Шымкент
Шымке́нт ( 1992 йылдың 8 сентябренә тиклем Чимкент[5]; ҡаҙ. Шымкент ) — Ҡаҙағстандың көньяғындағы ҡала, республика әһәмиәтендәге статусҡа эйә[6]. «Ҡаҙағстан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошо тураһында» законы нигеҙендә, халыҡ һаны 1 миллиондан ашыу өс ҡала айырым дәүләт әһәмиәтенә эйә булып тора. Былар: Алматы, Астана һәм Шымкент,уларҙың статусы өлкәгә тиң. Шымкент айырым административн-территориаль берәмек, (республиканың 17-се регионы[7]), үҙен уратып алған өлкә составына инмәй [8]
Шымкент | |
ҡаҙ. Шымкент | |
Герб | |
Нигеҙләү датаһы | XII быуат |
---|---|
Рәсми атамаһы | Чимкент, Чымкент һәм Черняев |
Донъя ҡитғаһы | Азия |
Дәүләт | Ҡаҙағстан |
Административ үҙәге | Төркөстан өлкәһе һәм Чимкентский уезд[d] |
Административ-территориаль берәмек | Ҡаҙағстан |
Сәғәт бүлкәте | UTC+6 һәм Азия/Алма-Ата[d][1] |
Хөкүмәт башлығы | Сауранбаев, Нурлан Ермекович[d] |
Халыҡ һаны |
1 184 113 кеше (1 октябрь 2022)[2], 1 191 877 кеше (1 ғинуар 2023) |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 506 ± 1 метр |
Туғандаш ҡала | Стивенидж[d], Хужанд, Адана, Джиддә, Байинь[d][3], Гроссето[d], Измир[4], Паттайя[d], Могилёв һәм Иҫкешәһәр |
Милке | Стадион им. Хаджимукана Мунайтпасова[d] |
Майҙан | 347 км² |
Почта индексы | 160000 |
Рәсми сайт | gov.kz/memleket/entities… |
Иң тәүге яҙма ваҡыты | VI быуат |
Номер тамғаһы коды | X / Y / 17 |
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы | Категория:Похороненные в Шымкенте[d] |
Шымкент Викимилектә |
Шымкент — халыҡ һаны буйынса илдә өсөнсө[9] һәм биләгән майҙандары буйынса беренсе урында тора [10], иң эре сәнәғәт, сауҙа һәм мәҙәни үҙәктәренең береһе; халыҡ һаны буйынса икенсе урында торған Шымкент агломерацияһы.
2018 йылдың 19 июненә тиклем[11] — Көньяҡ-Ҡаҙағстан (хәҙерге Төркөстан өлкәһе) өлкәһенең административ үҙәге булған.
Этимологияһы
үҙгәртергәҠаланың әлеге атамаһы Шымкент ике өлөштән тора: «кент» термины[12] (фарсы телдәрендә — ҡала, ҡасаба, төйәк) һәм «чим/шым» билдәләмәһе[13].«Шым/чим» компонентының тарихи рәүештә «чем», «чеменьгень», «чиминь», «чиминъгень» тигән варианттары ла булған һәм фарсы телдәрендә «болон, сиҙәм» тигәнде аңлатҡан.
- В. В. Бартольд һәм Э. М. Мурзаев фекеренсә, «чиминь/чемень» сөғд теленән (болон, сәскәле үҙән) «кент» һүҙе ҡушып эшләнгән.
- В. В. Радлов «чаман» һүҙенән - ғәрәпсә «ағаслыҡ» тигәндән килеп сыҡҡан тип һанай[13].
- Сәйәхәтсе Г. Н. Потанин 1830 йылда «Чимкеть» тигән атаманы теркәгән («кеть» варианты)[13].
- Э. М. Мурзаев 1984 йылда ( Л. И. Розоваға һәм В. И. Савинаға һылтанып) «чамен/чемен» һүҙен «сиҙәм» һүҙе менән бәйләй[13].
