Кук Утрауҙары — (ингл Cook Islands, маори Kūki 'Āirani) — Тымыҡ океандың көньяғындағы Полинезияла Яңы Зеландия менән ирекле бәйләнештә булған шул уҡ исемле архипелаг һәм үҙ идаралы дәүләт. Төньяҡта Кирибати һыуҙары, көнсығышта Франция Полинезияһы, Ниуэ, көнбайышта Америка Самоаһы, Токелау, көньяҡта нейтраль Тымыҡ океан һыуҙары менән сиктәш.

'Кук Утрауҙары
'
Kūki 'Āirani
(маори) 'Cook Islands (ингл.)'
Кук Утрауҙары гербы
Флаг
Гимн: «Te Atua Mou E (Бог — это Истина)»
Үҙаллылыҡ датаһы 4 август 1965 ( ЯңыЗеландия менән ирекле ассоцация)
Рәсми телдәр инглизсә һәм Кук теле[d]
Баш ҡала Аваруа
Идара итеү төрө конституцион монархия
Королева

Корелева вәкиле Премьер-министр

Елизавета II

Сэр Фредерик Гудвин Генри Пуна

Территория
• Бөтәһе
• % һыу өҫтө
209
236,7 км²
0
Халыҡ
• Һаны (2016)
• Халыҡ тығыҙлығы

17 700[1] чел. (218)
82.7 чел./км²
Валюта Яңы Зеландия доллары,
Интернет-домен .ck
Код ISO CK
МОК коды COK
Телефон коды +682
Сәғәт бүлкәте -10

Кук Утрауҙары Яңы Зеландия короллеге составына инә. Территория 15 утрауҙан тора, шуларҙың 3-ндә кеше йәшәмәй: Төньяҡ төркөмөндә — 7 утрау һәм Көньяҡ төркөмөндә — 8. Ҡоро ер майҙаны — 236 км². Халыҡ һаны 17 459 кеше тәшкил итә[1] (2016).

Уның баш ҡалаһы — Раротонга утрауындағы Аваруа ҡалаһы. 1888 йылда утрауҙар Британия империяһы протекторатына әйләнә, ә 1901 йылда Яңы Зеландия хакимиәтенә тапшырыла. 1965 йылда Кук Утрауҙары Яңы Зеландия менән берлектә идара ителгән дәүләт субъекты булып китә. Ул Көньяҡ Тымыҡ океан комиссияһы һәм Тымыҡ океан утрауҙары форумы ағзаһы булып тора.

Донъяның күпселек илдәре Кук Утрауҙарын халыҡ-ара хоҡуҡ субъекты тип танымай[3], әммә 48 дәүләт һәм Европа берлеге улар менән дипломатик мөнәсәбәттәр һаҡлай.

Этимологияһы

үҙгәртергә

Архипелагка хәҙерге исемде XIX быуатта инглиз сәйәхәтсеһе Джеймс Кук хөрмәтенә урыҫ диңгеҙҙә йөҙөүсе Крузенштерн Иван Фёдорович бирә. 1773—1775 йылдарҙа Көньяҡ төркөм утрауҙарында булып киткән Кук үҙе уларҙы Херви утрауҙары тип атай (ингл. Hervey Islands).

Радиоуглерод анализы мәғлүмәттәре буйынса, Көньяҡ төркөмдөң Кук Утрауҙарына полинезиялылар беҙҙең эраның 500 йылынан да һуңға ҡалмай урынлаша[4]. Сағыштырмаса лингвистика мәғлүмәттәренә ярашлы, Көньяҡ төркөм утрауҙарына Йәмғиәт утрауҙарынан (острова Общества) килеп урынлашҡан, уларға, үҙ сиратында, Маркиз утрауҙарынан күсеп киләләр. Шул уҡ ваҡытта прамаркиз һәм пратаитян телдәре беҙҙең эраға 900 йыл тирәһендә бүленә. Төньяҡ төркөм утрауҙарында (Пукапуканан башҡа) йә Көньяҡ төркөм утрауҙарынан, йә туранан-тура Йәмғиәт утрауҙарынан килгәндәр[5].

Испания диңгеҙҙә йөҙөүселәре Альваро де Менданья һәм Педро Фернандес Кирос XVI—XVII быуаттар аҙағында утрауҙарға килгән тәүге европалылар була. Беренсе булып 1595 йылда Сан-Бернардо утрауы тип аталған Пукапука утрауы асыла. XVII быуат уртаһында уҡ утрауҙарҙы инглиз диңгеҙҙә йөҙөүселәре тикшерә. 1773—1774 йылдарҙа һәм 1777 йылда күренекле инглиз сәйәхәтсеһе Джеймс Кук Мануаэ, Палмерстон, Мангаиа һәм Атиу утрауҙарын аса. Ул асҡан Көньяҡ төркөм утрауҙары Херви утрауы тип атала. Архипелаг хәҙерге исемен XIX быуат башында, утрауҙарҙы рус сәйәхәтсеһе Крузенштерн Иван Фёдорович] өйрәнгән саҡта ғына ала.

