Иҫке Ҡорос
Иҫке Ҡорос (рус. Старокуручево) — Башҡортостан Республикаһының Баҡалы районындағы ауыл. Иҫке Ҡорос ауыл Советының административ үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 1478 кеше[2]. Почта индексы — 452654, ОКАТО коды — 80207849001.
Ауыл | |
Старокуручево башҡ. Иҫке Ҡорос | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Башлыҡ |
Маннапов Илфаҡ Мөсәлим улы |
Беренсе мәртәбә телгә алынған |
1684 |
Элекке исеме |
Куруч(с)ево, Куручева |
Халҡы | |
Конфессиональ составы |
хәнәфи мәҙһабы сөнни мосолмандар |
Этнохороним |
иҫке ҡоростар |
Сәғәт бүлкәте | |
Телефон коды |
+7 34742 |
Почта индексы |
452654 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Рәсми сайт | |
Географик урыны
үҙгәртергә- Район үҙәгенә тиклем (Баҡалы): 19 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Туймазы): 94 км
- Башҡортостан Республикаһының баш ҡалаһы Өфөгә: 170 км[3].
Иҫке Ҡорос ауылы Сөн йылғаһы бассейнына ҡараған Маты йылғаһы буйында урынлашҡан. Район үҙәге Баҡалынан көньяҡ-көнығышҡа 19, Туймазы тимер юл станцияһынан төньяҡ-көнсығышҡа 94 километрҙа урынлашҡан. Башҡорттар, татарҙар йәшәй[4].
Тарихы
үҙгәртергәАуылға Ҡазан даруғаһы Ҡырғыҙ улусы башҡорттары үҙ аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалған. 1684 йылда керҙәшлек килешеүе буйынса бында яһаҡлы татарҙар килеп ултыра, улар һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күсә. Ул осорҙа ауыл Ҡорос исеме менән билдәле булған.
Хәҙерге Баҡалы районының бөтә ауылдары төрлө ваҡытта ҡырғыҙ, биләр һәм йылан башҡорт ырыуҙарының аҫаба ерҙәрендә барлыҡҡа килгән. 1795 йылда 315 кеше, 1865 йылда 240 йортта — 1373 кеше йәшәгән. 1899 йылда Иҫке Ҡорос ихаталарының һаны (улар бөтәһе 396) буйынса Өфө губернаһының Бәләбәй өйәҙендә беренсе урындарҙы биләй.
Игенселек, малсылыҡ, умартасылыҡ менән шөғөлләнгәндәр. Ҡорос ауылында улус идараһы урынлашҡан, бер мәсет, 3 училище, 2 һыу тирмәне булған.
1906 йылда ауылда улус идараһы урынлашҡан, 2 мәсет, урыҫ-башҡорт министрлыҡ мәктәбе, мәҙрәсә, тимерлек, 4 һыу тирмәне, 7 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. XX быуат башында Яңы Ҡорос бүлендек ауылы барлыҡҡа килгәндән һуң, элгәрге ауыл хәҙергесә Иҫке Ҡорос тип атала башлай. 1899 йылда Иҫке Ҡорос ихаталарының һаны (бөтәһе 396) буйынса Өфө губернаһының Бәләбәй өйәҙендә беренсе урындарҙы биләй[5].
1899 йылға ҡарата Ҡорос улусының дөйөм характеристикаһы: «Бөтә улус буйынса ер биләү община формаһына ҡайтып ҡала. Баҫыусылыҡ системаһы өс баҫыулы. Ерҙәр рәүиз йәне башына бирелә. Биләмәләрҙәге үҙгәрештәр түбәндәге һыҙаттарҙа сағылыш таба: һөрөнтө ерҙәр - 15 общинала урмандар иҫәбенә, көтөүлектәр иҫәбенә - 4 общинала, болондар иҫәбенә - 7 общинала, йорт-ҡаралты 2 общинала сабынлыҡтар иҫәбенә артҡан. 9 община баҫыуҙарында ярҙары ҡыуаҡлыҡ һәм үлән менән ҡапланған йырындар бар, бер общинала яҙғы һыуҙар арҡаһында йырындар ҙурайған. Баҫыуҙарҙың бер өлөшө һабандар, бер өлөшө һуҡа менән эшкәртелә. Һуҡалар эш малының кәмеүенә бәйле индерелә. Камиллаштырылған ҡоралдарҙан бөтә улусҡа 41 елгәргес бар. Бөтә ауылдарҙа ла башлыса үҙҙәрен тәьмин итеү маҡсатында картуф сәселә. Малдар ғәҙәти тәртиптә бөтә баҫыуҙарҙа ла үлән утлай. Улус халҡының күпселеге ылаусылыҡ кәсебе менән шөғөлләнә. Ҡороста ылауға ялланыу хаҡы — 70 саҡрымға 30 бот йөк илтеү 2 һум тәшкил иткән. Игенселеккә инмәгән башҡа халыҡ шөғөлдәре теркәлмәгән». [6][7]
Халыҡ һаны
үҙгәртергәИҫке Ҡорос ауылында ҡырғыҙ башҡорттары тоҡомдары йәшәй.
