Данелия Георгий Николаевич
Гео́ргий Никола́евич Дане́лия (груз. გიორგი დანელია; 25 август 1930 йыл, Тифлис (хәҙер Тбилиси)) — совет рәсәй кинорежиссёр, актёр, сценарист, публицист. СССР-ҙың халыҡ артисы (1989). СССР Дәүләт премияһы (1978), ағалы-ҡустылы Васильевтар исемендәге РСФСР дәүләт премияһы (1981), Рәсәй дәүләт премияһы лауреаты (1996)[4].
Георгий Николаевич Данелия | ||||||||||||
გიორგი დანელია | ||||||||||||
| ||||||||||||
Исеме |
Георгий Николаевич Данелия | |||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Тыуған көнө | ||||||||||||
Тыуған урыны | ||||||||||||
Вафат көнө | ||||||||||||
Гражданлығы | ||||||||||||
Һөнәре |
актёр, кинорежиссёр, сценарист, публицист | |||||||||||
Карьераһы |
1958 йыл — хәҙерге ваҡыт | |||||||||||
Наградалары |
| |||||||||||
IMDb | ||||||||||||
Данелия Георгий Николаевич Викимилектә | ||||||||||||
Биографияһы
үҙгәртергә1955 йылда Мәскәү архитектура институтын тамамлай. 1956 йылда яңы асылған Юғары режиссёр курстарына уҡырға инә, 1959 йылда уны тамамлай.
1959 йылдан — «Мосфильм» ҡуйыусы режиссёры. 1965—1969 йылдарҙа — «Мосфильм» янындағы «Эксперименталь ижад берләшмәһе» художество етәксеһе, 1975-1987й ылдарҙа — сәнғәт рәйесе, «Комедия һәм музыкаль фильмдары эксперименталь берләшмәһе» художество етәксеһе. 1987 йылдан — «Мосфильм» киноконцернының «Ритм» киностудияһының президенты һәм художество етәксеһе.
«Сережа» исемле беренсе фильмы (И. В. Таланкин менән берлектә) тәнҡитселәр һәм тамашасылар иғтибарын үҙенә йәлеп итә. «Мин шагаю буйынса Мәскәүҙә» (1964) фильмы уның програма эше була.
«Тридцать три» (1965) фильмынан башлап режиссёр сатира жанрына мөрәжәғәт итә, комедия оҫтаһына әйләнә.
1967—1970 йылдарҙа «Фитиль» сатирик журналы өсөн бер нисә миниатюра төшөрә. Иң танылған «Алкоголь файҙаһы тураһында» сюжетында (1974) актёр Евгений Леонов ҡатнаша.
Режиссер «Афоня», «Мимино», «Осенний марафон», «Кин-Дза-Дза!» фильмдары төшөрөп, билдәлелек яулай.
Георгий Николаевич үҙ фильмдарында төшә, күп сценарийҙарын яҙыусы йәки авторҙаш.
Георгий Данелия — СССР кинематографистар Союзы ағзаһы, Рәсәй сәнғәт академияһының Почётлы ағзаһы[5], Рәсәй кинематография фәне һәм сәнғәте милли академияһы академигы, «Ника» Кинематография сәнғәте Рәсәй академияһы академигы.
2003 йылдан — «Георгий Данелияның Яңы кино йолаларын һаҡлау һәм үҫтереү фонды» президенты.
Живопись, график, музыка менән мауыға, дөңгөр коллекцияһын йыйған.
Мәскәүҙә йәшәй һәм эшләй.
Ғаиләһе
үҙгәртергә- Атаһы — Николай Дмитриевич Данелия (1902—1981), инженер-тимер юлсы, бригадир, шахта етәксеһе, Мәскәү һәм СССР метро төҙөү буйынса баш инженер, генерал-майор
- Әсәһе — Мария Ивлианова Анджапаридзе (1905—1980), «Мосфильмда» ассистент, икенсе режиссёр булған; бер нисә ҡыҫҡа метражлы фильм төшөргән. Беренсе дәрәжә Сталин премияһы лауреаты (1950)
- Беренсе ҡатыны (1951—1956) — Ирина Гинзбург, адвокат
- Ҡыҙы — Светлана Николаевна Данелия, юрист
- Ейәнсәре — Ирина
- Ҡыҙы — Светлана Николаевна Данелия, юрист
- Икенсе ҡатыны (1957—1984, никах теркәлмәгән) — Любовь Сергеевна Соколова, актёр. СССР-ҙың Халыҡ артисы (1990).
- Улы — Николай Георгиевич Соколов-Данелия (1959—1985), режиссёр, шағир, рәссам. Наркотикты артыҡ ҡулланып, үлгән.
