Ҡорбанова Ғәфифә Мәғәфүр ҡыҙы
Ҡорбанова Ғәфифә Мәғәфүр ҡыҙы (11 сентябрь 1930 йыл — 14 сентябрь 2008 йыл ) — партия органдары хеҙмәткәре һәм йәмәғәт эшмәкәре. Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1965). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1971). Зарипов Айрат Йәнсура улының әсәһе.
Ҡорбанова Ғәфифә Мәғәфүр ҡыҙы | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 11 сентябрь 1930 |
Тыуған урыны | Ләмәҙтамаҡ, Ләмәҙтамаҡ ауыл советы, Мәсетле районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 14 сентябрь 2008 (78 йәш) |
Вафат булған урыны | Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй |
Эшмәкәрлек төрө | уҡытыусы[d], партия эшмәкәре[d] һәм йәмғиәт эшмәкәре[d] |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт университеты |
Биографияһы
үҙгәртергәҒәфифә Мәғәфүр ҡыҙы Ҡорбанова 1930 йылдың 11 сентябрендә БАССР-ҙың Дыуан-Мәсетле районында[1] тыуған.
- 1952 йыл Мәсәғүт уҡытыусылар институтын тамамлаған;
- 1958 йыл Башҡорт дәүләт университетының тарих-филология факультетын тамамлаған;
- 1952—1955 йылдар Ейәнсура районының Байыш урта мәктәбендә урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы;
- 1955—1972 йылдар Мәсетле районының Ләмәҙ-Тамаҡ урта мәктәбендә урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы;
- 1972—1985 йылдар КПСС-тың Мәсетле район комитететы сәркәтибе;
- 1986—2005 йылдар Мәсетле районының ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы рәйесе.
- 2008 йылдың 14 сентябрендә вафат була.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- 1965 йыл БАССР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы
- 1971 йыл Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены;
- 1948 йыл 1941—1945 йй. Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәте өсөн миҙалы;
- 1970 йыл Хеҙмәт ҡаҙаныштары өсөн. В. И. Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы миҙалы;
- 1984 йыл Хеҙмәт ветераны миҙалы.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәБыл мәҡәләгә түбәндәгеләр етешмәй. Ошоларҙы төҙәтеп йә өҫтәп, һеҙ уны яҡшырта алаһығыҙ?: |