Тәүге мәғлүмәттәр
үҙгәртергәХәҙерге заман Шымкент биләмәләре территорияһында XI−XII быуаттар арауығында кеше йәшәгән булған. Шуның менән бергә, уның бынан иртәрәк барлыҡҡа килеүе тураһында ла гипотеза бар, был фараз археологик ҡаҙыныу эштәре барышында тәҡдим табылған ҡәберҙәрҙе өйрәнеү нигеҙендә барлыҡҡа килгән, белгестәр баһаһы буйынса, улар V - VI быуаттарға ҡарай тип баһаланған. Шымкент тураһында яҙма сығанаҡтарҙа беренсе тапҡыр Шәрәф-әд-дин Йәзди (1425 йыл) китабы «Зәфәр-намә» («Еңеүҙәр китабы») китабында Аҡһаҡ Тимер яуҙарын һүрәтләгәндә телгә ала. , эргәһендә хәрби походтары һүрәтләнгән Тимур[14].
Халҡы
үҙгәртергәXIX быуат аҙағы
үҙгәртергә1897 йылғы йәниҫәп буйынса Чимкентта 11 194[15] кеше йәшәгән (6185 ир-ат һәм 5009 ҡатын-ҡыҙ).
1897 йылда туған телдәре буйынса ошолай яҙылғандар[15]:
- һарттар — 84,6 %
- урыҫтар — 5,7 %
- ҡырғыҙ-ҡайсаҡтар — 4,0 %
- украиндар — 1,8 %
- йәһүдтәр — 1,6 %
- татарҙар — 1,1 %
- поляктар — 0,6 %
- немецтар — 0,2 %
- ҡараҡалпаҡтар — 0,2 %
- үзбәктәр — 0,08 %.
Чимкент өйәҙендә 1897 йылда 285 059 кеше йәшәгән, туған телдәр буйынса ошолай булғандар [16]:
- ҡырғыҙ-ҡайсаҡтар — 78,8 %
- һарттар — 11,2 %
- үзбәктәр — 7,3 %
- украиндар — 1,5 %
- урыҫтар — 0,8 %
- татарҙар — 0,2 %
- йәһүдтәр — 0,07 %.
XX быуаттың икенсе яртыһында
үҙгәртергә1939 йылғы йәниҫәп буйынса Чимкент ҡала советында (дөйөм халыҡ һаны 91 867 кеше) Чимкент ҡалаһы үҙе (74 421 кеше), шулай уҡ Ильич эшсе ҡасабаһы булған — 17 446 кеше[17].
Милләт | тотош ҡала советы | Чимкент ҡ. | Үҙәк өлөш | Калинин ( Свинцовый з-ды р-ны) |
Ильич э.ҡ. |
---|---|---|---|---|---|
Урыҫтар | 47,26 % | 49,28 % | 48,95 % | 51,13 % | 38,63 % |
Ҡаҙаҡтар | 14,64 % | 13,09 % | 11,33 % | 22,80 % | 21,25 % |
Үзбәктәр | 14,38 % | 16,71 % | 18,45 % | 7,09 % | 4,41 % |
Украиндар | 9,65 % | 10,39 % | 10,26 % | 11,07 % | 6,49 % |
Татарҙар | 4,20 % | 4,27 % | 4,17 % | 4,83 % | 3,89 % |
Корейҙар | 1,39 % | 1,41 % | 1,65 % | 0,10 % | 1,31 % |
Әзербайжандар | 1,24 % | 0,03 % | 0,04 % | 0,01 % | 6,37 % |
