Поляковский Иосиф Болеславович

Хеҙмәт алдынғыһы

Поляковский Иосиф Болеславович (14 сентябрь 1925 йыл — 26 май 1981 йыл) — нефтсе. 1945—1966 йылдарҙа «Туймазабурнефть» тресының быраулаусыһы һәм быраулау мастеры. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе (1965), СССР-ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1976).

Поляковский Иосиф Болеславович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 14 сентябрь 1925({{padleft:1925|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})
Тыуған урыны Липовка[d], Киевский уезд[d], Киевская губерния[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 26 май 1981({{padleft:1981|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:26|2|0}}) (55 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Социалистик Хеҙмәт Геройы Ленин ордены «Почёт Билдәһе» ордены

Биографияһы үҙгәртергә

Иосиф Болеславович Поляковский 1925 йылдың 14 сентябрендә Украинаның Киев өлкәһе Макаров районының Липовка ауылында тыуа[1].

Махсус урта белемле: 1957 йылда Октябрьский нефть техникумын тамамлай.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1940 йылда тимер юл станцияһында эшсе булып башлай. 1945—1953 йылдарҙа — быраулаусы ярҙамсыһы, һуңынан быраулаусы, 1953 йылдан — «Туймазабурнефть» тресының быраулау мастеры була.

Иосиф Поляковский етәкселегендәге бригада йыл һайын социалистик ярышта иң ҙур ара үтә, ҡатламдарҙы быраулауҙа ҙур тиҙлектә башҡара, шулай уҡ быраулау эштәренең үҙҡиммәтен кәметеүгә өлгәшә.

Ете йыллыҡ (1959—1965) үтеү тиҙлеге 240 процентҡа арта, бер метрҙә үтеүҙең үҙҡиммәте 30 процентҡа кәмей, ә эш етештереүсәнлеге 300 процентҡа арта. Һөҙөмтәлә ете йылда 150600 метр үтеү бурысын бригада 1964 йылдың мартында үтәй.

И. Б. Поляковский етәкселегендәге быраулау бригадаһы даими рәүештә скважиналар быраулауҙың прогрессив технологияларын өйрәнә һәм киң ҡуллана. Һыу менән йыуыу ҡулланып үтеү күләме йылына 95-96 процент тәшкил итә.

Скважиналарҙы 8-се һәм 9-сы дмаметрғаса кәметелгән бырауҙар менән быраулау техник-иҡтисади күрһәткестәрҙе яҡшыртыуға ярҙам итә. 1964 йылда бригада ошо ысул менән 37928 метр, йәғни дөйөм күләмдең 95 процентын, быраулай. Ә 1965 йылда тотош быраулау ошо ысулға күсерелә.

И. Б. Поляковский бригадаһы быраулау контораһында беренселәрҙән булып диаметрҙары 68/8 һәм 71/2 булған өс секциялы турбобурҙар индерә. 1964 йылда турбобурҙар менән 16 скважина, 1965 йылда бригаданың барлыҡ скважиналары быраулана. Өс секциялы турбобурҙар ҡулланыу бырауҙың үтеүен ике секциялылар менән сағыштырғанда 13 процентҡа яҡшырта.

1965 йылдың 18 июнендә И. Б. Поляковский бригадаһы быраулау тиҙлеге буйынса рекорд ҡуя — айына бер станок 9589 иетр үтә һәм 1 092 метр тәрәнлектәге 1830-сы скважинаны 82 сәғәттә быраулай.

Быраулау техникаһын һөҙөмтәле файҙаланыуҙағы ҙур уңыштар, нефть скважиналарын быраулауҙа юғары техник-иҡтисади күрһәткестәргә өлгәшкәне һәм бригада менән оҫта идара иткәне өсөн 1966 йылдың 6 ғинуарында И. Б. Поляковскийға СССР Юғары Советы Указы менән «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә.

1967 йылда ул участка начальнигы итеп тәғәйенләнә, 1970 йылда — «Туймазабурнефть» тресының район инженер-технлогия хеҙмәте начальнигы. 1974 йылдан алып — Өфө быраулау эштәре идаралығының инженер-технологы.

1981 йылдың 26 майында вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Поляковский Иосиф Болеславович. «Герои страны» сайты.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Герои труда/ Справочник о Героях Социалистического Труда и кавалерах ордена Трудовой Славы трёх степеней из Башкортостана./ сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа : Китап, 2011. — 432 с. : ил. -ISBN 978-5-295-05228-6.

Һылтанмалар үҙгәртергә