18 март
көнө
(18 марта битенән йүнәлтелде)
18 март — григориан стиле буйынса йылдың 77-се (кәбисә йылында 78-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 288 көн ҡала.
18 март | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
18 март Викимилектә |
← март → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | ||||
4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 |
11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 |
18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 |
25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 | 31 |
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Ер: Электр ҡырынғыстың тыуған көнө.
- АҠШ: «Атай-әсәйҙәрегеҙҙе кисерегеҙ» көнө.
- Мәктәпкәсә белем биреүселәргә рәхмәт әйтеү көнө.
- Аруба: Флаг һәм гимн көнө.
- Беларусь: Эске ғәскәрҙәр көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Ҡырым Республикаһының Рәсәйгә ҡушылған көнө.
- Баян, аккордеон һәм гармун көнө.
- Франция: Париж коммунаһы көнө.
- Беларусь: Эске ғәскәрҙәр көнө.
- Монголия: Ир-аттар байрамы (Хәрбиҙәр көнө).
- Рәсәй Федерацияһы: Һалым полицияһы хеҙмәткәрҙәре көнө.
- Һиндостан: Ҡорал заводтары көнө.
- 1900: Нидерландтың «Аякс» футбол клубы ойошторола.
- 1942: Бәләбәй энергомеханика заводы эш башлай.
- 1944: БАССР-ҙың 25 йыллығы исемендәге самолёттар эскадрильяһын төҙөүгә 80 миллион һум аҡса йыйған республика халҡына
И. В. Сталиндан Рәхмәт телеграммаһы килә. - 1960: СССР-ҙың Үҙәк телевидениеһында «Клуб путешественников» тапшырыуының тәүге эфиры.
- 1965: СССР-ҙың лётчик-космонавы Алексей Леонов кешелек тарихында беренсе булып асыҡ йыһанға сыға.
- 2014: Ҡырым Республикаһы Рәсәйгә ҡушыла.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
үҙгәртергә0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Юнысов Марат Сабир улы (1940), ғалим-химик. 1990 йылдан Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәгенең Органик химия институтының лаборатория мөдире, директор урынбаҫары, 1994—2015 йылдарҙа — директоры, бер үк ваҡытта 2006—2011 йылдарҙа Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәгенең Президиум рәйесе. Рәсәй Фәндәр академияһы академигы (2003), Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почётлы академигы (2016), химия фәндәре докторы (1974), профессор (1983).
- Грешнова Татьяня Павловна (1950), инженер, хужалыҡ эшмәкәре. 1972—2006 йылдарҙа «Газпром Нефтехим Салауат» берекмәһенең участка начальнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған химигы.
тулы исемлек
- Чекирова Людмила Дмитриевна (1950), опера йырсыһы. 1995 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы, 2011 йылдан — педагог-репетиторы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ (2000), Төркмән ССР-ының атҡаҙанған (1991) артисы, Төркмән ССР-ының Ленин комсомолы премияһы лауреаты (1985).
- Мелякова Татьяна Викторовна (1955), архитектор, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1998 йылдан Башҡортостан Республикаһы Архитекторҙар союзының архитектура оҫтаханаһы начальнигы, 2008 йылдан — «Генпроект» йәмғиәтенең баш архитекторы, бер үк ваҡытта 2002—2014 йылдарҙа Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы. 1987 йылдан СССР Архитекторҙар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған архитекторы (2004). Сығышы менән Кемерово өлкәһенең Новокузнецк ҡалаһынан.
- Сухоруков Анатолий Михайлович (1960), хужалыҡ эшмәкәре. 2009 йылдан Өфө нефть эшкәртеү заводының генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының 3-сө һәм 4-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе, Почёт ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы Бәрҙешле ауылынан.