Финдар | 0,83 % | - | - | - | 4,37 % |
Немецтар | 0,59 % | 0,38 % | 0,43 % | 0,10 % | 1,50 % |
Тажиктар | 0,22 % | 0,07 % | 0,07 % | 0,05 % | 0,84 % |
башҡалар | 6,44 % | 4,37 % | 4,64 % | 2,83 % | 15,30 % |
XXI быуат башы
үҙгәртергә2019 йылдың 1 ғинуарына ҡала халҡы 1 011 511 кеше тип иҫәпләнә [18]
Этнос | Һаны | Өлөшө |
---|---|---|
Ҡаҙаҡтар | 547 297 | 63,78 % |
Үзбәктәр | 161222 | 18,78 % |
Урыҫтар | 93 607 | 10,91 % |
Әзербайжандар | 15 357 | 1,79 % |
Татарҙар | 10 257 | 1,19 % |
Корейҙар | 6598 | 0,77 % |
Украиндар | 3061 | 0,36 % |
Төрөктәр | 6656 | 0,78 % |
Уйғырҙар | 1590 | 0,19 % |
Ҡырғыҙҙар | 1500 | 0,17 % |
Чечендар | 1387 | 0,16 % |
Немецтар | 1118 | 0,13 % |
Курдтар | 2607 | 0,30 % |
Гректар | 613 | 0,07 % |
Фарсылар | 1002 | 0,12 % |
Тажиктар | 626 | 0,07 % |
Башҡорттар | 408 | 0,05 % |
башҡалар | 3241 | 0,38 % |
ВСЕГО | 858 147 | 100,00 % |
Этнос | Һаны | Өлөшө |
---|---|---|
Ҡаҙаҡтар | 407 378 | 64,76 % |
Урыҫтар | 91 317 | 14,52 % |
Үзбәктәр | 86 180 | 13,70 % |
Әзербайжандар | 11 676 | 1,86 % |
Татарҙар | 9700 | 1,54 % |
Корейҙар | 6304 | 1,00 % |
Украиндар | 3377 | 0,54 % |
Төрөктәр | 2568 | 0,41 % |
Уйғырҙар | 1390 | 0,20 % |
Ҡырғыҙҙар | 1134 | 0,18 % |
Чечендар | 1122 | 0,18 % |
Немецтар | 1029 | 0,16 % |
Курдтар | 882 | 0,14 % |
Гректар | 572 | 0,09 % |
Фарсылар | 503 | 0,08 % |
Тажиктар | 488 | 0,08 % |
Төркмәндәр | 100 | 0,02 % |
башҡалар | 3349 | 0,53 % |
ЙӘМҒЕҺЕ | 629 069 | 100,00 % |
Ҡаҙағстандың бойондороҡһоҙлоҡ осоронда Шымкент ҡалаһында халыҡ һаны ҙур үҫеш кисерҙе.Мәҫәлән, 2011 йылға ҡала халҡы һаны 2000 йыл менән сағыштырғанда 44,5 процентҡа үҫә (629,1 мең һәм 435,3 мең кеше - ярашлы рәүештә)[21].
2015 йылға Шымкентҡа эргә-тирәһендәге райондарҙы ҡушалар, шул сәбәпле ҡала халҡы һаны 858 147 кешегә етә[22].Шымкенттың элекке ерҙәрендә 711 783 кеше йәшәгән булған[23].
Биләмәләр өҫтәлеү менән халыҡтың этник составы ла үҙгәрә. Мәҫәлән, үзбәктәр һаны 86 180-дән 161 222 кешегә етә.
