Осипов Николай Иванович
Осипов Николай Иванович (18 март 1952 йыл — 23 май 2015 йыл) — бейеүсе, мануаль терапевт. 1976—1996 йылдарҙа Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған (1991), Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1994).
Николай Иванович Осипов | |
Файл:Осипов НИ2.jpg | |
Тыуған ваҡыты: | |
---|---|
Тыуған урыны: |
Куйбышев өлкәһе Яңы Әҙеләк ауылы |
Һөнәре: |
бейеүсе |
Гражданлығы: | |
Әүҙем йылдары: |
1975 — 1996 |
Театр: |
Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле |
Наградалары: |
Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1994) |
Биографияһы
үҙгәртергәНиколай Иванович Осипов 1952 йылдың 18 мартында Куйбышев өлкәһенең Яңы Әҙеләк ауылында тыуған. Ғаиләләге алты бала араһында Николай өлкәне була. Мәктәптән һуң комбайнер ярҙамсыһы, малсы булып эшләй. Куйбышев мәҙәниәт училищеһында уҡый.
1975 йылда Куйбышев мәҙәниәт институтын (педагогы Г. Я. Власенко) тамамлай, армияла хеҙмәт итә.
Институтты тамамлағас, 1976—1996 йылдарҙа Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамблендә эшләй.
СССР һәм сит илдәр буйлап (Болгария, Израиль, Испания, Төркиә, Финляндия һ. б.) күп гастролдәрҙә йөрөй. 1990 йылдың июнендә Бөтә Рәсәй халыҡ бейеүҙәрен яңғыҙ башҡарыусыларҙың профессиональ конкурсында ҡатнашып, икенсе урын яулай, сөнки йәше буйынса ҡағиҙәгә ярашлы булмай, уға инде 38 йәш була.
1990-сы йылдарҙа Өфөлә Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы лекторийында эшләй. Ул унда эстрада бейеүҙәрен ҡуя. «Музыкаль дивертисмент» проектында Башҡортостандың халыҡ артисы Зөлфиә Ҡудашева менән хеҙмәттәшлек итә. Уның «Бейеү миниатюралары гөлләмәһе» яңғыҙ бейүҙәр программаһы ҙур популярлыҡ менән файҙалана.
Шулай уҡ Өфө дәүләт сәнғәт академияһында эшләй, унда халыҡ бейеүҙәре дәрестәрен уҡыта.
2001 йылда Башҡорт медицина колледжына уҡырға инә. 2 йыл уҡығандан һуң ҡытай медицинаһы буйынса практика менән шөғөлләнә, «Саторис» медик-психологик реабилитациялау үҙәгенә массажист итеп эшкә саҡыралар, унда ун ике йыл буйы балаларҙы һәм өлкәндәрҙе дауалай. Билдәле мануаль терапевт булып китә, күп кенә артист коллегаларына һаулығын нығытырға ярҙам итә. Кешеләрҙе радикулиттан, остеохондроздан, һыны боҙолоуҙан һәм быуыны сығыуҙан дауалай.
2015 йылдың 23 майында Өфө ҡалаһында вафат була, Көньяҡ зыяратта ерләнгән.
Николай Иванович профессиональ сәхнәлә бейеүҙәр ҡуйған. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында режиссёр Лек Вәлиев менән «Иҫке казактар ысулы менән» постановкаһында эшләй. Рифҡәт Исрафилов саҡырыуы буйынса «Зәңгәр шәл» спектакленә бейеүҙәр ҡуя. Гөлли Мөбәрәкова Рәфил Нәбиуллинға чечётка ҡуйыуын һорай.
Ул «Ташлама утты, Прометей!» спектакле өсөн сәхнә хәрәкәттәре эшләй. Өфөлә Башҡортостан Республикаһы Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театрында ҡуйылған «Мөхәббәт һәм нәфрәт» постановкаһында Рим Хәсәнов музыкаһына күп заманса бейеүҙәр бар, Осипов артистар менән талмай шөғөлләнә.
Уның ҡыҙы Катя хореография училищеһында белем ала, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының балет труппаһында эшләй, ейәнсәре Полина гимнастика менән шөғөлләнә.
Бейеүҙәре
үҙгәртергәОсипов Николай Иванович ҡатмарлы бейеүҙәр ҡуя: «Тимербайҙың улдары» («Сыновья Тимербая»), «Сувенир», «Кантри», «Гаучо», европа, башҡорт, сыуаш һ. б. бейеүҙәр.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1991)
- Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1994)
- Халыҡ бейеүҙәрен яңғыҙ башҡарыусыларҙың Бөтә Рәсәй конкурсы лауреаты (Куйбышев ҡалаһы, 1990)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Осипов Николай Иванович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 16 март 2019)
- Осипов Николай Иванович 2016 йыл 3 ноябрь архивланған.
- А. Докуаев. Ике тапҡыр халыҡ артисы 2016 йыл 3 ноябрь архивланған.. мәҡәләһе. «Истоки» аҙналығы № 12 26 март 2014 йыл.