Павлов Николай Спиридонович
Павлов Николай Спиридонович (25 август 1922 йыл — 2 апрель 1978 йыл ) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. Артиллерия полкының орудие командиры, сержант. Советтар Союзы Геройы (1944).
Павлов Николай Спиридонович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 25 август 1922[1] |
Тыуған урыны | Ыҫлаҡбаш, Бәләбәй районы |
Вафат булған көнө | 2 апрель 1978[1] (55 йәш) |
Вафат булған урыны | Бәләбәй районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Хәрби звание | кесе лейтенант[d] |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | артиллерия[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергә1922 йылдың 25 авгусында Ыҫлаҡбаш ауылы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған (хәҙерге Башҡортостандың Бәләбәй районы). Сыуаш. Мәктәптә 8 класс уҡыған
1941 йылдан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. 1943 йылдың 21 декабрендә Полесье өлкәһенең Парич районы Дуброво ауылы эргәһендәге бейеклек өсөн барған алышта уның етәкселеге аҫтындағы орудие расчеты фашистарҙың 27 танкы менән һуғыша. Һөҙөмтәлә расчет тарафынан 5 танк юҡ ителә.
1943 йылдан ВКП(б)/КПСС ағзаһы. Тыуған ауылында китапханасы булып эшләгән, Еҙҡаҙғанда (Ҡаҙағстан) төҙөлөштә эшләгән.
1978 йылдың 2 апрелендә вафат була. Ыҫлаҡбаш ауылы зыяратында ерләнә.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Советтар Союзы Геройы (1944)
- «Алтын Йондоҙ» миҙалы (СССР) № 3001 (29.03.1944)[2].
- Ленин ордены (29.03.1944).
- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены.
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (06.05.1945)[3].
- «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы (06.07.1943)[4].
Хәтер
үҙгәртергәЫҫлаҡбаш урта мәктәбе бинаһында Советтар Союзы Геройы Павлов Николай Спиридоновичҡа ошондай яҙыу менән мемориаль таҡта
ҡуйылған:Беҙҙең мәктәптә Советтар Союзы Геройы Павлов Николай Спиридонович уҡыған. Артиллерист.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Исаев Ю. Н. Чувашская энциклопедия (урыҫ) — Чувашское книжное издательство, 2006. — 2567 с. — ISBN 978-5-7670-1471-2
- ↑ Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686043/793756, д. 28/36, л. 2/81—83).
- ↑ Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686196, д. 5118, л. 8, 119, 120).
- ↑ Приказ о награждении «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 682526, д. 1517).
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1988. — Т. 2 /Любов — Ящук/. — 863 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-203-00536-2.
- Подвиги их — бессмертны. — Уфа: Китап, 2000.
- Славные сыны Башкирии. Книга 3. — Уфа, 1968.
Һылтанмалар
үҙгәртергәПавлов Николай Спиридонович . «Герои страны» сайты.