- Шәрипов Ғаяз Закир улы (1960), хужалыҡ эшмәкәре. 2006—2011 йылдарҙа «Башкирская медь» берекмәһенең генераль директоры, 2011 йылдан — «Башкирнефтепродукт» берекмәһенең Урал филиалы директоры. Башҡортостан Республикаһының 4-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған металлургы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Учалы районы Учалы ауылынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Әмин Зөбәйеров (1891—23.05.1963), театр актёры. 1922—1963 йылдарҙа хәҙерге Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры. РСФСР-ҙың (1949) һәм Башҡорт АССР-ының (1935) халыҡ артисы. Ленин (1949) һәм ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1944, 1955) кавалеры.
- Латипов Мәркәз Карам улы (1926—17.01.1999), нефть сәнәғәте эшмәкәре. 1950 йылдан «Ишембайнефть» нефть промыслаһы идаралығында өлкән инженер, нефть разведкаһы начальнигы, бүлек начальнигы; 1956 йылдан «Туймазабурнефть» тресының быраулау контораһы директоры, 1964 йылдан — идарасыһы; 1970 йылдан Өфө быраулау эштәре идаралығы начальнигы. 1981—1990 йылдарҙа Башҡортостан нефть ғилми-тикшеренеү һәм проект институтының төп инженеры. Нефть һәм газ сәнәғәтенең атҡаҙанған хеҙмәткәре, РСФСР-ҙың (1986), Башҡорт АССР-ының (1976) атҡаҙанған нефтсеһе, СССР-ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1976) һәм почётлы нефтсеһе (1974). Ленин (1964), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971) һәм «Почёт Билдәһе» (1959) ордендары кавалеры.
тулы исемлек
- Нуриев Дамир Әхмәт улы (1941), ғалим-философ. 1970—1976, 1993—2011 йылдарҙа һәм 2014 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2000—2011 йылдарҙа философия һәм социология факультеты деканы, философия тарихы һәм фәне кафедраһы мөдире. Философия фәндәре докторы (1996), профессор (1996). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2004), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (1998).
- Әмеров Фәнис Садиҡ улы (1946—17.09.2023), дәүләт хеҙмәте һәм эске эштәр органдары ветераны. 1969—1997 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы һәм Башҡортостан Республикаһының Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәре; 1997—2003 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Закондар сығарыу Палатаһы депутаты, шул иҫәптән 1999 йылдан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары — Закондар сығарыу Палатаһы Рәйесе; 2003—2004 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы тышҡы бәйләнештәр һәм сауҙа министры урынбаҫары; 2004—2008 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһының рәйес урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы. Стәрлетамаҡ районының почётлы гражданы (2008). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ауырғазы районы Мораҙым ауылынан.
- Ванюшкина Тамара Григорьевна (1951), хеҙмәт ветераны. 1974 йылдан Яңы Балаҡатай район элемтә узелы почтальоны, артабан электромеханик, элемтә буйынса өлкән электромеханик, телеграф һәм телефон элемтәһенең көсәйтеү пункты етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған элемтәсеһе (1998) һәм элемтә тармағы ветераны. Сығышы менән ошо райондың Яңы Балаҡатай ауылынан.
- Никитин Владимир Васильевич (1951), журналист. 1995—2015 йылдарҙа Дыуан районының «Дуванский вестник» гәзите мөхәррире. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Журналистар союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2008).
- Рафиҡова Дилара Мөхитдин ҡыҙы (1961), Сибай ҡалаһы Халыҡ мәҙәниәте һәм ял үҙәгенең «Яугел» халыҡ ҡумыҙсылар ансамбле етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2014). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Муллаҡай ауылынан.
- Аҡбутина Земфира Хәкимйән ҡыҙы (1966), уҡытыусы, журналист, шағир. Башҡортостан Республикаһы мәғәриф алдынғыһы (2015). Рәсәй Федерацияһының «Иң яҡшы уҡытыусы» конкурсы еңеүсеһе (2007).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Хәмзин Талха Хәмзә улы (1922—?), элемтә тармағы эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1978 йылдан Башҡорт АССР-ы Элемтә производство-техник идаралығының начальник урынбаҫары; Республика элемтә музейын ойоштороусыларҙың береһе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған элемтәсеһе (1981), РСФСР-ҙың элемтә мастеры. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм «Почёт Билдәһе» (1977) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Борай районы Иҫке Киҙгән ауылынан.