1820 йылдар башында Кук Утрауҙарына Лондон миссионер йәмғиәтенең беренсе миссионерҙары (беренсеһе Джон Уильямс була) төшә. Христианлыҡ бик тиҙ тарала, тиҙҙән сиркәү утрауҙарҙың сәйәси һәм административ тормошон үҙ контроле аҫтына ала. Миссионерҙарҙың килеүе архипелагта тыныслыҡ урынлаштырыуға булышлыҡ итә (урындағы ҡәбиләләр даими һуғыш хәлендә була). Әммә кире эҙемтәләр ҙә була: Кук утрауҙарына европалылар килтергән ауырыуҙар арҡаһында урындағы халыҡ һаны ҡырҡа кәмей.

1843 йылда, Франция Таити утрауын баҫып алғандан һуң, Кук Утрауҙарының ариктары (урындағы юлбашсылар) Британия империяһына яҡлау һорап мөрәжәғәт итә. Әммә Раротонга өҫтөнән британ протектораты (һуңыраҡ Көньяҡ һәм Төньяҡ төркөмдөң бөтә утрауҙарына) 1888 йылға тиклем иғлан ителмәй. Яңы Зеландия архипелаг менән ныҡлап ҡыҙыҡһына, әммә «колония колонияһы» идеяһына (ул ваҡытта Яңы Зеландия Бөйөк Британия колонияһы була) Кук утрауҙары маориҙарының күпселеге ҡаршы тора, улар Британия империяһының ҡурсыуы аҫтында ҡалырға теләй. Әммә 1901 йылда уҡ утрауҙар менән идара итеү Яңы Зеландияға тапшырыла. 1960 йылда Кук Утрауҙарындағы колонияларға ҡаршы хәрәкәт һөҙөмтәһендә Тымыҡ океан халыҡтары араһында тәүгеләрҙән булып эске үҙидара алалар. 1965 йылдың 4 авгусынан Күк Утрауҙары Яңы Зеландия менән берлектә үҙидаралыҡлы дәүләт берәмеге тип һанала.

Киләһе тиҫтә йылдар эсендә иҡтисади һәм социаль өлкәләр яҡшыра, урындағы үҙидараның вәкәләттәре киңәйә, шулай итеп, Кук Утрауҙарының бойондороҡһоҙлоғо киңәйә. 1990-сы йылдар уртаһында ил ҙур финанс көрсөгө кисерә. Һөҙөмтәлә урындағы халыҡтың йәшәйеше насарая, Яңы Зеландияға эмиграция үҫә, хөкүмәттәр һәм премьер-министрҙар йыш алмашына.

Географияһы

үҙгәртергә

Дөйөм географияһы

үҙгәртергә

Кук Утрауҙары дәүләте Тымыҡ океанда Полинезияла экватор һәм Кәзәмөгөҙ тропигы араһында урынлашҡан 15 утрауҙан һәм атолдан тора. Майҙаны — 2,2 млн км². Дөйөм ҡоро ер майҙаны — 236,7 км²[6]. Төньяҡ сигенән (Пенрин йәки Тонгарева атолы) иң көньяҡ утрауға (Мангиа утрауы) тиклем ара — яҡынса 1400 км.

Остров Административ үҙәк Мацҙан
км²
Халҡы,
кеше[7]

(1.12.1996)

Халҡы,
кеше[7]

(1.12.2001)

Халҡы,
кеше[7]

(1.12.2006)

Халҡы,
кеше[7]

(1.12.2011)

Халҡы,
кеше[8]

(1.12.2016)

Төньяҡ төркөм
1 Раротонга Аваруа 67,1 10 374 9 451 10 226 10 572 13 044
2 Аитутаки Арутанга 18,3 2 272 1 743 1 975 1 771 1928
3 Атиу 26,9 942 600 558 468 437
4 Мангаиа 51,8 1 083 739 631 562 499
5 Мануаэ (Кук Утрауҙары) 6,2
6 Мауке 18,4 643 469 372 300 297
7 Митиаро 22,3 318 226 193 189 155
8 Такутеа 1,2
Төньяҡ төркөм
9 Манихики 5,4 656 497 344 238 213
10 Нассау (утрау) 1,3 99 72 75 73 78
11 Палмерстон (атолл) 2,1 49 48 62 60 58
12 Пукапука (атолл) 1,3 778 662 507 451 444
13 Ракаханга 4,1 249 158 127 77 80
14 [[Суворов атолы 0,4 4 1
15 Тонгарева Омока 9,8 604 351 254 213 226
Бөтәһе[К 1][9] 236,7 18 071 15 017 15 324 14 974 17 459

Геологияһы

үҙгәртергә

Тупраҡтары и гидрологияһы

үҙгәртергә

Флораһы һәм фаунаһы

үҙгәртергә

Һаны һәм урынлашыуы

үҙгәртергә
1 декабргә халыҡ һаны [10] [11]
1902 1906 1911 1916 1921 1926 1936 1945 1951 1956
8213 8518 8655 8805 9459 10 082 12 246 14 088 15 079 16 680
1961 1966 1971 1976 1981 1986 1991 1996 2001 2006
18 378 19 247 21 322 18 126 17 743 17 614 18 617 19 103 18 027 19 342
2011 2016 2021
17 794 17 434 15 040

Ҡалып:Graph:Chart

1 декабргә Кук утрауҙары граждандары һаны [12]

[13]

