Малышев Юрий Михайлович

Малышев Юрий Михайлович (11 апрель 1931 йыл; Төньяҡ-Кавказ крайы Новощербинов станицаһы, хәҙер — РСФСР, Краснодар крайы; — 7 март 2015 йыл, Өфө ҡалаһы) — СССР һәм Рәсәй ғалимы, нефть эшкәртеү сәнәғәтенең иҡтисад өлкәһе белгесе; педагог. Иҡтисад фәндәре докторы, профессор. РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре.

Малышев Юрий Михайлович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 11 апрель 1931({{padleft:1931|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:11|2|0}})
Тыуған урыны Новощербиновская[d], Ейский район[d], Северо-Кавказский край[d], РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 7 март 2015({{padleft:2015|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:7|2|0}}) (83 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Һөнәр төрө иҡтисадсы
Эшмәкәрлек төрө Нефть эшкәртеү заводы
Эш урыны ӨДНТУ
Уҡыу йорто Г. В. Плеханов исемендәге Рәсәй иҡтисад университетының Һарытау дәүләт социаль иҡтисад университеты[d]
Ғилми дәрәжә иҡтисад фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Дуҫлыҡ ордены РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре

Биографияһы үҙгәртергә

  • 1953 йыл — Һарытау иҡтисад институтын «Сәнәғәт иҡтисады» һөнәре буйынса тамамлаған;
  • 1953—1956 йй. — Һарытау иҡтисад институтының ауыл хужалығын планлаштырыу кафедраһы янында аспирантурала уҡыған;
  • 1956—1958 йй. — Һарытау иҡтисад институтының ауыл хужалығын планлаштырыу кафедраһы ассистенты;
  • 1958—1963 йй. — СССР фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының ғилми хеҙмәткәре;
  • 1959 йыл; — иҡтисади фәндәр кандидаты ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеп диссертация яҡлай;
  • 1962 йыл — СССР фәндәр академияһының «Иҡтисад» һөнәре буйынса өлкән ғилми хеҙмәткәр дәрәжәһенә раҫлана;
  • 1963 йыл — Өфө нефть институтының «Иҡтисад, нефть сәнәғәтен ойоштороу һәм планлаштырыу» кафедраһына доцент булып эшкә күсә;
  • 1970 йыл — иҡтисади фәндәр докторы ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеп диссертация яҡлай;
  • 1972 йыл — профессор ғилми дәрәжәһенә раҫлана;
  • 1972 йыл— Өфө нефть институтының «Иҡтисад, нефть эшкәртеү һәм нефть химияһы сәнәғәте предприятиеларын ойоштороу һәм планлаштырыу» кафедраһы мөдире итеп һайлана;
  • 1973 йыл — Өфө нефть институтында уҡыу эштәре буйынса проректор итеп тәғәйенләнә;
  • 1986 йыл — йәнә «Иҡтисад, нефть эшкәртеү һәм нефть химияһы сәнәғәте предприятиеларын ойоштороу һәм планлаштырыу» кафедраһы мөдире итеп һайлана;

2005 йылдан — Өфө дәүләт нефть техник университетының «Иҡтисад, нефть эшкәртеү һәм нефть химияһы сәнәғәте предприятиеларын ойоштороу һәм планлаштырыу» кафедраһы профессоры

Фәнни һәм педагогик эшмәкәрлеге үҙгәртергә

Профессор Ю. М. Малышевтың фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары өлкәһе: нефть эшкәртеү предприятиеларының производство- хужалыҡ эшмәкәрлеген планлаштырыуҙа иҡтисади-математик ысулдарҙы ҡулланыу, производствоның техник камиллашыуында инвестицияларҙың иҡтисади һөҙөмтәлелеген баһалау, хужалыҡ итеүҙең яңы ысулдары, продукция сифаты менән идара итеү.

1960 йылдарҙа Юрий Михайловичтың етәкселегендә һәм туранан-тура ҡатнашлығында нефть эшкәртеү предприятиеларының производство-хужалыҡ эшмәкәрлеген планлаштырыуҙа иҡтисади-математик ысулдарҙы әҙерләү һәм индереү буйынса эштәр алып барыла. Артабанғы йылдарҙа профессор Ю. М. Малышев инвестицияларҙың һөҙөмтәлелеге проблемаһының теоретик һәм методик аспекттары өлкәһендә ҙур тикшеренеүҙәр үткәрә. Ю. М. Малышев тарафынан эшләнгән төҙөлөш сроктарының иҡтисади баһаһы һәм етештереү ҡеүәтен үҙләштереү методикаһы СССР-ҙың перспективалы дәүләт планы бүлегендә һәм СССР фәндәр академияһы төп фондтың, капитал һалымдар һәм яңы техниканың һөҙөмтәлелеге буйынса Ғилми советында тыңлана һәм хуплана.

