25 август

көнө
(25 августа битенән йүнәлтелде)

25 август — григориан стиле буйынса йылдың 237-се (кәбисә йылында 238-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 128 көн ҡала.

25 август
Аҙна көнө Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе
 25 август Викимилектә
август
Дш Шш Шр Кс Йм Шб Йш
      1 2 3 4
5 6 7 8 9 10 11
12 13 14 15 16 17 18
19 20 21 22 23 24 25
26 27 28 29 30 31  
2024 йыл

Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар

  Халыҡ-ара
  Милли
  Һөнәри

Башҡортостан менән бәйле шәхестәр

үҙгәртергә

0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар

үҙгәртергә
  • Камил Рәхимов (1900—25.02.1978), композитор, фольклорсы, музыкаль-йәмәғәт эшмәкәре. 1930—1938 һәм 1945—1947 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Халыҡ Комиссарҙары Советы ҡарамағындағы Республика радиолаштырыу комитетының музыкаль мөхәррире. 1948—1953 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Композиторҙар союзының яуаплы секретары, бер үк ваҡытта 1947—1957 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы ҡарамағындағы Сәнғәт эштәре буйынса идаралыҡтың фольклор кабинеты хеҙмәткәре. 1943 йылдан СССР Композиторҙар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1969).
  • Алексеев Леонид Александрович (1935—23.12.2008), ғалим-тау инженеры. 1960 йылдан Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1970—1990 йылдарҙа тау-нефть факультеты деканы. Техник фәндәр докторы (1987), профессор (1989). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1995), СССР-ҙың почётлы нефтсеһе (1978). Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең Фән һәм техника өлкәһендәге премияһы лауреаты (1999). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1981). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Стәрлетамаҡ районы Новая Деревня ауылынан.
  • Туфан Миңнуллин (1935—2.05.2012), драматург. Татарстан Республикаһының халыҡ яҙыусыһы (2005), РСФСР-ҙың (1984), Татар АССР-ының (1978) һәм Башҡортостан Республикаһының (1995) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. РСФСР-ҙың К. С. Станиславский исемендәге дәүләт (1979), Татар АССР-ының М. Йәлил исемендәге (1974) һәм Ғ. Туҡай исемендәге (1979) дәүләт премиялары лауреаты. «Почёт Билдәһе» (1974) һәм «Татарстан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2005) ордендары кавалеры.
  • Мәзитов Ғәзиз Юныс улы (1935), хеҙмәт ветераны. 1958—1966 һәм 1969—1990 йылдарҙа «Башкиргеология» производство берекмәһе хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1961 йылдан быраулау мастеры, 1988 йылдан — Көньяҡ-Көнсығыш геологик разведка экспедиция диспетчеры, 1967—1969 йылдарҙа Учалы геологик разведка экспедицияһының быраулау мастеры. СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1980). 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры (1977). Сығышы менән хәҙерге Баймаҡ ҡалаһынан.
  • Ғүмәров Риф Сәйфулла улы (1950—22.02.2010), ғалим-инженер-механик. 1976 йылдан Энергоресурстарҙы транспортлау проблемалары институты (ИПТЭР) хеҙмәткәре; 1983 йылдан өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1987 йылдан – бүлек мөдире, 1989 йылдан – директор урынбаҫары, 2001 йылдан — генераль директор урынбаҫары. Техник фәндәр докторы (1997), профессор (2000). Рәсәй Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының почётлы нефтсеһе (2000), СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1978). Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең Фән һәм техника өлкәһендәге премияһы лауреаты (2004). Сығышы менән хәҙерге Татарстан Республикаһының ҡала тибындағы Урыссу ҡасабаһынан.

1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар

үҙгәртергә

2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар

үҙгәртергә

3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар

үҙгәртергә
  • Сәғит Сөнчәләй (Сөнчәләев Сәғит Хәмиҙулла улы, 1888—27.10.1937), шағир, уҡытыусы, дәүләт хеҙмәткәре. 1926—1927 йылдарҙа Төркиәлә РСФСР-ҙың Сит илдәр халыҡ комиссариаты тәржемәсеһе; 1927—1929 йылдарҙа Башҡорт сәнғәт техникумы директоры. Сәйәси золом ҡорбаны. Сығышы менән Һарытау губернаһы Хвалын өйәҙе Иҫке Мәстәк ауылынан.
  • Мөлөков Әнүәр Бәхти улы (1923—8.01.2004), педагог, мәғариф хеҙмәткәре, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1971—1985 йылдарҙа Саҡмағош районының Саҡмағош ауылындағы 1-се урта мәктәп директоры. РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1963). Ленин (1971), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районы Иҫке Супты ауылынан.
  • Хафизов Фәйез Зәки улы (1938), ғалим-тау инженеры-геолог, геология-минералогия фәндәре докторы (1987), профессор (1994), Рәсәй тәбиғәт фәндәре академияһы (1993), Халыҡ-ара информатизация академияһы (1994), Халыҡ-ара көнсығыш нефть академияһы (1993), Халыҡ-ара минераль ресурстар академияһы (1995) академигы.

4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар

үҙгәртергә

Дөйөм исемлек

үҙгәртергә
Ай һәм көндәр
Ғинуар 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30 31
Февраль 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29
Март 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30 31
Апрель 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30
Май 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30 31
Июнь 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30
Июль 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30 31
Август 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30 31
Сентябрь 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30
Октябрь 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30 31
Ноябрь 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30
Декабрь 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30 31