1996 2001 2006 2011 2016 2021
18 071 15 017 15 324 14 974 14 802 14 987

Ҡалып:Graph:Chart

Тәбиғи үҫеше

үҙгәртергә
Кук утрауҙарының тәбиғи һәм механик хәрәкәте[14]
Йыл Халыҡ Тыуым Үлем Тәбиғи

үҫеш

Миграция

сальдоһы

Тыуым,

(‰)

Үлем,

(‰)

Тәбиғи

үҫеш, (‰)

Миграция

сальдоһы ,

(‰)

Тыуымдың

дөйөм

коэффициенты

1963 904 168 736
1964 869 196 673
1965 853 145 708
1966 19247 832 167 665 43,23 8,68 34,55
1967 855 180 675
1968 893 154 739
1969 851 154 697
1970 780 166 614
1971 21322 791 156 635 37,10 7,32 29,78
1972 775 111 664
1973 710 146 564
1974 598 150 448
1975 548 125 423
1976 18126 528 109 419 29,13 6,01 23,12
1977 495 146 349
1978 489 126 363
1979 468 117 351
1980 492 125 367
1981 17743 461 102 359 25,98 5,75 20,23
1982 440 132 308
1983 414 132 282
1984 420 115 305
1985 439 137 302
1986 17614 430 119 311 24,41 6,76 17,66
1987 408 128 280
1988 434 97 337
1989 448 97 351
1990 481 130 351
1991 18617 463 137 326 24,87 7,36 17,51
1992 510 104 406
1993 494 101 393
1994 548 110 438
1995 490 102 388
1996 19103 510 110 400 26,70 5,76 20,94
1997 413 144 269
1998 386 108 278
1999 361 96 265
2000 309 122 187
2001 18027 309 88 221 17,14 4,88 12,26 3,080
2002 290 97 193
2003 264 87 177
2004 302 99 203
2005 289 91 198
2006 19342 298 87 211 15,41 4,50 10,91 2,845
2007 309 87 222
2008 292 60 232
2009 284 72 212
2010 286 92 194
2011 17794 262 72 190 14,72 4,05 10,68
2012 259 104 155
2013 256 115 141
2014 204 113 91
2015 205 102 103
2016 17459
Кук Утрауҙары халҡы
 
Кук Утрауҙары телдәре
Халыҡтың структураһы
Халыҡ һаны 17 459 чел. (2016)
Халыҡтың тығыҙлығы 73,76 чел./км² (2016)
Уртаса йәш общий: 38,3 (2020)
мужчин: 37,8 (2020)
женщин: 38,7 (2020)
Йәш структураһы 0—14: 19,93 % (2020)
15—64: 66,7 % (2020)
старше 65: 13,37 % (2020)
Ҡала халҡы өлөшө 75,5 % (2020)
Тыуым
Фертиллыҡ 2,12 (2020)
1000 кешегә тыуым 13,3 (2020)
Үлем
1000 кешегә үлем 9 (2020)
1000 кешегә балаларҙың
тыуымы (1 йәшкә тиклем)
11,9 (2020)

Күк Утрауҙарында йәшәүселәр Яңы Зеландия менән ирекле ассоциацияла дәүләт берәмеге статусына ярашлы Яңы Зеландия граждандары булып тора. Һуңғы йылдарҙа ерле халыҡтың был илгә күпләп күсенеүе күҙәтелә[15]. Утрауҙарҙа халыҡ һаны башлыса иҡтисади көрсөк осоронда Яңы Зеландияға эш эҙләп юлланғанда кәмей. Иҡтисади үҫеш осоронда кире хәл күҙәтелә[15]. 1971—1991 йылдар араһында Кук Утрауҙары халҡының һиҙелерлек кәмеүе күҙәтелә. Эске миграция ла мөһим демографик күрһәткес булып тора. Мәҫәлән, 1991 йылда Манихики утрауында халыҡ һаны 30 проценттан ашыуға арта, ә Мангаиа һәм Палмерстон утрауҙарында 20 проценттан ашыуға кәмей. Бындай тенденциялар Манихики утрауында ынйы аулауҙың артыуы һәм Мангаиа утрауында хужалыҡ әүҙемлегенең кәмеүе менән аңлатыла[15].

2016 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса Кук Утрауҙарында халыҡ һаны 17 459 кеше тәшкил итә, шуларҙың 13 044-е Раротонга утрауында йәшәй, уның дөйөм майҙаны 67,1 км² тәшкил итә[16]. Баш ҡала Аваруала 2011 йылда 6935 кеше йәшәгән[17]. Халыҡтың 93,7 проценты (16 360 кеше) Көньяҡ төркөмө утрауҙарында, дүрттән өс өлөшө тиерлек — Раротонгала йәшәй. Эш урындарының сикләнгәнлеге арҡаһында күп кенә утрау кешеләре сит илдәрҙә, башлыса Яңы Зеландияла йәшәй.

Халыҡ тығыҙлығы бер км²-ға 63,26 кеше тәшкил итә. Мануаэ, Суворов һәм Такутея утрауҙарында кеше йәшәмәй. 2016 йылда Нассау (78 кеше) халыҡ һаны буйынса иң әҙ халыҡлы утрау булған[1].

