Ҡайын
Ҡайын — ҡайын һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты, беше аҡ туҙ ҡабыҡлы, эре япраҡлы ағас.
Ҡайын | |||||||||||||||||||
Тәлгәш ҡайын (Betula pendula) | |||||||||||||||||||
Фәнни классификация | |||||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| |||||||||||||||||||
Халыҡ-ара фәнни исеме | |||||||||||||||||||
Betula L. (1753) | |||||||||||||||||||
Бүлендек таксондар | |||||||||||||||||||
| |||||||||||||||||||
|
Таралышы
үҙгәртергәЯҡынса 70 төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙа таралған. Башҡортостанда 5 төрө үҫә. Бейеклеге 20 метрға етә. Апрель-май айҙарында сәскә ата, емеше август-сентябрҙә өлгөрә.
Биологик яҙма
үҙгәртергәЯҡтылыҡ ярата, йомортҡа йәки кире йомортҡа формаһындағы сатырлы, 40—150 йәшкә еткән япраҡ ҡойоусы ағас, һирәгерәк ҡыуаҡ. Олоно аҡ төҫтә (кәрлә ҡайын ҡыҙғылт‑көрән төҫтә), тармаҡлы, бейеклеге 0,2—20 м. Япраҡтары сиратлы, һаплы, ябай; ромб, йомортҡа, һирәгерәк йомро формалы, бысҡылы йәки тешле ситле. Сәскәләре күркһеҙ, бер енесле, оҙон һырғаларҙа. Һеркә (ата) һырғалар йәй башынан ботаҡ остарында үҫешәләр һәм ҡышлайҙар, яҙ көнө сәскә аталар һәм һары төҫтәге «һеркә осоралар». Йәшел төҫтәге ҡыҫҡа емешлек (инә) һырғалары ҡыҫҡа үренделәрҙәге бөрөләрҙән барлыҡҡа килә. Апрель-июндә япраҡ ярған ваҡытта сәскә ата. Емеше — ярылы ҡырпыуы булған ваҡ, ялпаҡланған сәтләүек, йәй аҙағында, көҙөн өлгөрә.
Ареал һәм төрҙәре
үҙгәртергәҺалбыр ҡайын ҡайын һәм һыу айырғыстарҙың ҡатнаш урмандарында; аҡ ҡайын — һаҙланған уйһыулыҡтарҙа; Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына индерелгән һәм Салауат районында ғына осраған реликт кәрлә ҡайын гипна һәм сфагнум һаҙлыҡтарында, һирәк ҡарағас урмандарында һәм тау тундраһында үҫә; тәпәш ҡайын һирәкләп ҡыуаҡлыҡ‑сфагнум һаҙлыҡтарында һәм тау тундраһында осрай; кәкре ҡайын тауҙарҙың ярым яланғас бүлкәтендә кәкре ағастарҙан торған урмандар барлыҡҡа килтерә.
Ҡайын төньяҡ ярымшарҙа таралған.
Ҡайынды ҡулланыу
үҙгәртергәҮҙағасы мебель сәнәғәтендә, яғыулыҡ итеп һәм активлаштырылған күмер алыу өсөн, йәш ботаҡтары миндек һәм һепертке әҙерләү өсөн ҡулланыла. Япраҡтары, бөрөләре, дегете медицинала файҙаланыла, ҡайын һутын поливитаминлы эсемлек итеп ҡулланалар.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Иллюстрированный определитель растений Ленинградской области / Под ред. А. Л. Буданцева и Г. П. Яковлева — М.: Товарищество научных изданий КМК, 2006. — С. 167. — 700 экз. — ISBN 5-87317-260-9. (рус.)
- Ғүмәров В. З. Тыуған яҡтың шифалы үҫәмлектәре. —Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1996. −160 б. ISBN 5-295-01499-1
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Ҡайын // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Был мәҡәләне викилаштырырға кәрәк. Мәҡәләнең бер нисә етешһеҙлеге булһа, {{Rq}} ҡалыбын ҡуллана алаһығыҙ. Бынан тыш, мәҡәләгә автоматик рәүештә Төркөм:Википедия:Викилаштырыу кәрәк булған мәҡәләләр тигән категория өҫтелә. |
Был ботаника буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |