Яруллин Харис Хафиз улы
Яруллин Харис Хафиз улы (14 июль 1924 йыл — 3 октябрь 1987 йыл) — ғалим-физиолог. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Медицина фәндәре докторы (1967), профессор (1974)[1][2].
Яруллин Харис Хафиз улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 14 июль 1924 (100 йәш) |
Тыуған урыны | Йыланлы, Ҡыйғы районы |
Һөнәр төрө | табип |
Уҡыу йорто | Таджик дәүләт медицина университеты[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәХарис Хафиз улы Яруллин 1924 йылдың 14 июлендә Башҡорт АССР-ының Мәсәғүт кантоны (хәҙер — Башҡортостан Республикаһының Ҡыйғы районы) Йыланлы ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған[3].
1942 йылдың 8 мартында Ҡыйғы район хәрби комиссариаты тарафынан Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына саҡырыла. Уҡсылар дивизияһының артиллерия полкы составында дошманға ҡаршы һуғыша.
1942 йылдың 12 ғинуарында Сталинград алышы барышында:
3-сө дивизиондың фельдшеры өлкән сержант Яруллин Харис Хафиз улы ҡамалған немец төркөмөн ҡыйратыу барышында 10 ғинуарҙан 31 ғинуарға тиклем алғы һыҙыҡта тәүге медицина ярҙамы күрһәтте. 1943 йылдың 12 ғинуарында ПМН-да беренсе ярҙам күрһәтеп, 391-се истребитель противотанковый полкының яралы командирын ПМН-дан алып сыҡты. Шул уҡ көндә 1-се Совхоз районында башҡа частарҙың 25 ҡыҙылармеецына һәм 780-се уҡсылар полкы командирына тәүге медицина ярҙамы күрһәтте. 1924 йылғы, ВКП (б) ағзалығына кандидат
1946 йылдың 11 октябрендә медицина хеҙмәтенең гвардия лейтенанты булып Совет Армияһынан демобилизациялана[4].
1946 йылдан алып Сталинабад ҡалаһында Республика клиник дауаханаһында, 1947—52 йылдарҙа Республика тире‑венерология диспансерында хеҙмәт итә.
1952 йылда Дүшәмбе (Сталинабад) ҡалаһында (хәҙер — Абуали ибни Сино (Авицена) исемендәге) Тажик медицина институтын тамамлаған.
1955 йылдан Мәскәү ҡалаһындағы СССР Медицина Фәндәре академияһының Неврология ғилми-тикшеренеү институты хеҙмәткәре һәм 1959 йылдан — өлкән ғилми хеҙмәткәре, 1970 йылдан — Медик‑биологик проблемалар институтының лаборатория мөдире[5].
Фәнни эшмәкәрлеге йыһанға осоу шарттарына тап килгән йоғонто аҫтында космонавлыҡҡа кандидаттарҙың һәм космонавтарҙың резервтағы мөмкинлектәрен билдәләү өсөн организмдағы төрлө системаларҙың функцияларын тикшереү ысулдарын әҙерләүгә һәм камиллаштырыуға арналған.
Яруллин Х. Х. ҡатнашлығында аяҡ‑ҡулдарҙы пневматик массажлау өсөн ҡоролма эшләнгән.
200‑гә яҡын фәнни хеҙмәт һәм 1 уйлап табыу авторы[6].
1987 йылдың 3 октябрендә Мәскәү ҡалаһында вафат була[7].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы (9.05.1945)
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (7.05.1945)
- «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы (3.02.1943)[8]
- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (6.11.1985)
Хеҙмәттәре
үҙгәртергә- Клиническая реоэнцефалография. 2‑е изд., перераб. и доп. М., 1983.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Память народа. Сводная информация. Яруллин Харис Хафизович
- ↑ Яруллин Харис Хафиз улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Яруллин Харис Хафиз улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. Яруллин Харис Хафиз улы
- ↑ Память народа. Сводная информация. Яруллин Харис Хафизович
- ↑ Яруллин Харис Хафиз улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. Яруллин Харис Хафизович
- ↑ Яруллин Харис Хафиз улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. Яруллин Харис Хафиз улы
- ↑ Яруллин Харис Хафиз улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. Яруллин Харис Хафиз улы
- ↑ Память народа. Награждение. Яруллин Харис Хафизович
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Яруллин Харис Хафиз улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. Яруллин Харис Хафиз улы
- Память народа. Награждение. Яруллин Харис Хафизович
- Память народа. Сводная информация. Яруллин Харис Хафизович