2016 йылда ир-егеттәр — 49,2 (8590 кеше[1]), ҡатын-ҡыҙҙар 50,8 % (8869 кеше[1]) тәшкил иткән. 2001 йылда ҡала халҡының өлөшө — 67,6 процент, ауыл халҡының иһә 32,4 процент тәшкил иткән[18].

2020 йылда Күк Утрауҙарында тыуым 1000 кешегә 13,3 тәшкил иткән, халыҡтың тәбиғи артыуы — 2,59 %[19]. 2020 йылда 14 йәшкә тиклемге балаларҙың өлөшө — 19,93 %, өлкәндәр һаны 15 йәштән 64 йәшкә тиклем — 66,7 %, 65 йәштән өлкәндәр — 13,37 %[19]. 2020 йылда халыҡтың уртаса ғүмер оҙонлоғо 77 йыл тәшкил итә[19].

Этник составы

үҙгәртергә

Сәйәси ҡоролошо

үҙгәртергә

Дәүләт төҙөлөшө

үҙгәртергә

Кук утрауҙары — Яңы Зеландия менән ирекле бәйләнештә үҙидаралыҡлы территория. Был Яңы Зеландия монархы король Карл III етәкселегендә яңы Зеландия короллеге составына инеп, территорияның эске мәсьәләләрен хәл итеүҙә утрауҙарҙың бойондороҡһоҙлоғон күҙҙә тота. Әммә Кук утрауҙарында йәшәүселәр Яңы Зеландияла һайлауҙарҙа ҡатнаша һәм Яңы Зеландияның даими резиденттары булғанға тиклем социаль пособие ала алмай. Тышҡы сәйәсәттә һәм оборонала Яңы Зеландия хөкүмәте өҫтөнлөклө булып ҡала.

1965 йылдың 4 авгусында ҡабул ителгән Конституция идара итеүҙең монархия формаһын урынлаштыра. Әммә илдә демократик принциптар урындағы традициялар менән тығыҙ бәйләнгән. Мәҫәлән, һайлау округтары утрауҙарҙың эске райондарынан океанға һуҙылған традицион ерҙәрҙе һәм сиктәрҙе межалау нигеҙендә ойошторола[20].

Закондар сығарыу власы

үҙгәртергә
 
Кук Утрауҙары парламенты (элекке ҡунаҡхана бинаһы)

Закондар сығарыу власының юғары органы — йәшерен тауыш биреү юлы менән һайланған 24 депутаттан[21] (2003 йылға тиклем — 25 депутат[22]) торған бер палаталы парламент. Һәр депутат айырым округтан, ҡайһы бер осраҡтарҙа тотош утрауҙан сығыш яһай. Парламент ағзаларының вәкәләт ваҡыты — 5 йыл[23].

Парламенттың беренсе ултырышында депутаттар Парламент спикерын һәм уның урынбаҫарын һайлай.

Башҡарма власть

үҙгәртергә

Кук Утрауҙары Конституцияһына ярашлы, дәүләт башлығы — Бөйөк Британия королеваһы Елизавета II. Утрауҙарҙа королеваның вәкиле (элек юғары комиссар) идара итә, уны өс йылға ҡабаттан тәғәйенләү хоҡуғы менән тәғәйенләйҙәр. Королева вәкиле Министрҙар кабинеты, премьер-министр йәки тейешле министр кәңәше буйынса эш итә. Әгәр Министрҙар кабинеты, премьер-министр йәки тейешле министр королева вәкиленә тәҡдим индерһә һәм королева вәкиле тәҡдим тәҡдим ителгән көндән алып 14 көн эсендә уны кире ҡаҡмаһа, тәҡдим ҡабул ителгән тип табыла. Королева вәкиле Парламент акттарына хоҡуҡ көсө бирә һәм вәкәләттәр ала[20].

Министрҙар кабинеты рәйеслек иткән премьер-министрҙан тора һәм 6-нан, 8-ҙән дә артыҡ булмаған министрҙан тора, ул парламент ағзаларынан тәғәйенләнә. Министрҙар кабинеты парламент алдында яуаплы башҡарма орган булып тора. Ил премьер-министрын парламент ағзалары араһынан Британия королеваһы вәкиле тәғәйенләй. Башҡа министрҙар ҙа королеваның вәкиле итеп парламент ағзалары иҫәбенән тәғәйенләнә, ләкин премьер-министр тәҡдиме буйынса.

Һайлау округтары

үҙгәртергә

Урындағы үҙидаралыҡ

үҙгәртергә

Сәйәси партиялар

үҙгәртергә

Ҡораллы көстәре

үҙгәртергә

Эске сәйәсәт һәм халыҡ-ара мөнәсәбәттәр

үҙгәртергә

Кук утрауҙарының тышҡы сәйәсәте мәсьәләләре Кук Утрауҙарының 1964 йылдағы Конституция актына ярашлы Яңы Зеландия ҡарамағына инә, ул был өлкәләге эштәрҙе Кук утрауҙары хөкүмәте менән яраштырырға тейеш[24]. Ләкин 1980 йылдарҙан башлап үҙидаралыҡ биләмәһенең тышҡы сәйәси эшмәкәрлеге үҙаллыраҡ була бара. Мәҫәлән, Яңы Зеландиянан башҡа Кук Утрауҙары төбәк һәм халыҡ-ара килешеүҙәргә ҡул ҡуйырға, төрлө халыҡ-ара ойошмаларға ҡушылырға, донъяның башҡа илдәре менән консуллыҡ һәм дипломатик мөнәсәбәттәр урынлаштырырға, тышҡы сәйәси эшмәкәрлегендә суверенлы һәм бойондороҡһоҙ дәүләт булараҡ сығыш яһарға хоҡуҡлы[25]. Шуға ҡарамаҫтан, ул Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы ағзаһы түгел.

Кук Утрауҙары төбәк һәм халыҡ-ара ойошмалар: Тымыҡ океан утрауҙары форумы, Көньяҡ Тымыҡ океан комиссияһы, Азия үҫеш банкыһы, Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы, Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының аҙыҡ-түлек һәм ауыл хужалығы ойошмаһы, ЮНЕСКО, АСР илдәре һәм башҡа ойошмалар ағзаһы булып тора. Илдең сит илдәрҙә — Яңы Зеландияла, Америка Ҡушма Штаттарында, Норвегияла, Австралияла һәм Европа берлегенда — биш дипломатик вәкиллеге бар[26].

Кук Утрауҙарының Рәсәй менән дипломатик бәйләнештәре юҡ.

Ҡытай менән мөнәсәбәттәре

үҙгәртергә

Кук Утрауҙары менән ҠХР араһында дипломатик мөнәсәбәттәр 1997 йылдың 25 июлендә урынлаштырыла[27]. Ҡытай менән Океания илдәре, шул иҫәптән Кук Утрауҙары араһында бәйләнештәрҙең көсәйеүе һуңғы тиҫтә йылдарҙа Яңы Зеландия һәм Австралия яғынан ҡайһы бер борсолоуҙар тыуҙыра, уларҙың төбәктәге позициялары ғәҙәттәгесә көслө. Йыш ҡына Океания илдәре Тайвань утрауында Ҡытай Халыҡ Республикаһы менән Тайвань утрауындағы Ҡытай Республикаһы араһында дипломатик һуғыштарҙа ҡатнаша.

ҠХР Кук Утрауҙарына һиҙелерлек финанс ярҙамы күрһәтә. Илдәр сауҙа, балыҡсылыҡ өлкәһендә хеҙмәттәшлек итә, ике ил лидерҙарының даими осрашыуҙары үтә. Кук утрауҙары, үҙ сиратында, бер генә Ҡытайҙы — Ҡытай Халыҡ Республикаһын таный[28].

2003 йылда Ҡытай менән Кук Утрауҙары араһында тауар әйләнеше 575 000 АҠШ доллары тәшкил итә[27].

Европа берлеге менән мөнәсәбәттәр

үҙгәртергә

Кук Утрауҙары Европа берлеге менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә, шул иҫәптән Бельгияның баш ҡалаһы Брюсселдә Кук Утрауҙарының дипломатик вәкиллеге урынлашҡан. Төбәктә Кук Утрауҙарының беренсе почётлы консулы 1987 йылдың 10 февралендә Норвегияның баш ҡалаһы Ослола барлыҡҡа килә[26]. Европа берлеге илдәре илгә (башлыса алыҫ утрауҙарға) финанс һәм гуманитар ярҙам күрһәтә, социаль өлкәлә (һаулыҡ һаҡлау, мәғариф), балыҡсылыҡ өлкәһендә хеҙмәттәшлек итә[29].

Иҡтисады

үҙгәртергә

Дөйөм ҡылыҡһырлама

үҙгәртергә
Кук Утрауҙары иҡтисады
Валюта 1 Яңы Зеландия доллары (NZD) = 100 цент
Кук Утрауҙары доллары = 100 цент
Бер Яңы Зеландия доллары = Кук Утрауҙарының бер доллары
Бюджет йылы Календарь йыл
Сауҙа ойошмалары SPARTECA, Тымыҡ океан утрауҙары форумы
Статистика
Донъялағы урыны 221-се (2005)
ЭТП $280,3 млн (2006)
ЭТП үҫеше 7,5 % (2006)
ЭТП йән башына $13 158 (2006)
Инфляция −0,3 % (06.2016-06.2017)[30]
Эшсе көсө 7 554 (2011)[31]
Эшһеҙлек 8,15 % (2011)[31]
Халыҡ хужалығының төп тармаҡтары ауыл хужалығы, туризм
Сауҙа партнёрҙары
Экспорт $19,607 млн (2016)[32]
Төп партнёрҙар (экс.) 2016[33] Япония 48,91 %, Яңы Зеландия 2,93 %, Австралия 1,99 % Гавай 0,27 Америка Ҡушма Штаттары 0,11 %

Башҡалар 45,79 %

Импорт $152,805 млн (2016)[32]
Төп партнёрҙар (имп.) 2016[33] Яңы Зеландия 62,23 %, АҠШ 5,32 %, Австралия 5,25 %, Фиджи 3,60 %, Япония 1,83 %, Италия 0,08 %, Башҡалар 21,69 %
Дәүләт финанстары
Бюджет килеме $103,2 млн (2006)
Бюджет сығымдары $92,8 млн (2006)

Утрауҙарҙағы һуңғы иҡтисади реформалар иҡтисадтың шәхси секторын үҫтереүгә һәм уны инвестициялау өсөн шарттар тыуҙырыуға йүнәлтелгән. Мәҫәлән, хөкүмәт һалымдарҙы кәметә[34].

Һуңғы йылдарҙа иҡтисадтың төп тармаҡтары булып ауыл хужалығы, туризм һәм финанс хеҙмәттәре тора. Хеҙмәтләндереү өлкәһе — иҡтисадтың иң динамик тармағы. Туризм, оффшор банк компаниялары һәм финанс хеҙмәттәренең башҡа төрҙәре йылдам үҫешә. Хәҙерге ваҡытта туризм — валюта менән төп тәьмин итеүсе. Ул шулай уҡ күп ғаиләләр өсөн төп килем сығанағы булып тора.

Эшкә һәләтле халыҡтың яҡынса 6600 кешеһенең 52 проценты хеҙмәт күрһәтеү өлкәһендә (яртыһы дәүләт хеҙмәтендә), 29 % ауыл хужалығында һәм 15 % сәнәғәттә эшләй.

Ауыл хужалығы

үҙгәртергә

Ауыл хужалығы Кук Утрауҙары иҡтисадының мөһим тармаҡтарының береһе булып тора. 1970-се йылдарҙан был секторҙа һиҙелерлек үҙгәрештәр күҙәтелә: ил иҡтисадында ауыл хужалығының роле һиҙелерлек кәмей. Мәҫәлән, 1997 йылда коммерция ауыл хужалығы продукцияһы етештереү 2000 тоннанан артмай һәм илдең йыллыҡ экспортының 20 проценттан кәмерәк өлөшөн тәшкил итә[35]. Байтаҡ үҙгәрештәрҙе түбәндәге факторҙар менән аңлатырға мөмкин: туризм интенсив үҫешә, һөҙөмтәлә халыҡ ауыл хужалығы производствоһынан хеҙмәтләндереү өлкәһенә күсә; ҡала халҡы арта (урбанизация процесы), халыҡтың алыҫ утрауҙарҙан Раротонгаға сыға, һуңғы тиҫтә йылдарҙа ҡоролоҡ йыш була[36]. Быларҙың барыһы ла импорттың артыуына, тимәк, ил сит илдәрҙән аҙыҡ-түлекте килтереүгә бәйле булыуына килтерә. Кук Утрауҙарында ауыл хужалығын үҫтереүгә һәм уның продукцияһының конкурентлыҡ һәләтенә ҡаршылыҡтарҙың береһе булып ил майҙаның бәләкәйлеге, утрауҙарҙың донъя баҙарҙарынан алыҫ булыуы, транспорт бәйләнештәренең насар булыуы тора[36].

Томат, аҡ күсәнле кәбеҫтә, ҡытай кәбеҫтәһе, салат-латук, ҡарбуз, ҡабаҡ, борсаҡлы борос, ҡуҙаҡлы культуралар, баклажан, шулай уҡ таро, ямс, маниок һәм татлы картуф кеүек традицион культуралар мөһим культуралар булып тора[36]. Ауыл хужалығы башлыса Көньяҡ төркөм утрауҙарында тупланған, унда экспортҡа папайя, кокос, төрлө цитрус культуралары һәм тропик емештәр үҫтерелә.

Балыҡсылыҡ

үҙгәртергә

Балыҡ — Кук Утрауҙарының милли байлыҡтарының береһе, ул ил иҡтисадында бик мөһим роль уйнай. Океанда башлыса тунец, буйлы марлин, ваха һәм айбалыҡ тотоу менән шөғөлләнәләр[37]. Балыҡ продукцияһын төп импортлаусылар булып Япония, Яңы Зеландия һәм АҠШ баҙарҙары тора. Аквариум балығы төрҙәре лә тотола[38].

1957 йылда Аитутаки утрауына трохус (ингл. Trochus niloticus) килтерелә, шунан алып был кәсеп моллюскы ҡабырсаҡтары архипелагтың күп утрауҙарына килтерелә һәм Күк утрауҙарының мөһим экспорт тауарына әүерелә[38]. Төньяҡ төркөмдөң Манихика һәм Тонгарев утрауҙарында экспортҡа сыҡҡан ҡиммәтле ҡара ынйы алыу өсөн ынйылар үрсетелә. Бәләкәй быуаларҙа урындағы халыҡ эске баҙар өсөн Chanos chanos (латинса) балыҡ төрөн үрсетә. Дәүләт бюджеты шулай уҡ сит ил судноларына иҡтисади зонала балыҡ тотоу хоҡуғына лицензия биреү иҫәбенә тулыландырыла.

Транспорт

үҙгәртергә

Раротонга халыҡ-ара аэропорты Кук утрауҙарын донъяның күп кенә төбәктәре менән бәйләгән халыҡ-ара линияларҙы хеҙмәтләндерә. Раротонга һәм Окленд (Яңы Зеландия), Фиджи, Таити һәм Лос-Анджелес (АҠШ) араһында рейстар башҡарған төп компания — Air New Zealand. Эске осоштарҙы, шулай уҡ Францияның Полинезияһында Таити утрауына «Эйр Раротонга» авиакомпанияһы башҡара.

Раротонга утрауында йәмәғәт транспорты (автобустар) йөрөй, кәрәк булған осраҡта туристар ҡуртымға автомобиль алыу йәки такси саҡырта ала[39].

