Йәнбәков Венер Әхмәт улы

Йәнбәков Венер Әхмәт улы (14 сентябрь 1938 йыл — 28 ноябрь 2014 йыл) — шағир һәм журналист. Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Журналистар союздары ағзаһы.

Йәнбәков Венер Әхмәт улы
Зат ир-ат
Тыуған көнө 14 сентябрь 1938({{padleft:1938|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})
Тыуған урыны Дауыт-Ҡайып, Күгәрсен районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 28 ноябрь 2014({{padleft:2014|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (76 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Һөнәр төрө журналист, шағир

Биографияһы

үҙгәртергә

Венер Әхмәт улы Йәнбәков Башҡорт АССР-ының Күгәрсен районының Дауыт-Ҡайып ауылында тыуған. Шағир һәм журналист Рәмил Йәнбәковтың ағаһы.

Тыуған ауылындағы башланғыс мәктәптән һуң Ковалёвская ете йыллыҡ мәктәбендә уҡый. Мораҡ башҡорт мәктәбенең 8-се класын тамамлағандан һуң колхозда эшләй.

1956 йылда Салауат ҡалаһына килә, унда 16-сы төҙөлөш мәктәбенә уҡырға инә. Салауат ағас эшкәртеү заводында балта оҫтаһы-станоксы, «Салаватстрой» тресының 5-се автобазаһында шофер, 18-се нефть химияһы комбинатында оператор булып эшләй[1].

Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын тамамлағас, дүрт йыл Теләүембәт урта мәктәбендә завуч булып эшләй.

Венер Әхмәт улы 2014 йылдың 28 ноябрендә Өфө ҡалаһында вафат була[2]. Тыуған ауылы Дауыт-Ҡайыпта ерләнгән.

Журналистика һәм әҙәбиәт

үҙгәртергә

Оҙаҡ йылдар «Башҡортостан пионеры» балалар журналы, аҙаҡ — «Совет Башҡортостаны» гәзите (хәҙерге «Башҡортостан») һәм «Аманат» балалар-үҫмерҙәр журналы хеҙмәткәре булып эшләй. Ул шулай уҡ әҙәби ижад менән дә әүҙем шөғөлләнә, хикәйәләр, шиғырҙар яҙа, бер нисә шиғри йыйынтыҡ авторы. Венер Йәнбәковтың ҡайһы бер әҫәрҙәре мәктәп дәреслектәренә ингән.

Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнә[3].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. ГЕРОИ СОВЕТСКОГО СОЮЗА. Дата обращения: 20 ғинуар 2015. 2016 йыл 4 март архивланған.
  2. Ушел из жизни поэт и журналист Венер Янбеков. ИА «Башинформ», 2014, 28 ноябрь (рус.)
  3. Венер Янбеков. Кугарчинская централизованная библиотечная система. Дата обращения: 20 ғинуар 2015.