Агломерация
үҙгәртергәШымкент агломерацияһына 367 тораҡ пункт инә, улар 1573,5 мең га территорияла урынлашҡан. Шымкент агломерацияһында йәшәүселәр һаны 2017 йыл аҙағына 1,8 млн кеше булған (Ҡаҙағстан Республикаһы халҡының 10 проценты), был уны дәүмәле буйынса илдәге икенсе агломерация кимәленә күтәрә ( Алматыныҡынан ҡала - 2,5 млн кеше)[24][25] 2020 йылға был һан 1,9 млн кешегә етер тип көтөлә, ә 2030 — йылға - 2,3 млн тирәһе[26]
Изохрон ысулын файҙаланып (1,5- сәғәтлек транспорт менән файҙаланыу мөмкинлеге) агломерация структураһы билдәләнгән. Уның йоғонтоһона инә : үҙәк (төйөн) — Шымкент ҡалаһы, Арыс ҡала администрацияһы (Арыс ҡалаһы менән), Байҙыбәк, Төлкөбас, Ҡаҙығорт (Ҡаҙығорт ауылы менән), Толебий (Ленгер ҡалаһы менән), Ордабасы һәм Сайрам райондары (шул иҫәптән Манкент һәм Сайрамды ҡушып)[27]
Динамикаһы
үҙгәртергәХалыҡ һаны | |||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
1897[15] | 1908[28] | 1913[28] | 1939[29] | 1945[30] | 1959[29] | 1970[29] | 1977[29] | 1979[31] | 1989[32] |
11 194 | ▲17 000 | ▲19 000 | ▲74 000 | ▲82 100 | ▲153 000 | ▲247 000 | ▲303 000 | ▲321 535 | ▲392 977 |
1992[33] | 1993[33] | 1994[33] | 1995[33] | 1996[33] | 1997[33] | 1998[33] | 1999[33] | 2000[33] | 2001[33] |
▲405 500 | ▲409 700 | ▲411 400 | ▲414 400 | ▲417 900 | ▼417 400 | ▲419 700 | ▲435 300 | ▲482 900 | ▲502 700 |
2002[33] | 2003[33] | 2004[33] | 2005[33] | 2006[33] | 2007[33] | 2008[33] | 2009[33] | 2010[33] | 2011[33] |
▲506 700 | ▲513 100 | ▲521 200 | ▲526 100 | ▲535 100 | ▲554 600 | ▲602 300 | ▲615 000 | ▲629 100 | ▲642 700 |
2012[33] | 2013[33] | 2014[34] | нач. 2015[35] | 01.01.2016[35] | 01.01.2017[36] | 01.01.2018[37] | 01.01.2019[38] | ||
▲662 300 | ▲683 300 | ▲711 873 | ▲858 147 | ▲885 799 | ▲912 300 | ▲951 605 | ▲1 011 511 |
Телдәр
үҙгәртергәҠулланылған телдәр 2012 | ||||
---|---|---|---|---|
ҡаҙаҡ теле | 72 % | |||
урыҫ теле | 74 % | |||
инглиз теле | 9.5 % | |||
һәммә өс тел | 9.5 % | |||
Ҡаҙаҡ теле дәүләт теле статусына, урыҫ теле — рәсми тел статусына эйә ( ҠР Конституцияһы, ст 7.2). 2012 йылға Шымкенттағы өлкәндәрҙең 74 % урыҫ телен, 72 % — ҡаҙаҡ, 9,5 % — инглиз телен белгән, өс телде лә белеүселәр (ҡаҙаҡ, урыҫ, инглиз) — 9,5 %[21].
Климаты
үҙгәртергә- Һауаның уртаса йыллыҡ температураһы — +13,0 °C
- Һауаның сағыштырма дымлылығы — 57 %
- Елдең уртаса тиҙлеге — 2,2 м/с
Ҡала климаты | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Күрһәткес | Ғин | Фев | Мар | Апр | Май | Июн | Июл | Авг | Сен | Окт | Ноя | Дек | Йыл |
Абсолют максимум, °C | 22,2 | 24,5 | 31,5 | 33,0 | 37,8 | 43,0 | 47,2 | 42,2 | 39,2 | 34,4 | 30,6 | 25,4 | 47,2 |
Уртаса максимум, °C | 4,1 | 6,6 | 12,9 | 19,2 | 25,1 | 30,0 | 32,7 | 32,1 | 27,2 | 18,8 | 12,1 | 6,0 | 18,9 |
Уртаса температура, °C | −0,7 | 1,6 | 7,6 | 13,6 | 19,1 | 23,7 | 26,3 | 25,3 | 19,9 | 12,3 | 6,4 | 0,9 | 13,0 |
Уртаса минимум, °C | −4,8 | −2,7 | 3,0 | 8,3 | 12,9 | 16,7 | 19,1 | 17,9 | 12,8 | 6,6 | 1,7 | −3,1 | 7,4 |
