Сәлихов Рафаэль Ғирфан улы
Сәлихов Рафаэль Ғирфан улы (11 апрель 1932 йыл — 25 март 2017 йыл) — СССР һәм Рәсәй театр актёры. БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы (1972), Башҡортостандың халыҡ артисы (1993). Театр эшмәкәрҙәре Союзы ағзаһы (1954).
Сәлихов Рафаэль Ғирфан улы | |
рус. Рафаэль Гирфанович Салихов | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 11 апрель 1932 |
Тыуған урыны | Иҫке Муса ауылы, Ҡырмыҫҡалы районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 25 март 2017 (84 йәш) |
Вафат булған урыны | Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй |
Һөнәр төрө | актёр |
Уҡыу йорто | Өфө сәнғәт училищеһы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Салауат башҡорт дәүләт драма театрының иң сағыу артистарының береһе.
Биографияһы
үҙгәртергәРафаэль Ғирфан улы[1] 1932 йылдың 11 апрелендә Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Муса ауылында тыуған. Сәлиховтар нәҫелендә артистар булмай, атаһы Рафаэлде уҡытыусы итеп күҙ алдына килтерә, әммә ғаиләлә баланың театрға ҡыҙыҡһыныуына ҡаршы килмәйҙәр.
1946 — 1949 йылдарҙа Башҡорт театр-художество училищеһында (хәҙер Өфө сәнғәт училищеһы) уҡый (К Ф. Ғәҙелшина курсы[2]). Училищены 1953 йылда тамамлағандан һуң Рафаэль Сәлихов Ауырғазы колхоз-совхоз театрына эшкә килә[3]. 1956 йылда театрҙы Толбазы ауылынан Салауат ҡалаһына күсерәләр.
Артабанғы ижади тормошо Салауат башҡорт дәүләт драма театры менән бәйле була[4]. Рафаэль Сәлихов — йыраусы драма актёры булараҡ лирик геройҙарҙы һынландырыу өсөн бик яҡшы типаж була. Йәш саҡта ул башлыса традицион музыкаль мелодрамаларҙа һөйәрҙәр ролдәрен башҡара. 2006 йылға тиклем — актёр, бер үк ваҡытта — театр музейы мөдире, 1991 йылдан алып — театрҙың әҙәби бүлеге мөдире[2]).
Спектаклдәрҙәге ролдәре
үҙгәртергә- Хәлил (М. Фәйзи, «Ғәлиәбаныу»)
- Булат (К.Тинчурин, «Зәңгәр шәл» мелодрамаһы)
- Аскер (У. Ғаджибәков, «Аршын мал-алан» музыкаль комедияһы[5]
- Закир (М. Мәжит Ғафуриҙың «Ҡара Йөҙҙәр» повесы буйынса инсценировка)
- Айбулат Һ. Дәүләтшинаның «Ырғыҙ» романы буйынса инсценировкаһы)
- Михаил Заболотный (В. С. Розов, «Туй көнө» драмаһы)
- Ябағаев (Мостай Кәрим, «Айгөл Иле» драмаһы)
- Нуритдин (Т. Абдумомунов, «Ялыу тейеш түгел» драмаһы)
- Мәхмүт (Ә. Мирзаһитов, «Утлы өйөрмә»)
- Абдулла (Ф. Бүләков, «Әбейҙәргә ни етмәй»)
- Исламғәли (Ә. Мирзаһитов, «Әсәләр көтәләр улдарын»)
- Ғ. Инан (Нәжиб Асанбаев, «Көҙән башкорто»))
Маҡтаулы исем дәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Бөтә Союз театр сәнғәте смотры лауреаты (Мәскәү, 1967).
- БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы (1972)
- Башҡортостандың халыҡ артисы (1993)
- «Почёт Билдәһе» ордены (1986)
- «Хеҙмәт ветераны» миҙалы (1978)
- күп һанлы маҡтау ҡағыҙҙары һәм дипломдары.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ http://img-fotki.yandex.ru/get/6207/16389044.27/0_75867_e9a77147_orig
- ↑ 2,0 2,1 СӘЛИХОВ Рафаэль Ғирфан улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Салаватский драмтеатр :: Театр(недоступная ссылка)
- ↑ Сайт салаватского башкирского драматического театра 2011 йыл 16 апрель архивланған.
- ↑ http://img-fotki.yandex.ru/get/6107/16389044.27/0_75868_67d153cc_orig