Кеше
Кеше | ||||||||||||||||||||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Фәнни классификация | ||||||||||||||||||||||||||||||||||
|
||||||||||||||||||||||||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||||||||||||||||||||||||
Homo sapiens (Linnaeus, Швеция, 1758) |
||||||||||||||||||||||||||||||||||
Homo sapiens ареалы (яшел) | ||||||||||||||||||||||||||||||||||
|
Кешеләр (латинса таксономия буйынса Homo sapiens, йәғни «хикмәт эйәһе/аҡыллы кеше» булараҡ билдәле) — Приматтар тәртибенән Гоминидтар ғаиләһенән Кешеләр ырыуынан бөгөнгө көндә йәшәүсе берҙән-бер биологик төрө. Анатомик төҙөлөшө буйынса хәҙерге кешеләр Африкала яҡынса 200 000 йыл элек барлыҡҡа килә, хәҙерге ҡиәфәтенә тулыһынса 50 000 йыл элек ирешә.
Кешеләр үҙ мөхитен аңларға һәм уның торошона тәьҫир итергә теләктәре менән, фән, фәлсәфә, мифология, һәм дин күҙлегенән сығып, феномендарҙы аңлатырға һәм үҙгәртергә тырышыуҙары менән айырыла. Был тәбиғи ҡыҙыҡһыныусанлыҡ киләсәк быуындарға мәҙәниәт юлы менән тапшырыла алған комплекслы ҡоралдар һәм һәләттәрҙе үҫтереүгә килтергән; кешеләр ашамлыҡтарҙы бешереү өсөн ут яҡҡан, шулай уҡ кейемдәр кейгән, һәм күп төрлө башҡа технологиялар һәм сәнғәттәр булдырған һәм ҡулланған берҙән-бер билдәле әле йәшәп килгән төр.
Кешеләрҙе өйрәнеүсе фәнни белем өлкәһе антропология тип атала.
Эволюцияһы
үҙгәртергәКешеләр эволюцияһы өлкәһендәге фәнни эҙләнеүҙәр күбеһенсә Кешеләр ырыуының үҙгәрештәре менән бәйле, ләкин австралопитек кеүек башҡа гоминид һәм гомининттарҙы ла күҙ уңынан ысҡындырмай. Һуңғы генетик эҙләнеүҙәр һөҙөмтәләре хәҙерге кешеләрҙең «кәм тигәндә ике төркөм» иң боронғо кешеләр (Неандерталец һәм Аю-Таш мәғәрәһе кешеһе) менән енси яҡынлыҡҡа кереүенә ишара итә.
Иң боронғо билдәле анатомик төҙөлөшө буйынса хәҙерге кешеләрҙең ҡалдыҡтары Африкала табылған, ғалимдар улар 195 000 йыл элек йәшәгән тип иҫәпләй. Молекуляр биология эҙләнеүҙәре «хәҙерге кешеләр» төркөмөнә ингән барлыҡ субтөрҙәрҙең берҙәм йыраҡ бабаларҙан сығыу ваҡыты 200 000 йыл элек булыуын күрһәтә.
Приматтарҙың эволюция тарихы 65 миллион йыл барғаны билдәле. Приматтар барлыҡ әле йәшәүсе имеҙеүселәр синыфы плаценталылар инфрасиныфының иң боронғо төркөмдәренең береһе тип һанала. Иң боронғо билдәле примат имеҙеүсе төрө (Плезиадапис тәртибе) тамырҙары Төньяҡ Америкаға китә — Палеоцен һәм Эоцен дәүерендәге тропик Евразия һәм Африка киңлектәрендә таралған булған. Молекуляр мәғлүмәт кешеләр һәм башка ҙур маймылдарҙың һуңғы берҙәм йыраҡ бабалары 4-8 миллион йыл элек йәшәүенә ишаралай. Кешеләр ырыуының хәҙер ҙә йәшәүсе иң яҡын туғандары — гориллалар һәм шимпанзе, сөнки улар кешенең иң яҡын уртаҡ йыраҡ бабаларының сифатына эйә.
Кешеләрҙең ДНК структураһы бөгөнгө ике төр шимпанзе менән иң оҡшаш: ябай шимпанзе һәм бонобо. Тулы геном тикшеренеүҙәре «6,5 миллион йыл дауамындағы айырым эволюция нәтижәһендә, кешеләр менән шимпанзе араһындағы айырма ике бәйле булмаған кеше араһындагы айырманан 10 тапҡыр ҙурыраҡ һәм сысҡан менән ҡомаҡ араһындағы айырманан ун тапҡыр әҙерәк» тигән һығымтаға эшләргә мөмкинлек бирә. Төрлө ғалимдар кеше һәм шимпанзеның функциональ ДНК-лары 95-99 % оҡшаш тигән фекерҙә.
Кеше һымаҡ маймылдар ҙа уртаҡ йыраҡ бабаның тоҡомдары.
Палеолит
үҙгәртергәҺүрәттәр юғары палеолит осоронда барлыҡҡа килә: кеше тәненен иң боронғо һүрәтләүе булған «Вестоницы Венераһы» һыны яҡынса бөгөнгә ҡәҙәр 29 000 — 25 000 йыл элек яһалған тип уйлайҙар.
Юғары палеолит осоро башланыуына ҡәҙәр (бынан 50 000 йыл элек), анатомик төҙөлөшө буйынса хәҙерге кешеләр тулыһынса бөгөнгө рәүешкә етә, тел, музыка һәм башҡа мәҙәни универсалиялар барлыҡҡа килә.
Хәҙерге кешеләрҙең Африканан сығышы яҡынса бөгөнгә ҡәҙәр 70 000 йыл элек булған тип фаразлана. Һөҙөмтәлә хәҙерге кешеләр, Ер шары буйынса таралып, иртәрәк йәшәгән гоминидтарҙы алмаштыра: Евразия һәм Океанияла бынан 40 000 йыл элек, ике Америкала иң һуңғыһы бынан 14 500 йыл элек урынлашалар.
Юта университетында эшләүсе генетик ғалимдар Линн Йордэ (Lynn Jorde) һәм Генри Харпендинг (Henry Harpending) кешеләр ДНК-да айырмалар башҡа йәнлек төрҙәренә ҡарағанда юҡ дәрәжәлә әҙ булыу гипотезаһын тәҡдим итә. Улар шулай уҡ Һуңғы плеистоцен осоронда кешеләрҙең үрсеү парҙары һаны кәмеү гипотезаһын тәҡдим итә — был һан 10 000-дән 1 000-гә тиклем булыуы ихтимал. Был гипотезаны төрлө сәбәптәр менән бәйләйҙәр — уларҙың береһе Тоба һәләкәте.
Цивилизацияға күсеү.
Ауыл хужалығының барлыҡҡа килеүе һәм хайуандарҙы йортлаштырыу кешеләрҙең ултыраҡ тормошҡа күсеүенә килтерә.
Тарих буйынса кешеләрҙең күсеү юлдары
үҙгәртергәКешеләрҙең күпселеге яҡынса беҙҙең эраға тиклем 10 000 йылдарға ҡәҙәр һунар һәм үҫемлектәр йыйыу менән йәшәгән. Улар кешеләр көтөүе исеме аҫтында билдәле бәләкәй күсмә төркөмдәрҙә йәшәй. Үҫемлекселек (ауыл хужалығы) барлыҡҡа килеүе тарихта беренсе тапҡыр даими торлаҡ пункттарын булдырыу, хайуандарҙы йортлаштырыу һәм металдарҙы ҡулланыуға килтергән Неолит инҡилабына (революция) сәбәпсе булған. Ауыл хужалығы, сауҙа һәм кооперацияға мөмкинлектәр тыуҙырып, йәмғиәттең мөлкәт буйынса ҡатламдарға бүленеүенә килтерә. Был ваҡиғаның кешеләр йәмғиәте өсөн әһәмиәте бик ҙур булғанға, был осор кешеләр эраһы исеме менән билдәле.
Беренсе боронғо дәүләттәр яҡынса 6 000 йыл тирәһе элек Месопотамияла, Мысырҙың Нил йылғаһы һәм Һинд йылғаһы үҙәнендә барлыҡҡа килә. Һаҡланыу өсөн хәрби көстәр, идара эштәре өсөн хөкүмәт бюрократиялары ойошторола. Ресурстарға ирешер өсөн дәүләттәр берләшә һәм көрәшә, һуғыша башлай. 2000 — 3000 йыл элек, Фарсы империяһы, Һиндостан, Ҡытай, Рим һәм Македония империялары кеүек ҡайһы бер дәүләттәр, башҡа илдәрҙе баҫып алып, беренсе экспансионист империяларға әүерелә.
Боронғо Греция — Көнбайыш мәҙәниәтенең нигеҙҙәрен һалыусы цивилизация, Көнбайыш фәлсәфә, демократия, бөйөк фәнни һәм математик ҡаҙаныштар, Олимпия уйындары, Көнбайыш әҙәбиәте һәм тарих, шулай уҡ драманың (комедия һым трагедия) барлыҡҡа килеү урыны.
Урта быуаттарҙың һуңғы өлөшө революцион фекерҙәр тыуыуы һәм технологияларҙа уңыштар менән билдәле. Ҡытайҙа алға киткән ҡала мәҙәниәтендә яҙыуҙарҙы баҫтырыу һәм орлоҡтарҙы ергә сәсеү технологиялары табыла. Һиндостанда математика, фәлсәфә, дин һәм металлургия өлкәләрендә ҙур уңыштар күҙәтелә, исламдың алтын быуаты дауамында мосолман дәүләттәрендә ҙур фәнни ҡаҙаныштар була. Европала антик мәҙәниәткә яңынан иғтибар артыу, уны өйрәнә башлау, баҫыу станогы барлыҡҡа килеүе кеүек үҙгәрештәр 14-15 быуаттарҙа Яңырыу дәүере башланыуға сәбәпсе була. 17 быуат фәнни-техник үҫеш һәм 18-19 быуаттар транспорт өлкәһендә тимер юл һәм автомобиль, энергия табыу өлкәһендә күмер һәм электр көсө; хөкүмәт өлкәһендә — вәкәләтле демократия һәм коммунизм кеүек ҙур инновацияларға килтерә.
XX быуат аҙағында башланған Мәғлүмәт осоронда хәҙерге кешеләр коммуникация йылдам үҫешкән донъяла йәшәй. 2010 йылда яҡынса 2 миллиард кеше — Интернет, 3,3 миллиарды кеҫә телефоны аша бер-береһе менән элемтәгә керә алыуы билдәле.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Freeman, Scott; Jon C. Herron, Evolutionary Analysis (4th ed.) Pearson Education, Inc., 2007. ISBN 0-13-227584-8 pages 757—761.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- MNSU 2009 йыл 9 июль архивланған.
- Archaeology Info 2011 йыл 28 май архивланған.
- Chororapithecus abyssinicus 2011 йыл 25 апрель архивланған. Possible human-orangutan split 20 million years ago. (Aug 26 2007)
- Homo sapiens — The Smithsonian Institution’s Human Origins Program