- Ейәнсәрҙәре — Маргарита Данелия, Алена Данелия
- Улы — Николай Георгиевич Соколов-Данелия (1959—1985), режиссёр, шағир, рәссам. Наркотикты артыҡ ҡулланып, үлгән.
- Өсөнсө ҡатыны — Галина Ивановна Юркова-Данелия (1944 йылда тыуған), актёр, ҡуйыусы режиссёр.
Ижады
үҙгәртергәФильмография
үҙгәртергә- Архив кадрҙары
- 2009 — Вадим Юсов («Утрауҙар» документаль циклынан)
- 2010 — Я шагаю по Москве («СССР-ҙа йырланған» фильмдары циклынан) (документаль)
Китаптар
үҙгәртергә- Данелия Г. Н. Кот ушел, а улыбка осталась. — М.: Эксмо, 2014. — 415 с. — 5000 экз. — ISBN 978-5-699-76244-6.
- Данелия Г. Н. Безбилетный пассажир: «байки» кинорежиссёра. — М.: Эксмо, 2006. — 416 с. — 5100 экз. — ISBN 978-5-699-12714-6, 5-699-12714-3.
- Данелия Г. Н. Тостуемый пьёт до дна. — М.: Эксмо, 2006. — 352 с. — 7100 экз. — ISBN 5-699-12715-3.
- Данелия Г. Н. Чито-грито. — М.: Эксмо, 2007. — 768 с. — 17 000 экз. — ISBN 5-699-17248-3, 978-5-699-17248-1. (составлена из двух предыдущих — «Безбилетный пассажир» и «Тостуемый пьет до дна»).
- Данелия Г. Н. Джентльмены удачи и другие киносценарии. — СПб.: Сеанс: Амфора, 2008. — 624 с. — (Библиотека кинодраматурга). — 5000 экз. — ISBN 978-5-367-00641-4.
- Данелия Г. Н. Не горюй! — М.: АСТ : Зебра Е, 2008. — 704 с. — (Актёрская книга). — 5000 экз. — ISBN 978-5-17-054369-4, 978-5-94663-620-9.
- Р. Габриадзе В.Токарева Г. Данелия. Мимино. — М.: Искусство, 1978. — 88 с. — 30 000 экз.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
үҙгәртергә- РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1965)
- РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1974)
- СССР-ҙың халыҡ артисы (1989)
- ССР-ҙың Дәүләт премияһы (1978) — «Мимино» фильмы өсөн (1977)
- Ағалы-ҡустылы Васильевтар исемендәге РСФСР дәүләт премияһы (1981) «Осенний марафон» фильмы өсөн (1979)[6]
- 1996 йылғы Рәсәй Федерацияһының Дәүләт премияһы (1997) — «Паспорт», «Настя», «Орел и решка» фильмдары өсөн[7]
- «Тыуған ил алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» II дәрәжә ордены (2010) — Рәсәй кинематографияһы сәнғәте үҫешенә индергән ҙур өлөшө һәм оҙайлы ижади эшсәнлеге өсөн[8]
- «Тыуған ил алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» III дәрәжә ордены (2000) — кино сәнғәтенә инлергән ҙур өлөшө өсөн[9]
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байрағы ордены (1980)
- «Почёт Билдәһе» ордены
- Намыҫ ордены (Грузия, 2000)
- Тбилиси ҡалаһының почётлы гражданы (1985)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Биография, фильмография Георгия Данелии 2005 йыл 23 октябрь архивланған. на kinomag.ru
- Георгий Данелия (инг.) Internet Movie Database сайтында(англ.) на сайте Internet Movie Database
- «Тостуемый пьёт до дна» часть первая часть вторая
- «Мне жаль, что я дожил до сегодняшнего дня» (деятели культуры о ситуации в Южной Осетии) // 11 авг 2008
- «Переход власти в другие руки был неизбежен» (деятели культуры о «революции роз» в Грузии) // ноя 2003
- д/ф «Небеса не обманешь» (Первый канал, 2015, биографический фильм,)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Deutsche Nationalbibliothek Record #118875795 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ Данелия Георгий Николаевич // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
- ↑ Georgij Danělija // (unspecified title)
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 29 мая 1997 года № 532
- ↑ Состав РАХ 2010 йыл 28 июнь архивланған.
- ↑ Георгий Николаевич Данелия. Биографическая справка, РИАНовости (25 августа 2010). Проверено 3 мая 2011.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 29 мая 1997 года № 532
- ↑ О награждении орденом «За заслуги перед Отечеством» II степени Данелии Г.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 29 августа 2000 года № 1590 «О награждении орденом „За заслуги перед Отечеством“ III степени Данелия Г. Н.». // Официальный сайт Президента России. Проверено 25 сентября 2016.