Абсолют минимум, °C | −31,1 | −28,9 | −23,9 | −7,8 | −2,8 | 5,5 | 7,8 | 7,0 | −1,1 | −12 | −30 | −26,1 | −31,1 |
Яуым-төшөм нормаһы, мм | 73 | 70 | 83 | 69 | 56 | 16 | 12 | 4 | 10 | 41 | 67 | 75 | 576 |
Сығанаҡ: Погода и климат |
Ҡала климаты | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Күрһәткес | Ғин | Фев | Мар | Апр | Май | Июн | Июл | Авг | Сен | Окт | Ноя | Дек | Йыл |
Уртаса максимум, °C | 4,7 | 5,7 | 14,2 | 20,5 | 26,8 | 31,9 | 34,2 | 33,9 | 28,3 | 20,0 | 11,4 | 5,9 | 19,8 |
Уртаса температура, °C | 0,1 | 1,1 | 8,8 | 14,5 | 20,3 | 24,7 | 26,6 | 26,1 | 20,8 | 13,6 | 6,5 | 1,5 | 13,7 |
Уртаса минимум, °C | −4,7 | −3,6 | 3,3 | 8,5 | 13,6 | 17,3 | 18,9 | 18,3 | 13,2 | 7,2 | 1,3 | −3,3 | 7,5 |
Сығанаҡ: www.weatheronline.co.uk |
Туғандаш ҡалалар
үҙгәртергәГалерея
үҙгәртергә-
Бойондороҡһоҙлоҡ паркынан ҡала үҙәгенә күренеш
-
ТРЦ Mega Center Shymkent
-
Металлургтар Һарайы
-
Икона Казанской Божьей матери храмы
-
Төркөстан урамы
-
Француз йорто
-
Тәуке хан проспектындағы тергеҙелгән йорт
-
Бойондороҡһоҙлоҡ паркы аркаһы
-
Шымкент скверындағы аркада
-
Ҡунаев бульварында тораҡ комплекс
-
Ҡунаев бульварында тораҡ биналар
Шулай уҡ ҡара
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ https://data.iana.org/time-zones/tzdb-2021e/asia
- ↑ https://www.citypopulation.de/en/kazakhstan/admin/17__shymkent_qalasy/
- ↑ https://baiyin.gov.cn/attach/old/byszf/W020220108552860833587.pdf
- ↑ https://www.izmir.bel.tr/tr/KardesKentler/62
- ↑ Постановление Верховного Совета от 08.09.1992 "О переименовании и упорядочении транскрибирования на русском теле наименований отдельных административно-территориальных единиц республики Казахстан"[1]
- ↑ Постановление Верховного Совета от 08.09.1992 "О переименовании и упорядочении транскрибирования на русском теле наименований отдельных административно-территориальных единиц республики Казахстан"[2]
- ↑ Шымкент – семнадцатый . Архивировано 22 июнь 2018 года. 2018 йыл 22 июнь архивланған.
- ↑ Публичное подписание Указа «О некоторых вопросах административно-территориального устройства Республики Казахстан»[3]
- ↑ Список_городов_Казахстана_по_численности_населения
- ↑ Утвердили бюджет и получили награды! Архивировано 26 декабрь 2014 года. 2014 йыл 26 декабрь архивланған.
- ↑ Публичное подписание Указа «О некоторых вопросах административно-территориального устройства Республики Казахстан»[4]
- ↑ В современном казахском теле кент — посёлок городского типа, поэтому в разговорном теле часто город упоминается как Шымқала.
- ↑ 13,0 13,1 13,2 13,3 Попова В. Н. http://www.ruslang.ru/doc/voprosy/voprosy2000-3.pdf 2015 йыл 22 декабрь архивланған. Ареально-ретрогрессивный метод А. П. Дульзона в исследовании субстратной топонимии] // Вопросы телознания. — 2000. — № 3. — С. 52-53.
- ↑ ШЫМКЕНТ: ПРОШЛОЕ, НАСТОЯЩЕЕ, БУДУЩЕЕ[5]
- ↑ 15,0 15,1 15,2 Первая всеобщая перепись населения Российской Империи 1897 г.
- ↑ Первая всеобщая перепись населения Российской Империи 1897 г.
