Ғатауллин Урал Миңлезар улы

телеоператор

Ғатауллин Урал Миңлезар улы (11 апрель 1970 йыл) — телеоператор. 1992 йылдан хәҙерге «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы юлдаш телевидениеһының оператор ассистенты, телеоператоры, 2013 йылдан — баш телеоператор. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2014).

Ғатауллин Урал Миңлезар улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 11 апрель 1970({{padleft:1970|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:11|2|0}}) (53 йәш)
Тыуған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө оператор
Эшмәкәрлек төрө Телевидение
Эш урыны БСТ
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографияһы үҙгәртергә

Урал Миңлезар улы Ғатауллин 1970 йылдың 11 апрелендә Башҡорт АССР-ының баш ҡалаһы Өфөлә тыуған.

12 йәшенән фотография менән мауыға башлай һәм 16 йәше тулғанда тормошон телевидение менән бәйләргә ҡарар итә.

1988 йылда Орджоникидзе районындағы 57-се урта мәктәпте тамамлай һәм хеҙмәт эшмәкәрлеген «Союзпечать» агентлығында экспедитор булып башлай. Бер үк ваҡытта республика йәштәр гәзите «Ленинец» редакцияһында Светлана Гафурова алып барған "Йәш журналист мәктәбе"нә йөрөй.

1989 йылда Телерадиоүҙәккә яҡтыртыусы булып эшкә урынлаша.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2014).
  • «100 лет Республике Башкортостан» юбилей миҙалы (декабрь, 2019)

Һылтанмалар үҙгәртергә