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1906 йыл | 2275 | ||||
1920 йыл 26 август | 2363 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 2367 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 1808 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 1753 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 1629 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 1478 | 702 | 776 | 47,5 | 52,5 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
2002 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре: башҡорттар (28%), татарҙар (69%)[8].
Бөгөнгө ауыл
үҙгәртергәИҫке Ҡорос — «Ҡорос» Асыҡ Акционерҙар Йәмғәиәтенең үҙәк усадьбаһы. Иҫке Ҡорос урта мәктәбе, балалар баҡсаһы, табип амбулаторияһы, Мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар[9].
Билдәле кешеләре
үҙгәртергә- Собханҡолов Мәғәлим Әкрәм улы (11.04.1920—10.09.1976, СССР-ҙың ғалим-математигы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1954—1976 йылдарҙа (өҙөклөк менән) Дүшәнбеләге В. И. Ленин исемендәге Тажик дәүләт университеты уҡытыусыһы, факультет деканы, кафедра мөдире. 1968—1970 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының математик анализ кафедраһы мөдире. Физика-математика фәндәре докторы (1963), профессор (1964). СССР-ҙың юғары мәктәбе, Тажик ССР-ының халыҡ мәғарифы отличнигы.
- Ғәлләмов Әбүзәр Карам улы (20.06.1939—6.03.2006), ғалим-инженер-механик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1974—2006 йылдарҙа Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университетының кафедра мөдире. Техник фәндәр докторы (1974), профессор (1976). РСФСР-ҙың (1982) һәм Башҡорт АССР-ының (1978) атҡаҙанған фән эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2004). Почёт ордены кавалеры (1998)[10].
- Мөхәмәтйәнов Ирек Зирәк улы (22.01.1959), ғалим-математик, 1981 йылдан Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы, 2006—2010 йылдарҙа кафедра мөдире. Физика‑математика фәндәре докторы (2004)[11].
Хәтер
үҙгәртергәУрамдары
үҙгәртергәБоронғо Иҫке Ҡороста Шөпшә, Балсыҡлы урамдары булған
- Алмантай урамы (рус. Алмантаево (улица)
- Балсыҡлы урам (рус. Балчиклинская (улица)
- Башҡорт урамы — (рус. Башкирская (улица)
- Дуҫлыҡ урамы — (рус. Дружбы (улица)
- Йырын аръяғы урамы — (рус. Заовражная (улица)
- Ҡамай урамы (рус. Камаево (улица)
- Комсомол урамы — (рус. Комсомольская (улица)
- Кооператив урамы — (рус. Кооперативная (улица)
- Урман урамы (рус. Лесная (улица)
- Мәлкән урамы (рус. Мельканово (улица)
- Тыныслыҡ урамы — (рус. Мира (улица)
- Йәштәр урамы (рус. Молодёжная (улица)
- Таулы урамы — (рус. Нагорная (улица)
- Баҡса урамы — (рус. Садовая (улица)
- Спорт урамы — (рус. Спортивная (улица)
- Үҙәк урам — (рус. Центральная (улица)
- Мәктәп урам — (рус. Школьная (улица)
- Мәктәп тыҡрығы (рус. Школьный переулок
- Шоссе урамы (рус. Шоссейная (улица)
- Шупша урамы — (рус. Шупшинская (улица)[12].
Тирә-яҡ мөхит
үҙгәртергәТауҙар: Әндрәй тауы
Йылға-шишмәләр:
- Ялан-бесәнлектәр, юл:
- Таусыҡтар, түбәләр:
- Тарихи ҡомартҡылар:
1917 йылғы ауыл хужалығын иҫәпкә алыу карточкалары
үҙгәртергәШулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4. (рус.)
- Сборник статистических сведений по Уфимской губернии. Том IV. Белебеевский уезд. : Сборник статей. — Уфа.: Уфимская губернская земская управа, 1899.
- Камалов А. А. и др. Словарь топонимов Республики Башкортостан. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 2002. — 253 с.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Иҫке Ҡорос // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Бакалинская земля: история и люди. — Уфа: ГУП РБ УПК, 2010. — 320 с.: ил.(урыҫ.)
- Иҫке Ҡорос // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Село Старокуручево, Республика Башкортостан. Сайт «Командировка.ру» (рус.)
- Совет муниципальных образований Республики Башкортостан.
- География Бакалинского района. Природа и население. Учебное пособие для 8 класса
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
- ↑ Иҫке Ҡорос // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Село Старокуручево .(недоступная ссылка)
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4. (рус.)
- ↑ Сборник статистических сведений по Уфимской губернии, 1899, с. 981
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — приложение в формате Excel 2016 йыл 4 март архивланған..
- ↑ Бакалинская земля: история и люди. — Уфа: ГУП РБ УПК, 2010. — 320 с.: ил.(урыҫ.)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Ғәлләмов Әбүзәр Карам улы 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 18 июнь 2019)
- ↑ Иҫке Ҡорос // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. Башҡорт энциклопедияһы — Мухаметьянов Ирик Зирягович - Мөхәмәтйәнов Ирек Зирәк улы] 2019 йыл 24 декабрь архивланған.
- ↑ Улицы Старокуручево
- ↑ География Бакалинского района. Природа и население. Учебное пособие для 8 класса
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |