Сафин Тимур Марсель улы

Сафин Тимур Марсель улы (4 август 1992 йыл) — рапирала фехтовальщик, ике тапҡыр Европа чемпионы. Европа уйындары, донъя һәм Европа чемпионаттары приздарын алыусы. Командалы рапира ярыштарында Олимпия чемпионы (2016), рапирала шәхси ярыштарҙа XXXI йәйге Олимпия уйындарының бронза миҙалын яулаусы. Фехтование буйынса Рәсәй спорт мастеры (2007), халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2012)[1].

Тимур Сафин
Шәхси мәғлүмәт
Енесе

ир-ат

Тулы исеме

Тимур Марсель улы Сафин

Гражданлығы

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Специализация

рапирала фехтование

Клуб

СДЮСШОР №19 (Өфө)

Тыуған датаһы

4 август 1992({{padleft:1992|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:4|2|0}}) (31 йәш)

Тыуған ере

Ташкент, Үзбәкстан

Спорт карьераһы

2001 — хәҙерге ваҡыт

Рабочая сторона

уң ҡул

Тренеры

Л. Р. Грушина, Р. Р. Нәсибуллин

Буйы

182

Ауырлығы

82

[[commons:Category: Timur Safin Викимилектә|Аудио, фото, видео]] на Викискладе

Биографияһы үҙгәртергә

Тимур Марсель улы Сафин 1992 йылдың 4 авгусында Үзбәкстандың баш ҡалаһы Ташкентта тыуған[1]. Һуңыраҡ ғаиләһе менән Рәсәйгә күсә.

2001 йылдан фехтование менән шөғөлләнә. 2008 йылдан — үҫмерҙәр, 2012 йылдан милли Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы[1].

Өфө ҡалаһының Фехтование буйынса 19-сы балалар һәм үҫмерҙәр олимпия резервы махсус мәктәбе (тәүге тренер — Арыҫланов Фәрит Йәүҙәт улы, В. В. Нәғимов[2]), 5-се спорт йүнәлешендәге республика мәктәп-интернаты (тренерҙары — Грушина Лира Рим ҡыҙы, Нәсибуллин Руслан Рафиҡ улы|) тәрбиәләнеүсеһе[1].

2010 йылдан Башҡортостан физик культура институтында белем ала[1].

Спорт ҡаҙаныштары үҙгәртергә

Карьераһында иң яҡшы һөҙөмтәләре[2]
  • Олимпия уйындары 2016 — 1-се урын (командалы), 3-сө урын (шәхси)
  • Донъя чемпионаты 2014 — 3-сө урын (шәхси)
  • Донъя кубогы этабы 2016 (Сан-Хосе) — 1-се урын (шәхси)
  • Европа чемпионаты 2016 — 1-се урын (шәхси һәм командалы)
  • Үҫмерҙәр араһында донъя беренселеге 2012 — 1-се урын (шәхси), 2-се урын (командалы)
  • Үҫмерҙәр араһында Европа беренселеге 2012 — 2-се урын (командалы)
  • Европа чемпионаты 2013 (U23) — 1-се урын (шәхси һәм командалы)
  • Рәсәй чемпионаты 2014, 2015 — 1-се урын (шәхси)
  • Иң көслөләр турниры — 1-се урын (шәхси)

Башҡа ҡаҙаныштары

Шәхси иҫәптә
  • үҫмерҙәр араһында Рәсәй беренселеге 2006 — 3-сө урын;
  • юниорҙар араһында Рәсәй беренселеге 2012 — 1-се урын;
  • юниорҙар араһында Рәсәй беренселеге 2010, 2011 — 3-сө урын;
  • йәштәр араһында Рәсәй беренселеге 2011 — 3-сө урын;
  • ир-егеттәр араһында Рәсәй чемпионаты 2011 — 3-сө урын.
Командалы иҫәптә
  • үҫмерҙәр араһында Рәсәй беренселеге 2009 — 1-се урын;
  • юниорҙар араһында Рәсәй беренселеге 2010, 2012 — 1-се урын;
  • юниорҙар араһында Рәсәй беренселеге 2009, 2011 — 3-сө урын;
  • үҫмерҙәр араһында Европа беренселеге 2011 — 2-се урын;
  • йәштәр араһында Рәсәй беренселеге 2011 — 1-се урын;
  • йәштәр араһында Рәсәй беренселеге 2010 — 2-се урын;
  • Рәсәй кубогы 2010 — 1-се урын;
  • Рәсәй кубогы 2012 — 2-се урын;
  • ир-егеттәр араһында Рәсәй чемпионаты 2012 — 2-се урын.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Сафин Тимур Марселевич. Федерация Фехтования Республики Башкортостан. Дата обращения: 13 август 2016.
  2. 2,0 2,1 Тимур Сафин. Федерация Фехтования России. Дата обращения: 13 август 2016.

Һылтанмалар үҙгәртергә