Нәби мәктәбе
Нәби мәктәбе — Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы Иҫке Монасип ауыл Советы биләмәһендәге уҡыу йорто. Нәби ауылында урынлашҡан. Бөрйән районы Иҫке Монасип урта дөйөм белем биреү мәктәбенең Нәби филиалы.
Нәби мәктәбе | |
Ҡыҫҡаса исеме |
БР Бөрйән районы Иҫке Монасип урта дөйөм белем биреү мәктәбенең Нәби филиалы |
---|---|
Нигеҙләнгән |
1927 |
Адресы |
Рәсәй Федерацияһы, Башҡортостан Бөрйән районы, Нәби ауылы |
Тарихы
үҙгәртергәНәби мәктәбе 1927 йылда Х. Хисмәтуллин өйөндә асыла. 1930 йылда мәсет бинаһына күсә. Статусындағы артабанғы үҙгәрештәр:
- 1937 йылдан — башланғыс мәктәп
- 1969 йылдан — тулы булмаған урта (һигеҙ йыллыҡ) мәктәп
- 1990 йылдан — урта мәктәп
- 2011 йылдан — Иҫке Монасип урта мәктәбе филиалы
2022 йылға мәктәпте 460-тан ашыу уҡыусы, шуларҙың өсәүһе — алтын, ун бише көмөш миҙал менән тамамлай.
Етәкселәре
үҙгәртергәУҡытыусылары
үҙгәртергә- Ишкилдина Сәлимә Ноғоман ҡыҙы
Мәғарифта эшләүсе уҡыусылары
үҙгәртергә- Ишморатова (Йәғәфәрова) Клара Ғилман ҡыҙы (ҡара: Яңы Монасип мәктәбе)
Мәктәпте тамамлаусы билдәле шәхестәр
үҙгәртергә- Һатыбалов Әйүп Хәким улы (1913—1963) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, «Партизан» колхозы председателе, Ҡыҙыл Йондоҙ[1], Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары кавалеры
- Ирғәлин Ғизетдин Дәүләтғәле улы (1.04.1931—18.04.2021) — дәүләт һәм партия органдары ветераны, архивист, журналист, ғалим-тарихсы. «Башҡорт энциклопедияһындағы» энциклопедик мәҡәләләр авторы. Башҡортостан республикаһы йәмәғәт берекмәләренең үҙәк дәүләт архивының директоры (1985—1999). Тарих фәндәре кандидаты. «Башкортостан укытыусыһы» журналының баш мөхәррире (1966—1969 йылдар). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, халыҡ мәғарифы отличнигы. СССР Журналистар союзы ағзаһы.[2].
- Мерәҫов Әбүбәкер Рәхмәт улы (10.10.1918—28.08.2003) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, ефрейтор. Ленин, II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры[3].
- Ғәлина Ғәйшә Ниәтша ҡыҙы (1934) — РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған укытыусыһы
- Маликова Мәрйәм Ғүмәр ҡыҙы (18.05. 1941) — ғалим-зоотехник, ауыл хужалығы фәндәре докторы, профессор. Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Ауыл хужалығы малдарын туҡландырыу һәм аҙыҡ технологиялары лабораторияһында баш ғилми хеҙмәткәр
- Мөфтәхетдинов Әшрәф Мөхәмәтшәриф улы (17.08. 1938—21.09.2010) — «Ҡыҙыл таң» колхозы механизаторы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры
- Рәхмәтуллин Айбулат Дәүләтбай улы (12.05.1967) — ҡурайсы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2014).
- Рәхмәтуллин Дәүләтбай Абдрахман улы (15.09.1937—1.01.2022) — ҡурайсы һәм йырсы, БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1974).
- Сөләймәнов Әхмәт Мөхәмәтвәли улы (15.03.1939—21.11.2016) — башҡорт фольклорсы-ғалимы, филология фәндәре докторы (1991), профессор (1995). академик (1995). Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1987), Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1991) һәм мәғарифы алдынғыһы (1999), Башҡортостан Республикаһының (1997) һәм Рәсәй Федерацияһының (2006) атҡаҙанған фән эшмәкәре, Жәлил Кейекбаев (2005) һәм Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге (2009) премиялар лауреаты, Салауат Юлаев ордены (2014) кавалеры, Бөрйән районының почётлы гражданы.
- Сөләймәнов Йәлил Әхмәт улы (16.03.1968) — рәссам, 1996 йылдан Рәсәй Федерацияһының Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2011). Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (1997).
- Сөләймәнов Зәки Мөхәмәтвәли улы (12.06. 1930—10.05.2017) — мәғариф хеҙмәткәре. БАССР мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1977); «Хеҙмәт ветераны» (1984), «Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында фиҙәҡәр хеҙмәте өсөн» (2001) миҙалдары кавалеры.
- Сәфәрғәлин Ғилман Зәйнәғәле улы (15.10.1937—1.08.2003) — дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре, башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусы. 1990—1995 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Юғары Советы депутаты. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1986), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1988), төрлө кимәлдәге йыр бәйгеләре лауреаты[4].
- Теләүбаев Илгиз Сафи улы (19.04.1964) — дәүләт хеҙмәткәре. 2006 йылдан Белорет район хакимиәте башлығының урынбаҫары һәм беренсе урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡты социаль яҡлау хеҙмәткәре һәм мәғариф отличнигы[5].
- Теләүбаев Сәләхетдин Хөснөтдин улы (5.05.1923 — 30.04.2000) — Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Башҡортостандың атҡаҙанған малсыһы.
- Йәғәфәрова Мәҙинә Мөҙәрис ҡыҙы (26.11.1967) — шиғырҙар ижад итә. «Йәшлек» гәзите лауреаты (2007), Р. Солтангәрәев исемендәге республика әҙәби конкурсы лауреаты (2008), «Башҡортостан ҡыҙы» журналының йыллыҡ лауреаты (2015). Бөтә Рәсәй күләмендә үткән «Поэт года 2015» бәйгеһендә балалар өсөн яҙылған шиғырҙары номинанты.
- Хисмәтуллин Самат Мөхәмәт улы (1.03.1948) — «Ҡыҙыл Таң» колхозы механизаторы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры.
Мәктәп тураһында матбуғатта
үҙгәртергәВидеояҙмалар
үҙгәртергәСығанаҡтар
үҙгәртергә- Набиевская основная школа // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК Башкирская энциклопедия, 2022. — С. 366. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.
Фотогалерея
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Сатвалов Аюп Хакимович
- ↑ Аксакалу архивного дела — 90 лет! 2021 йыл 19 декабрь архивланған.
- ↑ МАРЬЯСОВ АБУБАКИР РАХМАТОВИЧ
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Сәфәрғәлин Ғилман Зәйнәғәли улы 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 6 октябрь 2017)
- ↑ Администрация муниципального района Белорецкий район РБ. Официальный сайт. Главная / Администрация / Структура / Тляубаев Илгиз Сафиевич 2019 йыл 11 апрель архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 11 апрель 2019)