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1939 года. Национальный состав населения районов, городов и крупных сёл союзных республик СССР
- ↑ Об изменении численности населения Республики Казахстан с начала 2018 года до 1 января 2019 года[6] 2019 йыл 4 февраль архивланған.
- ↑ Численность населения РК по отдельным этносам на начало 2015 года 2019 йыл 17 июль архивланған.
- ↑ Численность населения РК по отдельным этносам на 1 января 2011 года 2012 йыл 16 ноябрь архивланған.
- ↑ 21,0 21,1 Программа развития города Шымкента на 2011—2015 годы 2014 йыл 2 февраль архивланған.
- ↑ Численность населения Республики Казахстан по областям, городам и районам на начало 2015 года 2021 йыл 4 февраль архивланған.
- ↑ Численность населения Республики Казахстан по областям, городам и районам на 1 января 2015 года 2017 йыл 16 август архивланған.
- ↑ Проект развития агломерации Шымкента обсудили в акимате ЮКО[7]
- ↑ Программа развития регионов[8] 2016 йыл 20 декабрь архивланған.
- ↑ Программа развития регионов[9] 2016 йыл 20 декабрь архивланған.
- ↑ Программа развития регионов[10] 2016 йыл 20 декабрь архивланған.
- ↑ 28,0 28,1 Ахмедова, К.Б. Советский Союз. Географическое описание в 22 томах. Казахстан / К. Б. Ахмедова и др. Отв. ред. Н. Н. Пальгов – Москва: Мысль, 1970 – 408 с. – Библиогр.: с. 317
- ↑ 29,0 29,1 29,2 29,3 БСЭ. Чимкент
- ↑ КАЗАХСКАЯ ССР. АДМИНИСТРАТИВНО-ТЕРРИТОРИАЛЬНОЕ ДЕЛЕНИЕ. На 1 января 1945 года[11] 2017 йыл 29 август архивланған.
- ↑ Демосокоп. Всесоюзная перепись 1979 года
- ↑ Демосокоп. Всесоюзная перепись 1989 года
- ↑ 33,00 33,01 33,02 33,03 33,04 33,05 33,06 33,07 33,08 33,09 33,10 33,11 33,12 33,13 33,14 33,15 33,16 33,17 33,18 33,19 33,20 33,21 Департамент статистики ЮКО. Демография. Динамика 2018 йыл 29 июнь архивланған.
- ↑ Численность населения Южно-Казахстанской области на 1 января 2015 года 2018 йыл 29 июнь архивланған.
- ↑ 35,0 35,1 На 1 января 2016 г 2019 йыл 10 апрель архивланған.
- ↑ Об изменении численности населения Южно-Казахстанской области с начала 2017 года до 1 июля 2017 года 2020 йыл 24 июнь архивланған.
- ↑ Численность населения Южно-Казахстанской области по полу в разрезе городов, районов, районных центров и поселков на (январь 2018 год) . Министерство национальной экономики Республики Казахстан. Комитет по статистике. 2019 йыл 1 февраль архивланған.
- ↑ Об изменении численности населения Республики Казахстан с начала 2018 года до 1 января 2019 года[12] 2019 йыл 4 февраль архивланған.
- ↑ Города-побратим . Архивировано 30 ғинуар 2014 года. 2015 йыл 30 ғинуар архивланған.
- ↑ İzmir'in kardeş kentleri . Архивировано 4 август 2012 года. 2012 йыл 27 июль архивланған.
- ↑ У нашего города - еще один побратим! Архивировано 30 октябрь 2014 года. 2015 йыл 24 сентябрь архивланған.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Акимат Южно-Казахстанской области 2009 йыл 6 октябрь архивланған.
- Подушкин Н. П. Когда родился Шымкент? / Шымкент. Историко-информационный путеводитель. — Шымкент: Китап, 1998. — ISBN 5-605-00263-5
- Управление статистики Южно-Казахстанской области 2020 йыл 30 сентябрь архивланған.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Официальный сайт акимата города Шымкента 2008 йыл 18 август архивланған.