Полунин Иван Александрович

Полунин Иван Александрович (25 август 1912 йыл — 2 июнь 1990 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. Уҡсылар дивизияһының взвод командиры ярҙамсыһы, өлкән сержант. Советтар Союзы Геройы (1945).

Полунин Иван Александрович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 25 август 1912({{padleft:1912|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})
Тыуған урыны Подлуб, Өфө өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 2 июнь 1990({{padleft:1990|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) (77 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, СССР
Ерләнгән урыны Өфө Көньяҡ зыяраты[d]
Хәрби звание өлкән сержант
Һуғыш/алыш Совет - Финляндия һуғышы (1939—1940) һәм Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө пехота[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ленин ордены Советтар Союзы Геройы I дәрәжә Ватан һуғышы ордены II дәрәжә Ватан һуғышы ордены «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) III дәрәжә Дан ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

Иван Александрович Полунин 1930 йылдың 25 авгусында Башҡорт АССР-ының Подлубово ауылында (хәҙерге Ҡырмыҫҡалы районында) тыуа. 1930—1939 йылдарҙа — республика ауыл хужалығы предприятиеларында төрлө вазифаларҙа һәм Өфө «Росглавхлеб» тресында эшләй. 1940 йылдың ғинуар — авгусынан Ҡыҙыл Армияла хеҙмәт итә, 1939—1940 йылдарҙа совет-фин һуғышында ҡатнаша. 1940—1941 йылдарҙа — Өфөлә «Речтрансторгпит» базаһы мөдире. 1941 йылдың июненән һуғыш аҙағына тиклем Ҡыҙыл Армияла. 1943 йылдан ВКП(б)/КПСС ағзаһы. 1945 йылдың апреленән — 3-сө Белорус фронты 43-сө армияның 319-сы уҡсылар дивизияһы 1336-сы уҡсылар ротаһының 8-се взводы командиры ярҙамсыһы, өлкән сержант. 1945 йылдың 9 апрелендә Көнсығыш пруссияның баш ҡалаһы Кенигсберг (хәҙерге Калининград) өсөн алышта беренселәрҙән булып Маринберг фортына үтеп инә, рота командирын алмаштыра, яугирҙарҙы штык һуғышына күтәрә һәм шәхсән граната менән пушканы шартлата, дошмандың 30-ҙан ашыу һалдаты һәм офицерын әсирлеккә ала. Ошо ҡаһарманлығы өсөн уға Советтар Союзы Геройы исеме бирелә. 1945 йылдың 24 июнендә Мәскәүҙә Ҡыҙыл Майҙанда үткән Еңеү парадында ҡатнаша. Демобилизациянан һуң Өфөнөң 5-се икмәк заводында эшләй, Икмәк бешереүселәр сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Башҡортостан өлкә комитеты рәйесе, Аҙыҡ-түлек сәнәғәте эшселәре профсоюзының Башҡортостан өлкә комитеты рәйесе, Башҡорт АССР-ы Социаль тәьминәт министрлығының кадрҙар буйынса өлкән инспекторы була һәм башҡа урындарҙа эшләй. 1990 йылдың 2 июнендә Өфө ҡалаһында вафат була. Көньяҡ зыяратта ерләнгән.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында.
  2. Указ Президиума Верховного Совета СССР «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында.

Һылтанмалар

үҙгәртергә