Төп менюны асырға

Батыршин Нәҡий Хурамша улы (11 апрель 1932 йыл — 28 май 2002 йыл) — инженер-төҙөүсе, Социалистик Хеҙмәт Геройы.

Батыршин Нәҡий Хурамша улы
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 11 апрель 1932({{padleft:1932|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:11|2|0}})
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Стәрлебаш районы, Айҙарәле
Вафат булған көнө 28 май 2002({{padleft:2002|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (70 йәш)
Вафат булған урыны Рәсәй, Ҡазан ҡалаһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы
Уҡыу йорто Ҡаҙаҡ милли техник университеты

БиографияһыҮҙгәртергә

Нәҡий Хурамша улы Батыршин 1932 йылдың 11 апрелендә Башҡорт АССР-ының Стәрлебаш районы Айҙарәле ауылында тыуған.

Юғары белемле, 1959 йылда Ҡаҙаҡ педагогия институтын, 1969 йылда — Ҡаҙаҡ политехник институтын тамамлай. 19521954 йылдарҙа Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә.

1954 йылда Төркмән ССР-ында ВЛКСМ-дың Ташауз ҡала комитетында эшләй башлай. 1956 йылда комсомол путевкаһы буйынса Ҡаҙаҡ ССР-ының Кустанай өлкәһе Рудный ҡалаһына Соколов-Сарбай тау-байыҡтырыу комбинаты төҙөлөшөнә килә, 1958 йылда мөһим объект — Рудненск йылылыҡ электр станцияһын төҙөүгә йүнәлтелә. Ташсы булып эшләй, һуңынан — «Соколоврудстрой» тресының «Промстрой-5» төҙөлөш идаралығында комплекслы ташсылар бригадаһы бригадиры була.

Н. X. Батыршиндың бригадаһы йылылыҡ электр станцияһының төп корпусы стенаһын һалыуҙы билдәләнгән ваҡытынан 30 көн алда тамамлай, шуның менән турбина һәм ҡаҙан агрегатын графигынан 15 көн алда монтажларға һәм тапшырырға мөмкинлек бирә. Уның тәҡдиме буйынса тәүге тапҡыр төҙөлөштә, металл экономиялау маҡсатында, аҫылмалы баҫмалар ҡулланыла, был тиҫтәләгән эшсе көсөн бушатырға һәм 12 мең һум дәүләт аҡсаһын экономияларға мөмкинлек бирә. ТЭЦ объекттарында бригада норманы ай һайын 125—138 процентҡа үтәй.

Капиталь төҙөлөш буйынса ете йыллыҡ план йөкләмәһен (1959—1965) үтәүҙә өлгәшкән уңыштары өсөн, СССР Юғары Советы Президиумы указы менән 1966 йылдың 11 авгусында Н. X. Батыршинға С«оциалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә.

1971—1992 йылдарҙа баш инженер, «Татагропромстрой» тресының ПМК-245 башлығы булып эшләй.

НаградаларыҮҙгәртергә

Шулай уҡ ҡараҮҙгәртергә

  • Татарстандың Социалистик Хеҙмәт Геройҙары

ӘҙәбиәтҮҙгәртергә

  • Герои труда/ Справочник о Героях Социалистического Труда и кавалерах ордена Трудовой Славы трех степеней из Башкортостана./ сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа: Китап, 2011. — 432 с. : ил. — ISBN 978-5-295-05228-6
  • Башкирская энциклопедия. Гл. ред. М. А. Ильгамов т. 1. А-Б. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2005. — 624 с. — ISBN 5-88185-053-X

ҺылтанмаларҮҙгәртергә

Сергей Каргапольцев Накий Хурамшинович Батыршин. «Герои страны» сайты. 8 июль 2016 тикшерелгән.