Профессор Ю. М. Малышев ҡатнашлығында нефть эшкәртеү предприятеларының технологик структураларын камиллығы дәрәжәһен баһалау методикаһы эшләнә, ул заводтың техник ҡатмарлығы үлсәмен генә түгел, ә нәҡ техник камиллығы кимәлен асыҡларға мөмкинлек бирә, ул иҡтисади йомғаҡлау һөҙөмтәһендә — табыштың артыуында һәм етештереүҙең рентабеллелегендә күренә. Был методиканы ҡулланыу һәр технологик процестың әһәмиәтен билдәләргә мөмкинлек бирә, уларҙы индереү сиратлылығын һәм һәр заводтың үҙенсәлектәренә ярашлы арттырыуҙы билдәләргә, инвестицияларҙы ихтыяждарын оптималләштереүгә мөмкинлек бирә. Ю. М. Малышев тарафынан кафедра хеҙмәткәрҙәре менән берлектә сәнәғәт предприятиеларында хужалыҡ итеүҙең яңы формаларын индереү буйынса эш алып барыла.

Оҙаҡ йылдар (1972—1987), СССР фәндәр академияһының Башҡортостан филиалында төп фондтарҙың һәм капитал һалыуҙарҙың һөҙөмтәлелеге буйынса Ғилми совет рәйесе булып тора, профессор Ю. М. Малышев рәсәй фәне составына Башҡортостан ғалимдарының ғилми тикшеренеүҙәре интеграцияһына ҙур өлөш индерә.

1966 йылдан Малышев Юрий Михайлович фәнни кадрҙар әҙерләү менән уңышлы шөғөлләнә. Был осорҙа иҡтисад фәндәре кандидаты ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеү өсөн уның 45 аспиранты диссертация яҡлай. Ю. М. Малышевтың дүрт уҡыусыһы иҡтисад фәндәре докторы булып китә. 13 йыл дауамында (1973 йылдан 1986 йылға тиклем) Малышев Өфө нефть институтының уҡытыу эштәре буйынса проректор булып эшләй. «Экономика и Управление» журналының редколлегия ағзаһы[1]

Фәнни хеҙмәттәре араһында иң билдәлеләре үҙгәртергә

200-гә яҡын фәнни хеҙмәт, шул иҫәптән ете монография авторы. Кафедра хеҙмәткәрҙәре менән авторҙашлыҡта уның тарафынан иҡтисад, нефть, нефть эшкәртеү, нефть һәм химия сәнәғәте предприятиелары менән идара итеү һәм ойоштороу буйынса 15 дәреслек һәм уҡыу әсбабы нәшер ителгән. Фәнни хеҙмәттәренең иң билдәлеләре:

  1. Экономика нефтяной и газовой промышленности : [Учебник для нефтяных техникумов] / Ю. М. Малышев, В. Е. Тищенко, В. Ф. Шматов. — М. : Недра, 1980;
  2. Совершенствование активных методов обучения студентов : Тезисы докладов межвузовской научно-методической конференции / [Редкол.: Ю. М. Малышев (отв. ред.) и др.]. — Уфа : Башкирское книжное издательство, 1982;
  3. Пути совершенствования управления качеством учебного процесса : Тезисы докладов межвузовской научно-методической конференции [2—3 февр. 1984 г. / Редкол.: Ю. М. Малышев (отв. ред.) и др.]. — Уфа : УНИ, 1984;
  4. Планирование, организация и управление межсессионной работой студентов : Тезисы докладов межвузовской научно-методической конференции [27—29 янв. 1986 г. / Редкол.: Ю. М. Малышев (отв. ред.) и др.]. — Уфа : Башкирское книжное издательство, 1986;
  5. Качественное совершенствование производственного аппарата отрасли : Прогноз, оценка результатов, планирование. : Учебное пособие / Е. С. Докучаев, А. Ф. Брюгеман, Ю. М. Малышев; Уфимский нефтяной институт. — Уфа : УНИ, 1987;
  6. Экономика, организация и планирование производства на предприятиях (объединениях) нефтеперерабатывающей промышленности : [Учебник для средних специальных учебных заведений / Ю. М. Малышев, А. Ф. Брюгельман, А. Ф. Зимин и др. — М. : Химия, 1990;
  7. Экономическая оценка в управлении качеством на нефтеперерабатывающем предприятии / А. Г. Кабилов, Н. Р. Сайфуллин, Р. Г. Нигматуллин и др. [под ред. Ю. М. Малышева]. — Уфа : УГНТУ, 1994;
  8. Основные фонды : (Финансово-экономический аспект) : Учебное пособие / Ю. М. Малышев, А. Ф. Мансуров, Т. А. Мансурова; Министерство общего и профессионального образования РФ, Уфимский государственный нефтяной технический университет. — Уфа, УГНТУ, 1998.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • 1998 — Дуҫлыҡ ордены;
  • 1981 — РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре;
  • 1977 — БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре.
  • СССР ауыл хужалығы күргәҙмәһенең Почёт дипломы (уҡыу әҙәбиәте баҫмаһы өсөн),
  • СССР Юғары һәм урта махсус белем биреү министрлығының «Эшендәге яҡшы уңыштары өсөн» билдәһе

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Состав редакционной коллегии журнала «Экономика и Управление» (недоступная ссылка) на официальном сайте Башкирской академии государственной службы и управления при Президенте Республики Башкортостан.

Һылтанмалар үҙгәртергә