Даими пароход линияһы утрауҙы Окленд, Самоа, Тонга һәм Ниуэ менән бәйләй. Эске линияларҙы бәләкәй суднолар паркы хеҙмәтләндерә. Раротонга һәм башҡа ҡайһы бер Көньяҡ утрауҙар яҡшы үҫешкән юл селтәренә эйә.

Бәйләнеш

үҙгәртергә

Эске һәм халыҡ-ара телефон элемтәһен, факсимиль һәм телеграф элемтә хеҙмәттәрен, Интернетты индереп, телекоммуникация хеҙмәтләндереүҙәрен офисы Аваруала урынлашҡан «Telecom Cook Islands» компанияһы күрһәтә[40]. Был хеҙмәттәрҙең бер өлөшө архипелагтың алыҫ утрауҙарында ла бар. Шулай уҡ почта хеҙмәте бар, урындағы почта маркалары бөтә донъянан килгән филателистар өсөн ҡыҙыҡһыныу уята. Раротонга һәм Айтутаки утрауҙарында бер нисә интернет-кафе, төп урындарҙа Wi-Fi бар[41].

Юлдаш телевидениеһы, шул иҫәптән урындағы канал, эшләй, ул башлыса Яңы Зеландия телевидениеһы программаларын тапшыра. Elijah Communications Ltd компанияһы милкенә ҡарай (шулай уҡ «Radio Cook Islands» и «The Cook Islands Herald weekly» аҙналығы хужаһы). Утрауҙарҙа кабель телевидениеһы юҡ[42]. Кук утрауҙарында ике радиостанция («Radio Cook Islands» һәм «Radio Ikurangi») эшләй[40]. «Кук Айлэндс Ньюс» (Cook Islands News) баҫылып сыға, Яңы Зеландия һәм Австралия гәзиттәре һәм журналдары киң таратыла. Раротонгала аҙна һайын урындағы «Herald» һәм «Independent» гәзиттәре сыға.

Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр

үҙгәртергә

Файҙалы ҡаҙылмалар табыу

үҙгәртергә

Кук Утрауҙары районында тимер-марганец конкрециялары табылған.

Аҡса системаһы и финанстар

үҙгәртергә

Мәҙәниәте

үҙгәртергә

Кук утрауҙарының колонияға тиклемге ойошмаһы

үҙгәртергә

Мәҙәниәт һәм көнкүреш

үҙгәртергә

Музыка һәм бейеүҙәр

үҙгәртергә

Традицион һөнәрҙәре

үҙгәртергә

Байрамдары

үҙгәртергә
Дата Атамаһы Инглизсә атамаһы
1 ғинуар Яңы йыл New Year’s Day
2 ғинуар Яңы йылдың икенсе көнө Day after New Year’s Day
Пасха алдынан йома Бөйөк йома Good Friday
Пасханан һуң икенсе көн Яҡты дүшәмбе Easter Monday
25 апрель АНЗАК ANZAC Day
Июндең беренсе дүшәмбеһе Королеваның рәсми тыуған көнө Queen’s Birthday
үҙгәреп тора Инжил көнө Rarotonga Gospel Day
4 август] Конституция көнө Constitution Day
25 декабрь Раштыуа Christmas Day
26 декабрь Бүләктәр көнө Boxing Day

