Ильясов Барый Ғәли улы

(Ильясов Барый Ғәле улы битенән йүнәлтелде)

Ильясов Барый Ғәли улы (13 июнь 1939 йыл) — ғалим-инженер-электромеханик, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (2006), техник фәндәре докторы (1983), профессор (1985), Рәсәй Федерацияһының (1994) һәм Башҡортостан Республикаһының (1990) атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2007), СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1985), Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1980).

Ильясов Барый Ғәли улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 13 июнь 1939({{padleft:1939|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:13|2|0}}) (85 йәш)
Тыуған урыны Бүребай, Хәйбулла районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө ғалим
Уҡыу йорто Мәскәү авиация институты
Ғилми дәрәжә техник фәндәр докторы[d]

Биографияһы

үҙгәртергә

Ғәли Барый улы Ильясов[1] 1939 йылдың 13 июнендә Башҡорт АССР-ының Хәйбулла районы Бүребай ҡасабаһында тыуған.

1962 йылда Мәскәү авиация институтын тамамлағас, 1967 йылғаса Өфөләге «Союз» машиналар эшләү конструкторҙар бюроһында эшләй.

1967—1971 йылдарҙа аспирантурала уҡый. 1971 йылдан Өфө авиация институтында уҡыта, 1980 йылдан кафедра мөдире, бер үк ваҡытта 1988 йылдан — факультет деканы, 19891991 йылдарҙа ғилми эштәр буйынса проректор.

1992 йылдан — Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Механика институты лабораторияһы мөдире.

Барый Ғәли улы 16 доктор һәм 51 фән кандидаты әҙерләгән. Докторлыҡ советы рәйесе (19912014).

Хеҙмәттәре

үҙгәртергә

Ильясов Барый Ғәли улы — 570 самаһы хеҙмәт, шул иҫәптән 28 монография, СССР-ҙың 132 авторлыҡ таныҡлығы һәм Рәсәйҙең 3 патенты авторҙашы, шул иҫәптән:

  • Проектирование систем автоматического управления ГТД. Нормальные и нештатные режимы. — М.: Машиностроение, 1981;
  • Управление гибким автоматизированным производством. — Уфа: Башкнигоиздат, 1988;
  • Оптимизация многомерных систем автоматического управления ГТД ЛА. — М.:
  • Машиностроение, 1989; Адаптивные системы автоматического управления ГТД ЛА. — М.: МАИ, 1994.
  • Проблемы управления сложными динамическими объектами в критических ситуациях на основе знаний. М.: Машиностроение, 2003 (соавтор).
  • Advanced multivariable control systems of aeroengines (Современные многосвязные системы управления авиационными двигателями). China: BHAA Publish House, Beijing, 2005 (соавтор).
  • Интеллектуальные системы управления и контроля газотурбинных двигателей / Под ред. академика С. Н. Васильева М.: Машиностроение, 2008 (соавтор).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1980)[2].
  • Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1990).
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1994).
  • 1973 йылдың 20 авгусында тормошҡа ашырылған уйлап табыуы өсөн «СССР-ҙың уйлап табыусыһы» билдәһе тапшырыла.
  • Космонавтика федерацияһы миҙалдары: академик С. П. Королев (1991), Ю. А. Гагарин (1995).
  • Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының Р. Р. Мәүлетов исемендәге премияһы лауреаты (2005).

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә