Улан-Батор
Улан-Батор (монг. УлаанбаатарУландар?, ᠤᠯᠠᠭᠠᠨᠪᠠᠭᠠᠲᠤᠷ?[2] [ʊɮɑːŋ.bɑːtʰɑ̆r] — «ҡыҙыл батыр») — Монголияның баш ҡалаһы. Халыҡ һаны буйынса илдең иң ҙур ҡалаһы — 1 318 100[3] кеше (2012 й.). Айырым административ берәмек булып тора.
Баш ҡала | |||||
Улан-Батор Улаанбаатар | |||||
| |||||
Ил | |||||
---|---|---|---|---|---|
Координаталар | |||||
Нигеҙләнгән | |||||
Элекке исеме |
1706 йылға тиклем — Урга́ (монг. Өргөө) | ||||
Майҙаны |
4704,4 км² | ||||
Бейеклеге |
1350 м | ||||
Климат тибы |
ҡырҡа-континенталь һыҙатлы тау | ||||
Рәсми теле |
[[монгол]] | ||||
Халҡы |
1 318 100 кеше (2012) | ||||
Тығыҙлығы |
280,2 кеше/км² | ||||
Сәғәт бүлкәте | |||||
Телефон коды |
+976 (0)11 | ||||
Почта индексы |
210 xxx | ||||
Һанлы танытмалар | |||||
Рәсми сайт |
ulaanbaatar.mn | ||||
Туул йылғаһы үҙәнендә, 1300—1350 м бейеклектә урынлашҡан. Ҡаланың майҙаны — 4704,4 км²[4]. Туве аймағы менән сиктәш.
Улан-Батор —Монголияның сәйәси, коммерция, мәҙәни һәм фәнни үҙәге[5][6], Азияның мөһим финанс үҙәге[7]. Шулай уҡ ул эре транспорт үҙәге[8]. Ҡаланы Сыңғыҙхан халыҡ-ара аэропорты һәм ике аэродром хеҙмәтләндерә, яңы халыҡ-ара аэропорт төҙөлә. Улан-Баторҙың тимер юл вокзалы төбәк һәм халыҡ-ара тимер юл үҙәге булып тора[9].
Туристарҙы ҡаланың тарихи үҙәге һәм изге Богд-Хан-Уул тауы йәлеп итә[10][11] . Ул Бөтә Донъя ЮНЕСКО[12] мираҫтарының яҡынса исемлегенә индерелгән.
Этимология
үҙгәртергәҠалаға 1639 йылда нигеҙ һалына һәм «Урга» тигән атама бирелә. «Урга» — рус һүҙе, монгол теленән Өргөө, йәғни «арҙаҡлы кешенең торағы, һарайы» тигәнде аңлата. Монголдар иһә был ҡаланы Их-Хурээ «ҙур монастырь» тип йөрөткәндәр. Был атама монастырь 1778 йылда Толы йылғаһы ярына урынлашҡас барлыҡҡа килә[13].
1911 йылда Монголия үҙаллы дәүләт булғас, Их хурээ баш ҡала статусын ала һәм «Нийслэп хурээ» («баш ҡала монастыре») тип атала башлай.
1924 йылдағы Бөйөк Халыҡ Хуралының 1-се ултырышында делегаттарҙың күпселеге Монголияның баш ҡалаһын Батор-хото (Сыңғыҙханды күҙ уңында тотоп Батыр Ҡалаһы) тип атау яҡлы була. Әммә Монголияға бер ниндәй ҡыҫылышы булмаған Коминтерн вәкиле, сәйәси совет эшмәкәре Т. Р Рыскулов талабы буйынса ҡалаға Улан-Батор-хото («Ҡыҙыл Герой ҡалаһы») тигән атама бирелә[14]. Тауыш биреүҙән һуң ул былай тип сығыш яһай:
Был тәҡдим бер тауыштан ҡабул ителде[15].
Ҡаланың исеме кириллица менән уның монгол теленә инеүенән 20 йыл элгәре үк яҙыла башлай. Шуға күрә уның русса әйтелешә яҡын яҙыу башҡа телдәргә лә инеп киткән.
Тарих
үҙгәртергәТөньяҡ Юань: ҡала нигеҙ һалыу
үҙгәртергәҠалаға 1639 йылда Монголия дәүләтендәге будда монастыре булараҡ нигеҙ һалына. Был урында Юань династияһы хаким иткән була һәм ул Өргөө (монг. "тораҡ, һарай, ҡәлғә) тип йөрөтөлә. Рус һәм европа әҙәбиәтендә 1924 йылға тиклем «Урга» тип ҡулланыла[16]. 1696 йылда Улан-Баторҙың хәҙерге урынында ойрат-маньчжур һуғышының тәүге алышы була. Тарихҡа «Тэрелжэ өсөн алыш» тип ингән был ҡыйралышта цин ғәскәре монголдарҙы еңә һәм Урга Цин империяһы ҡарамағына күсә[17][18].
Цин империяһында тышҡы Монголия
үҙгәртергәXVII быуаттың 2-се яртыһында ул Богдо-гэгэндың (Монголиялағы будда сиркәүе башлығы) күсмә резиденцияһы (1778 йылдан ултыраҡ) була. Ҡайһы бер тикшеренеүселәр фекеренсә, Урга Монголияның бары дини үҙәге генә булған[19]. Ләкин ваҡыт үтеү менән боронғо күсмә тораҡ илдең сәйәси һәм мәҙәни-дини үҙәгенә әйләнә[16].