Социаль өлкә

үҙгәртергә

Һаулыҡ һаҡлау

үҙгәртергә

Комментарийҙар

үҙгәртергә
  1. Статистика населения не учитывает туристов и временно проживающих на островах людей.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Перепись населения и жилых помещений 2016. Дата обращения: 23 октябрь 2017. Архивировано из оригинала 28 август 2017 года. 2017 йыл 28 август архивланған.
  2. https://data.iana.org/time-zones/tzdb-2021e/australasia
  3. Оппозиция победила на выборах в парламент Островов Кука. — Лента.ру, 19 ноября 2010 года.
  4. Малаховский К. В. История островов Кука. Москва, изд-во «Наука», 1978, стр. 7.
  5. Беликов В. И. Происхождение и миграции полинезийцев (по лингвистическим данным). В сборнике статей: Пути развития Австралии и Океании: история, экономика, этнография. Москва, изд-во «Наука», 1981, стр. 243—254.
  6. Cook Statistics Office. Total Population and Land Area by Island. (недоступная ссылка — история). Дата обращения: 24 август 2007. Архивировано 21 август 2011 года. 2012 йыл 23 март архивланған.
  7. 7,0 7,1 7,2 7,3 COOK ISLANDS Kūki 'Āirani City population. COOK ISLANDS Kūki 'Āirani City population.
  8. Перепись 2016 года. Дата обращения: 23 октябрь 2017. Архивировано из оригинала 28 август 2017 года. 2017 йыл 28 август архивланған.
  9. Cook Islands Demographic Profile 2006-2011. Government of the Cook Islands. Ministry of Finance and Economic Management. Дата обращения: 23 апрель 2017.
  10. Census 2016 (билдәһеҙ).
  11. 2016 CENSUS FINAL REPORT (билдәһеҙ).
  12. Census 2011 (билдәһеҙ).
  13. 2016 CENSUS FINAL REPORT (билдәһеҙ).
  14. National Census.
  15. 15,0 15,1 15,2 Cook Islands Initial National Communication Under the United Nations Framework Convention on Climate Change. Population and Social Situation (недоступная ссылка — история). Cook Island Government (октябрь 1999). Дата обращения: 24 август 2007. Архивировано 25 июнь 2013 года.
  16. Перепись населения (2011). Дата обращения: 17 апрель 2014. Архивировано из оригинала 2 май 2013 года. 2013 йыл 2 май архивланған.
  17. Cook Statistics Office. Rarotonga Total Population by Census Districts and Age Groups. Дата обращения: 24 август 2007. Архивировано из оригинала 4 июль 2007 года. 2007 йыл 4 июль архивланған.
  18. Cook Statistics Office. Demographic Indicators. Дата обращения: 24 август 2007. Архивировано из оригинала 7 март 2012 года. 2012 йыл 7 март архивланған.
  19. 19,0 19,1 19,2 Өҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; CIA төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  20. 20,0 20,1 Transparency International Country Study Report. Cook Islands. Дата обращения: 10 сентябрь 2007. Архивировано из оригинала 24 март 2009 года. 2011 йыл 27 июль архивланған.
  21. Cook Islands Sessional Legislation. Constitution Amendment (No 26) Act 2003. PacLII Databases. Дата обращения: 12 сентябрь 2007. Архивировано из оригинала 23 февраль 2012 года.
  22. Cook Islands Sessional Legislation. Constitution of the Cook Islands. PacLII Databases. Дата обращения: 12 сентябрь 2007. Архивировано из оригинала 17 июль 2012 года.
  23. Cook Islands Sessional Legislation Government of the Cook Islands. PacLII Databases. Дата обращения: 12 сентябрь 2007. Архивировано 21 август 2011 года.
  24. Cook Islands Constitution Act 1964
  25. «The Cook Islands — A Voyage To Statehood». Occasional Publication No. 1 July, 1998 by the Ministry of Foreign Affairs and Immigration Rarotonga Cook Islands
  26. 26,0 26,1 Diplomatic corps of the Cook Islands. Дата обращения: 6 октябрь 2007. Архивировано из оригинала 29 февраль 2008 года. 2008 йыл 29 февраль архивланған.
  27. 27,0 27,1 The Embassy of the People's Republic of China in New Zealand. Bilateral Relations between China and Cook Islands. Samisoni Pareti. Дата обращения: 9 октябрь 2007. Архивировано 21 август 2011 года.
  28. Cook Islands Government. Cook Islands continue to support one-China policy. (26 сентябрь 2007). Дата обращения: 9 октябрь 2007. Архивировано из оригинала 26 декабрь 2009 года. 2011 йыл 3 август архивланған.
  29. European Commission. EU Relations with Cook Islands. (1 ғинуар 2004). Дата обращения: 10 октябрь 2007. Архивировано 7 июль 2007 года.
  30. ИПЦ.
  31. 31,0 31,1 Хеҙмәт баҙары индикаторҙары (2011).
  32. 32,0 32,1 Статистика заморских торгов - декабрьский квартал 2016 года.
  33. 33,0 33,1 OVERSEAS TRADE STATISTICS December Quarter 2016. MINISTRY OF FINANCE AND ECONOMIC MANAGEMENT GOVERNMENT OF THE COOK ISLANDS (2017).
  34. Cook Islands Initial National Communication Under the United Nations Framework Convention on Climate Change. The Economy (недоступная ссылка — история). Cook Island Government (октябрь 1999). Дата обращения: 25 август 2007. Архивировано 25 июнь 2013 года.
  35. Government of the Cook Islands. Annual Report. — Rarotonga: Ministry of Agriculture, 1997.
  36. 36,0 36,1 36,2 Cook Islands Initial National Communication Under the United Nations Framework Convention on Climate Change. Agriculture Sector (недоступная ссылка — история). Cook Island Government (октябрь 1999). Дата обращения: 25 август 2007. Архивировано 25 июнь 2013 года.
  37. Cook Islands Government Online. Fishing. Cook Island Government. Дата обращения: 5 сентябрь 2007. Архивировано из оригинала 23 июль 2008 года. 2011 йыл 31 август архивланған.
  38. 38,0 38,1 SPC. Marine Fisheries in Cook Islands. Дата обращения: 5 сентябрь 2007. Архивировано 21 август 2011 года.
  39. Cook Islands Tourism. Public Transport. Дата обращения: 5 сентябрь 2007. Архивировано 21 август 2011 года.
  40. 40,0 40,1 Cook Islands Government Online. Communications. Cook Island Government. Дата обращения: 5 сентябрь 2007. Архивировано из оригинала 23 июль 2008 года. 2011 йыл 31 август архивланған.
  41. Cook Islands Tourism. Communications. Дата обращения: 6 сентябрь 2007. Архивировано 21 август 2011 года.
  42. World Press Trends. Cook Islands. World Association of Newspapers (2004). Дата обращения: 31 август 2007. Архивировано из оригинала 7 октябрь 2007 года. 2011 йыл 16 август архивланған.

Кук Утрауҙары тураһында әҙәбиәт

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Ҡалып:Острова архипелага Кука

Ҡалып:Океания Ҡалып:Полинезия в темах Ҡалып:Острова Кука в темах

Ҡалып:Хорошая статья