Хисмәтуллина Зарема Рим ҡыҙы

ғалим-дерматовенеролог. Медицина фәндәре докторы (2007), профессор (2008). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2013) һәм «Башҡортоста

Хисмәтуллина Зарема Рим ҡыҙы (рус. Хисматуллина Зарема Римовна; 13 июнь 1966 йыл) — ғалим-дерматовенеролог. Медицина фәндәре докторы (2007), профессор (2008). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2013) һәм «Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы» (2004).

Хисмәтуллина Зарема Рим ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 13 июнь 1966({{padleft:1966|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:13|2|0}}) (58 йәш)
Тыуған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө табип, дерматовенеролог
Уҡыу йорто БДМУ
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографияһы

үҙгәртергә

Хисмәтуллина Зарема Рим ҡыҙы 1966 йылдың 13 июнендә Өфөлә тыуа. 1990 йылдаБашҡорт дәүләт медицина институтын, 1992 йылда — «тире һәм венерик ауырыуҙар» белгеслеге буйынса клиник ординатураны, 1995 йылда «тире һәм венерик ауырыуҙар» белгеслеге буйынса көндөҙгө аспирантураны тамамлай, уны тамамлағандан һуң кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай. Аспирантураны тамамлағандан һуң Башҡорт дәүләт медицина институтының дерматовенерология кафедраһында ассистент булып эшләй, 2000—2008 йылдарҙа — доцент, 2008 йылдан әлеге көнгә тиклем Башҡорт дәүләт медицина институтының дерматовенерология кафедраһы мөдире була[1]. 2007 йылда «Зооантропонозная трихофития в Республике Башкортостан (Этиология, клиника, диагностика, лечение)» темаһына докторлыҡ диссертацияһын яҡлай[2]. Әлеге ваҡытта Өфөлә клиникала — Пушкин урамы адресы буйынса 2-се республика дауаханаһында эшләй[3]. Бер үк ваҡытта Хисмәтуллина З.Р. Башҡорт дәүләт медицина университетының Өҫтәмә белем биреү институтында стоматология факультетында һәм дерматовенерология курсында дерматовенерология буйынса лекциялар курсын уҡый. Дауалау, педиатрия һәм стоматология факультеттарында студенттарға практик дәрестәр һәм электив курстар үткәрә.

2000 йылдан Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш дерматовенерологы. Башҡорт дәүләт медицина университетының сертификация комиссияһы рәйесе һәм БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының «дерматовенерология» белгеслеге буйынса профилле аттестация комиссияһы рәйесе[1].

Фәнни эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Фәнни эшмәкәрлеге Башҡортостан Республикаһында микотик инфекцияларҙың этиологияһын, клиник үҙенсәлектәрен өйрәнеү­гә, уларҙы диагностикалауға һәм дауалауға арналған. Хисмәтуллина ҡатнашлығында инфильтратив­ эренләткес трихофитияны дауалау ысулдары эшләнә.

Зарема Рим ҡыҙы 127 фәнни һәм уҡытыу-методик эш, шул иҫәптән ике монография һәм 19 уйлап табыу патенты авторы. Уның етәкселегендә 11 кандидатлыҡ диссертацияһы башҡарылған һәм яҡланған. Әлеге ваҡытта ул — биш диссертация эше етәксеһе[1].

Хисмәтуллина Зарема Рим ҡыҙы бер нисә тапҡыр халыҡ-ара, бөтә Рәсәй һәм төбәк конференцияларында, конгрестарҙа һәм форумдарҙа сығыш яһай.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 Хисматуллина Зарема Римовна. Башкирский государственный медицинский университет. Дата обращения: 26 февраль 2024.
  2. Хисматуллина Зарема Римовна
  3. Зарема Римовна Хисматуллина

Һылтанмалар

үҙгәртергә