Берҙәм Рәсәй — Бөтә Рәсәй сәйәси партияһы.

«Берҙәм Рәсәй»
Логотип
Лидер:

Дмитрий Медведев

Төҙөлгән ваҡыты:

1 декабрь 2001

Штаб-квартира:

129110, Мәскәү, Мунса тыҡырығы, 3а[1]

Идеология:

центризм, консерватизм[2], социаль консерватизм[3], авторитаризм[4][5]

Фекерҙәштәр и блоктар:

Патриоты России, см. здесь

Йәштәр берләшмәһе:

«Берҙәм Рәсәйҙең йәштәр гвардияһы»

Ағзалар һаны:

2 073 772 (по данным Минюста[6]

Урындар Дәүләт Думаһында:
306 / 450
(IV созыв)
315 / 450
(V созыв)
238 / 450
(VI созыв)[7]
Урындар региональ парламенттарҙа:
2840 / 3787
[8]
Шәхестәр:

члены партии в категории (93 чел.)

Сайт:

er.ru

2001 йылдың декабрендә Мәскәүҙә «Берҙәмлек һәм Ватан союзы» Дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһын (2001 йылдың октябре «Берҙәмлек» һәм «Ватан» йәмәғәт берекмәләре менән «Бөтә Рәсәй» ижтимағи-сәйәси хәрәкәтен берләштереү юлы менән төҙөлә) үҙгәртеп ҡороу һөҙөмтәһендә «Берҙәмлек һәм Ватан — Берҙәм Рәсәй» партияһы булараҡ барлыҡҡа килә, 2003 йылдың декабре (партияның 4 се съезынан) алып хәҙерге исемен йөрөтә[9].

Ҡағиҙәләре

үҙгәртергә

«Берҙәм Рәсәй» программаһының төп ҡағиҙәләре: көслө дәүләт; үҫешеүсе гражданлыҡ йәмғиәте;

сәскә атыусы ил (бөтөнөһөн эсенә алыусы иҡт. модернизацияһы, граждандарҙың матди муллығы һәм рухи именлеге);

Рәсәйҙең федератив ҡоролошо; үҙгәреүсе донъяла бөйөк Рәсәй;

хакимиәттең барлыҡ кимәлдәрендә күпселек граждандар мәнфәғәтен яҡлаусы һәм йәмәғәт тотороҡлоғон һаҡлау өсөн сығыш яһаусы яуаплы партия.

Башҡортостан төбәк бүлексәһе

үҙгәртергә

Партияның Башҡортостан төбәк бүлексәһе 2002 йылдың февраленән ижтимағи һәм сәйәси акцияларҙа, һайлауҙарҙа һәм референдумдарҙа ҡатнашыу, шулай уҡ дәүләт власы, урындағы үҙидаралыҡ органдарында граждандар мәнфәғәтен яҡлау юлы менән республика халҡын актив сәйәси тормошҡа йәлеп итеү маҡсатында ойошторола. Башҡортостан ҡалалары һәм райондарында 1043 тәүге ойошманы берләштергән 69 структур бүлексәһе бар (2005), улар составында 19 мең партия ағзаһы иҫәпләнә.

Бүлексәнең юғары органы булып кәмендә 2 йылға 1 тапҡыр йыйыла торған конференция тора. Конференциялар араһындағы осорҙа партия эшмәкәрлеге менән Төбәк сәйәси советы һәм Төбәк башҡарма комитеты (икеһе лә — Өфөлә) етәкселек итә. Респ. «Берҙәм Рәсәй» яҡлылар 20 меңгә яҡын кешене берләштерә; уларҙың эшмәкәрлеген ойоштороу маҡсатында Партия яҡлыларҙың төбәк советы төҙөлгән (рәйесе М. Ш.Мәһәҙиев). «Берҙәм Рәсәй» Башҡ н төбәк бүлексәһенең Йәмәғәт ойошмалары м н берлектәге эшен координациялау өсөн Төбәк сәйәси совет эргәһендә Йәмәғәт берекмәләренең кәңәшмә советы төҙөлгән.

Партияның Башҡ н бүлексәһе үҙәк һәм урындағы власть органдарына һайлауҙарҙа әүҙем ҡатнаша. РФ Дәүләт думаһына һайлауҙарҙа (2003) «Берҙәм Рәсәй» Башҡортостан Республикаһы ҙа 40 % ҡа яҡын тауыш йыйған (партия исемлеге б са 5 урын); Башҡортостан Республикаһы ҙың бөтә 6 бер мандатлы округы б са ш. уҡ «Берҙәм Рәсәй» вәкилдәре һайланған.

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай 57 депутат «Берҙәм Рәсәй» ағзаһы, 43 ө партия яҡлы. Муниц. вәкәләтле органдарҙың 10650 депутатының 37 % ы партия ағзалары, 38 % ы — партия яҡлылар (2005).

Төбәк бүлексәһе йәмәғәт ойошмалары м н хеҙмәттәшлеккә, йәштәр һәм ветерандар м н эшләүгә айырыуса иғтибар бүлә. Иң мөһим акциялар иҫәбендә төрлө ғилми ғәмәли саралар үткәреү: «Башҡортостан Республикаһының социаль форумы», «Рәсәй үҫешенең иҡтисади һәм сәйәси проблемалары: төбәктән ҡараш» һәм «Төбәктәрҙең тотороҡло үҫешен тәьмин итеүҙә федераль һәм төбәк органдарҙың роле» темаларына түңәрәк өҫтәлдәр; «Берҙәм Рәсәй сәйәси партияһының Рәсәй дәүләтселеген нығытыуҙағы роле» конф., «Берҙәм Рәсәй» партияһы көндәре һ.б.

Партия Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында Законды боҙған ойошмалар исемлегендә тора. Партия Рәйесе Д. Медведевтын ҡабул итеү бүлмәһе (450077, Башҡортостан Республикаһы, Өфө, Достоевский урамы, 73) таҡталары һәм мәғлүмәте бер телдә ғенә яҙылған.

Төбәк сәйәси совет секретарҙары

үҙгәртергә
  1. Әйүпов Мансур Әнүәр улы (2002—2007 йылдар)
  2. Ҡолмөхәмәтов Энгельс Вәрис улы (2007 −2009 йылдар)
  3. Толкачев Константин Борисович (2009 й. алып);

Төбәк башҡарма комитеты етәкселәре

үҙгәртергә
  1. Ғәбитов Исмәғил Әхмәҙулла улы (2002—2010 йылдар)
  2. Р. Р. Ишмөхәмәтов (2010 й. алып)
  3. А. Л. Мифтахов (2012 й. алып).

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә