Кәлимуллин Сәмиғулла Мәсифулла улы
Кәлимуллин Сәмиғулла Мәсифулла улы (25 август 1914 йыл — 19 сентябрь 1989 йыл) — рәссам-сәхнә биҙәүсе. 1946–1974 йылдарҙа Башҡорт дәүләт академия драма театры рәссамы. 1954 йылдан СССР-ҙың Рәссамдар, 1947 йылдан — СССР-ҙың Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1955).
Кәлимуллин Сәмиғулла Мәсифулла улы | |
Заты | ир-ат |
---|---|
Гражданлығы |
![]() ![]() |
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 25 август 1914 |
Тыуған урыны | Рәсәй империяһы, Өфө губернаһы, Златоуст өйәҙе, Баҡал (Силәбе өлкәһе) |
Вафат булған көнө | 19 сентябрь 1989 (75 йәш) |
Вафат булған урыны | СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Өфө |
Һөнәр төрө | рәссам |
Уҡыу йорто | Өфө сәнғәт училищеһы |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Статус авторского права как автора | работы защищены авторским правом[d] |
БиографияһыҮҙгәртергә
Сәмиғулла Мәсифулла улы Кәлимуллин 1914 йылдың 25 авгусында Өфө губернаһының Златоуст өйәҙе Баҡал ҡаҙна руднигы ҡасабаһында[1] тыуған.
1940 йылда Өфө сәнғәт училищеһын тамамлай һәм Баймаҡ колхоз-совхоз театрының (хәҙер Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры) директоры була.
Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, фронтҡа китә. Кесе лейтенант булып запасҡа ҡайта[2].
1946 йылдан 1974 йылға тиклем Өфөлә Башҡорт дәүләт академия драма театрында рәссам булып эшләй.
Театрҙа Сәмиғулла Кәлимуллин 30-ға яҡын спектаклде биҙәй, шул иҫәпкә Уильям Шекспирҙың «Отелло» (1954), Лев Толстойҙың «Тере мәйет» (1958); Әнғәм Атнабаевтың «Ул ҡайтты» (1960), Ибраһим Абдуллиндың «Онотолған ант» (1967); Зәйнәб Биишеваның «Нәҙер» (1974), Мостай Кәримдең «Ҡыҙ урлау» (1958) әҫәрҙәренә ҡуйылған спектаклдәре лә инә.
Рәссамдың эштәре Өфөлә М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында, Мәскәүҙә А. А. Бахрушин исемендәге театр музейында һаҡлана.
КүргәҙмәләреҮҙгәртергә
Сәмиғулла Мәсифулла улы 1938 йылдан алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Мәскәүҙә башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында (1955), Ленинградта БАССР мәҙәниәте көндәрендәге күргәҙмәләрҙә ҡатнаша (1969).
Өфөләге шәхси күргәҙмәләре (1964, 1973).
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәреҮҙгәртергә
- БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1955)
ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә
- ↑ хәҙер Силәбе өлкәһенең Баҡал ҡалаһы
- ↑ Портал «Память народа» (рус.) (Тикшерелеү көнө: 22 август 2018)
ҺылтанмаларҮҙгәртергә
- Театральная энциклопедия
- Кәлимуллин Сәмиғулла Мәсифулла улы // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Региональное отделение Всероссийской творческой общественной организации «Союз художников России» Республики Башкортостан