшмәкәрҙәре, төрлө ойошмалар ҙа ҡушылды. Хатта 1980 йылды Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы (ВОЗ) Тәмәке тартыуға ҡаршы көрәш йылы тип иғлан итте. Көрәш Рәсәйҙә генә түгел, ә тотош донъя күләмендә алып барыла. Ләкин тартыусылар, тәмәкенең зыянын аңлап, үҙҙәре үк был көрәшкә ҡушылмаһа, ул уңышһыҙ тамамланасаҡ.
Тәмәкенең зарары нимәлә сағыла һуң. Бик күп тикшеренеүселәрҙең иҫбат итеүенсә, тәмәкелә бик көслө ағыулы матдәләр бар: мышаяҡ, синиль кислотаһы, углерод окисе (һөрөм газы), метил алкоголе, акролин, бензоперин һәм башҡалар. Был ағыуҙарҙың хәүеф янауын түбәндәге тәжрибәләр иҫбат итә. Мәҫәлән, синиль кислотаһының 7 тамсыһы атты үлтерә, ә егерме папиростағы никотин кешенең ғүмерен өҙөргә мөмкин.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Толковый словарь современного башкирского литературного языка. (под. ред З. Г. Ураксина, 2005)
- ↑ — Курение — Большая Советская Энциклопедия 2014 йыл 29 август архивланған.
- ↑ «What causes nicotine addiction?» American Heart Association
- ↑ По данным сайта GRIN (см. карточку организма).
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Род 1320. Табак — Nicotiana L. // Флора СССР. В 30-ти томах / Начато при руководстве и под главной редакцией акад. В. Л. Комарова; Редакторы тома Б. К. Шишкин и Е. Г. Бобров. — М.—Л.: Издательство Академии Наук СССР, 1955. — Т. XXII. — С. 106—108. — 861 с. — 3000 экз.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Колумб күстәнәсе. Башкортостан.28.01. 2012.
- Тәмәке (үҫемлек) — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә Проверено 4 марта 2009 г.
- Табак, растение из семейства пасленовых // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.) Проверено 4 марта 2009 г.
- Табак в СССР на сайте «Музей торговли»
- Обучение мировых лидеров контролю над табаком
- Биотопливо из табака 2015 йыл 27 апрель архивланған. на сайте «euronews.com».