Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейы

Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейы — Башҡортостандың халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың Өфөләге музейы.

Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейы
Музей Мажита Гафури.jpg
Асылған ваҡыты 1948 йыл
Урынлашыуы Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы, Гоголь урамы, 28
Сайт mazhit-gafuri.ru/part/mu…
Логотип Викисклада Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейы Викимилектә

Тарихы һәм һүрәтләүҮҙгәртергә

Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейы Башҡортостандағы әҙәби музейҙарҙың тәүгеһе булып тора. Ул 1948 йылдың 5 мартында Мәжит Ғафури 1923 — 1934 йылдарҙа йәшәгән йортта асыла. Был бина — XIX быуаттың архитектура һәйкәле. Музейҙа алты зал бар. Ҡунаҡ бүлмәһендә, йоҡо бүлмәһендә һәм эш кабинетында шағир фатирындағы йыһаз тергеҙелгән[1].

Төп экспозиция Башҡортостандың халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың тормошо һәм ижад юлы тураһында һөйләй. Йортта әҙәби хеҙмәткәрҙең ҡулъяҙмалары һәм документтары ғына түгел, XX быуат башындағы интерьерҙың, шарттарҙың һаҡланыуы ла иғтибарға лайыҡ. Ул Октябрь революцияһынан һуң Рәсәйҙә ойошторолған иң тәүге әҙәби музейҙарҙың береһе. Музей фондтарында Мәжит Ғафуриҙың мемориаль әйберҙәре, ҡулъяҙмалары һаҡлана.

Алты залдың өсөһөндә Ғәбделмәжит Нурғәли улы ғаиләһе менән йәшәгән йылдарҙағы интерьер бермә-бер ҡабатлана. Ҡалған өсөһөнөң экспозицияһы шағирҙың ижадын һәм тормош юлын бар нескәлектәрендә ентекле сағылдыра.

Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейы — Башҡортостан Республикаһы Милли әҙәбиәт музейы мәҙәниәт һәм сәнғәт дәүләт бюджет учреждениеһы филиалы.

ГалереяҮҙгәртергә

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

ҺылтанмаларҮҙгәртергә