- Мартынов Юрий Николаевич (1932—2008), геолог. 1965—1993 йылдарҙа Хәйбулла ялан геология разведка партияһының производство участкаһы мастеры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған геологы.
тулы исемлек
- Мостафин Ғүмәр Зәйнулла улы (1932—?), ауыл хужалығы алдынғыһы. 1948 йылдан Баймаҡ районының Октябрҙең 50 йыллығы исемендәге колхоз, 1961—1992 йылдарҙа «Баймаҡ» совхозы водителе. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1973). Сығышы менән ошо райондың Ҡыуат ауылынан.
- Мәҡсүтов Вилким Сабир улы (1932—2016), ауыл хужалығы һәм партия органдары хеҙмәткәре, ғалим-иҡтисадсы, йәмәғәтсе. 1965—1969 йылдарҙа КПСС-тың Баймаҡ район комитетының беренсе секретары; 1970 йылдан Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре, 1975 йылдан Бөтә Союз ситтән тороп уҡыу финанс-иҡтисад институты Өфө филиалының, 1981—2011 йылдарҙа Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһы уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ының 7-се саҡырылыш (1967—1971) Юғары Советы депутаты. Иҡтисад фәндәре кандидаты (1962). КПСС-тың ХХIII съезы делегаты (1966). Ленин ордены кавалеры (1966). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Архангел районы Архангел ауылынан.
- Сәмиғуллин Мөҙәрис Мөбәрәк улы (1937), нефтсе. 1959—1995 йылдарҙа «Саҡмағошнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығының оператор ярҙамсыһы, слесарь-ремонтсыһы, скважиналарҙы капиталь ремонтлау цехы мастеры. 2-се (1981) һәм 3-сө (1975) дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Илеш районы Үрге Маншыр ауылынан.
- Ғәзиев Винер Нурислам улы (1947), эске эштәр органдары ветераны, милиция генерал-майоры (2002). 2005—2010 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса идаралыҡ начальнигы урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы (1997). 2-се дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бүздәк районы Табанлыкүл ауылынан.
- Сәйетғәлиев Зифҡәт Ислам улы (1947), ауыл хужалығы һәм партия органдары ветераны, ғалим-иҡтисадсы һәм йәмәғәтсе. 1982 йылдан КПСС-тың Әлшәй район комитетының беренсе секретары; 1988—1993 йылдарҙа Башҡортостан малсылыҡ һәм мал аҙығы әҙерләү ғилми-тикшеренеү һәм проект-техник институты директоры; 2000—2003 йылдарҙа «Башптицепром» предприятиеһының генераль директоры. Рәсәй Федерацияһының беренсе һәм икенсе саҡырылыш (1993—2000) Дәүләт думаһы, Башҡорт АССР-ының ун беренсе (1985—1990) һәм ун икенсе (1990—1993) саҡырылыш Юғары Советы, Башҡортостан Республикаһының өсөнсө саҡырылыш (2003—2008) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Иҡтисад фәндәре докторы (1996). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2002).
- Йәмәлетдинов Алик Камил улы (1952), ғалим-физик. 1976—1985 йылдарҙа һәм 1998 йылдан Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты, 1985—2004 йылдарҙа Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1993—1995 йылдарҙа хисаплау техникаһы һәм автоматлаштырылған идара итеү системаһы кафедраһы, 2003 йылдан — автоматик проектлау системаһы һәм графика кафедраһы мөдире. Физика математика фәндәре докторы (1999). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Күгәрсен районы Мораҡ ауылынан.
- Осипов Николай Иванович (1952—23.05.2015), бейеүсе, мануаль терапевт. 1976—1996 йылдарҙа Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1994).
- Ильясова Земфира Фазылйән ҡыҙы (1957), китапханасы. 1980—1983 йылдарҙа һәм 1986 йылдан Баймаҡ үҙәк китапханаһының методика-библиография бүлеге мөдире, 1983—1986 йылдарҙа — өлкән мөхәррир, 1990 йылдан — директор урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2008). Сығышы менән Баймаҡ районының Ҡаратал ауылынан.
- Рәхимйәнова Рая Таһир ҡыҙы (1957), педагог. Ҡыйғы районының Үрге Ҡыйғы лицейының рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2015). Үрге Ҡыйғы ауылының почётлы гражданы (2018).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Алымов Алексей Михайлович (1923—22.02.2009), мәғариф хеҙмәткәре, Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, отделение командиры, кесе сержант. 1947—1976 йылдарҙа хәҙерге Иглин районының Урман ауылындағы эшсе йәштәр урта мәктәбе уҡытыусыһы, директоры. Советтар Союзы Геройы (1945). 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм 3‑сө дәрәжә Дан (1944) ордендары кавалеры. РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы.
- Латипов Әнүәр Латип улы (1923—27.06.2004), ғалим-травматолог-ортопед. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1951 йылдан хәҙерге Ҡазан дәүләт медицина академияһы уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1971—1993 йылдарҙа травматология һәм ортопедия кафедраһы мөдире. Медицина фәндәре докторы (1969) профессор (1971). Татар АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1978). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Илеш районының Рсай ауылынан.
тулы исемлек
- Домнина Зинаида Михайловна (1928), фельдшер. 1949 йылдан Хәйбулла районы Мәмбәт һәм Подольск ауылдары фельдшер-акушер пункты акушеры һәм фельдшеры; 1951 йылдан — Аҡъяр үҙәк район дауаханаһының фельдшер пункты мөдире. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1964), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1975), коммунистик хеҙмәт ударнигы (1981). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Белорет районының Егәҙе ауылынан.
- Хәсәнов Хөрмәт Зөлҡәрнәй улы (1928—28.08.1995), педагог, ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 1948 йылдан Баймаҡ районы мәктәптәре уҡытыусыһы һәм директоры, 1960—1977 йылдарҙа Ленин исемендәге колхоз рәйесе. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1972), РСФСР Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе, Башҡорт АССР-ының халыҡ мәғарифы отличнигы (1973). Сығышы менән ошо райондың 1-се Этҡол ауылынан.
- Сәфиҡанов Фәрит Сәфиулла улы (1933—21.01.1997), электр менән иретеп йәбештереүсе. 1957—1988 йылдарҙа «Салауатнефтемаш» берекмәһе эшсеһе. Ленин ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ районының Салауат ҡалаһы эсендә ҡалған Аллағыуат ауылынан.
- Әхмәтова Зөлфиә Фәйзрахман ҡыҙы (1958), педагог, мәғариф, комсомол, дәүләт һәм муниципаль органдар хеҙмәткәре. 2004 йылдан Өфө ҡалаһы Киров район хакимиәте башлығы урынбаҫары, 2006 йылдан Башҡортостан Республикаһы мәғариф министры урынбаҫары, 2011 йылдан Өфө ҡалаһы Калинин районы хакимиәте башлығы урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (2008). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Әбйәлил районының Асҡар ауылынан.
- Кәримова Әлнисә Рәхимйән ҡыҙы (1963), педагог. 1994 йылдан Сибай ҡалаһының күп профилле гимназияһы, 2001 йылдан — интернат-гимназия уҡытыусыһы. 1996 йылдан Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Журналистар союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2002), Рәсәйҙең почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2011). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районының 1-се Моҡас ауылынан.
- Рәсүл Ҡарабулатов (1968), ҡурайсы, йырсы һәм театр актёры, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2003) һәм Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (1996).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Дойников Алексей Иванович (1919—3.12.2006), стоматолог-ғалим. 1953—1984 йылдарҙа СССР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 4-се Баш идаралығының (Кремлдең дауалау-шифахана идаралығы) баш стоматологы. Рәсәй медицина-техник фәндәр академияһы академигы, медицина фәндәре докторы (1967), профессор (1969). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, атҡаҙанған табибы һәм почётлы уйлап табыусыһы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Иглин районы Оло Тәләк ауылынан.
- Лутыев Лутфир Лутый улы (1924—2008), педагог. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.1965—1985 йылдарҙа Кушнаренко ауылындағы 2-се урта мәктәп уҡытыусыһы һәм директоры. Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы һәм 3-сө дәрәжә Дан ордендары кавалеры.
тулы исемлек
- Алекушин Олег Викторович (1949), машина эшләүсе. 1970—2010 йылдарҙа (өҙөклөк менән) Күмертау авиация етештереү берекмәһенең слесарь-электромонтажнигы, осоу аппараттарын йыйыусы слесары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған машина эшләүсеһе. Сығышы менән хәҙерге Сахалин өлкәһе Холм районы Пионер ауылынан.
- Мәхмүтов Нил Хәләф улы (1949), табип. 1973 йылдан Ауырғазы районы Толбазы дауаханаһының педиатр-табибы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2023).
- Рәсимбәтов Рәжәп Абдрахман улы (1949), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 1972 йылдан (өҙөклөк менән) Хәйбулла районы «Таналыҡ» совхозы, 2009 йылдан «Таналыҡ» йәмғиәте водителе. 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры (1986). Сығышы менән ошло райондың Әҙел ауылынан.
- Аксёнов Сергей Геннадьевич (1959), хоҡуҡ белгесе һәм иҡтисадсы-ғалим. 2011 йылдан Өфө дәүләт авиация техник университетының ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән һаҡлау факультеты деканы. Юридик фәндәр кандидаты (1996), иҡтисад фәндәре докторы (2008), профессор (2010). Журналистар союзы ағзаһы (2005). СССР‑ҙың Граждандар оборонаһы отличнигы (1991), Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығының почётлы хеҙмәткәре (2009). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Ғиззәтуллин Фәйзи Карам улы (1959), спортсы. 1980—1982 йылдарҙа конькиҙа шыуыу спорты буйынса СССР йыйылма командаһы ағзаһы. СССР‑ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1983). Ике тапҡыр Бөтә Союз универсиадаһы чемпионы (1980), ике тапҡыр РСФСР халыҡтары спартакиадаһының бронза призёры (1981).
- Абрамова Ирина Евгеньевна (1974), спортсы. 1997—2001 йылдарҙа пауэрлифтинг буйынса Рәсәйҙең йыйылма командаһы ағзаһы. Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы (1996) һәм атҡаҙанған спорт мастеры (2000). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1999).
Дөйөм исемлек
үҙгәртергә- 1780: Василий Давыдов, Рәсәй империяһы офицеры, шағир, декабрист.
- 1858: Рудольф Дизель, Германия инженеры һәм уйлап табыусыһы, беренсе эске яныулы двигатель эшләүсе.
- 1895: Семён Урицкий, СССР-ҙың хәрби эшмәкәре, Ҡыҙыл Армияның разведка идаралығы начальнигы, комкор.
- 1930: Самвел Григорян, СССР һәм Рәсәй ғалимы, академик.
- 1935: Владимир Санги, СССР һәм Рәсәй яҙыусыһы.
- 1945: Борис Терещук, СССР волейболсыһы, Олимпия уйындары (1968) һәм Европа (1971) чемпионы.
- 1980: Алексей Ягудин, Рәсәй фигурисы, Олимпия уйындары (2002), дүрт тапҡыр донъя һәм өс тапҡыр Европа чемпионы.
- 1584: Рәсәй батшаһы Иван IV Грозный.