1706 йылдан ҡала Их хурээ (монг. «Бөйөк монастырь») тип атала. 1778 йылдан алып ул Богдо-гэгэндың ғына түгел, ике цин амбанының резиденцияһы булып хеҙмәт итә һәм Тышҡы Монголияның административ үҙәге һанала башлай[20]. Тиҙҙән ҡаланан көнсығышҡа табан бер нисә саҡрым алыҫлыҡта Маймачен (трад. 買賣城, упр. 买卖) ҡытай сауҙа биҫтәһе үҫеп сыға. Ургала күп һанлы манастырь һәм ҡорамдар булған саҡта бында 10 меңләп лама һәм монахтар йәшәй[16]. 1835 йылда ҡалала Гандантэгченлин будда монастырына нигеҙ һалына. Ул хәҙерге көнгә тиклем һаҡланған[21].
XX быуат башына Урга ҡалаһында монгол халҡының һаны 25 меңгә етә.[22]
Монголия Богдо-хан идаралығы осоронда (1911—1924)
үҙгәртергә1212 йылда Монголияла үҙаллылыҡ ителгәндән һуң ҡала Нийслэп хурээ (монг. «Столичный монастырь»«Баш ҡала монастыре»)[23] тип атала, ә 1924 йылда Улан-Батор[13] тип үҙгәртелә. 1919 йылда Урга ҡалаһында яҡынса 100 мең кеше йәшәй, шуларҙың 30 меңе — монголдар, ә 70 меңе — ҡытайҙар; бынан тыш Ургла 3 меңләп рустар була[24].
Илдә сәнғәт, архитектура үҫешә башлай[25][26]. Чойжин ламун сум, Богдо-хан Һарайы[27] кеүек билдәле монгол архитектураһы ҡомартҡылары тап шул осорҙа төҙөлә. 1913 йылда Ургала Монголияның тәүге зоопаркы асыла, үкенескә күрә 1926 йылда уның эшмәкәрлеге туҡтай[28].
1919 йылда Урга 10 меңлек ҡытай ғәскәре генерал Сюй Шучжэн тарафынан баҫып алына. 1921 йылдың февралендә уны Р. Ф. Унгерн-Штернберг Азия дивизияһы азат итә. Ҡытай армияһы менән бергә коммунист яҡлылар ҙа Урганан ҡаса[29]. 1921 йылдың 6 июлендә Дамдин Сухэ-Батор етәкселегендә Монгол Халыҡ Армияһы, РСФСР һәм Алыҫ көнсығыш республикаһы ғәскәрҙәре алып барған алыш һөҙөмтәһендә ҡалаға ҡыҙылдар инә[30] .
Урга. 1913 йыл. | Ҡала монастыры. 1913 йыл. | Гандантэгч. 1913 йыл | 23 июнь 1913 йыл, дөйөм төрө Урду | Ҡапҡа Һары Һарайы Урге |
Монгол Халыҡ Республикаһы
үҙгәртергәМонгол Халыҡ Республикаһы осоронда хәҙерге Улан-Батор ҡалаһы планлаштырыла. Емерелгән Көнсығыш Монастыры урыны ҡаланың үҙәгенә әйләнә. 1927 йылдың 11 июлендә Үҙәк майҙанда халыҡ театры асыла. 1923—1924 йылдарҙа ул Улан-Баторҙа Сухэ-Батор майҙаны булараҡ танылыу ала[31].
1931 йылда революцияның ун йыллығы уңайынан майҙанда Сухэ-Батор хөрмәтенә обелиск асыла, 1946 йылдың 11 июлендә уға яңы һәйкәл ҡуйыла. Майҙандағы халыҡ театры янғандан һуң, уның урынына 1951 йылда Хөкүмәт Йорто төҙөлә. Киләһе йылына уның алдында Сухэ-Батор менән Чойбалсанға мовзолей асыла[31]. 1957 йылда Сухэ-Б.аторҙан алыҫ түгел Хурэлтогоот обсерваторияһына нигеҙ һалына.
1989—1990 йылдарҙағы демократик революция ваҡиғалары һөҙөмтәһендә Улан-Баторҙа, Монголияның башҡа ҡалаларында ҙур демонстрация һәм акциялар үтә. Шуларға бәйле МХРП Үҙәк комитетынының Политбюроһы китергә мәжбүр була һәм Монголия Республикаһы ойошторола[32].
Ҡар тейәү. Улан-Баторҙың төп проспекты. (1972). |
Улан-Баторҙағы ҡытай кварталының бер өлөшө (1972). | Ҡытай кварталы | Мавзолей Сух-Батор | Бони баҙары, 1972 йыл |
Хәҙерге осор
үҙгәртергәДемократик революциянан һуң Монголия быуаттар буйы һалынған тышҡы иҡтисад сәйәсәтен һайлай һәм милли иҡтисад үҫешендә ыңғай үҙгәрештәргә ирешә. Ошоға бәйле Улан-Батор ҡалаһы ла ныҡ үҙгәрә[33].
1996 йыл дың 6 авгусында административ яҡтан Улан-Баторға ингән Богд-Хан-Уул тауы, Бурхан-Халдун һәм Отгон-Тэнгэр изге тауҙар кеүек, Бөтә донъя ЮНЕСКО мираҫы исемлегенә кандидат була[12].
2004—2006 йылдарҙа Сухэ-Батор майҙанында реконструкция үткәрелә. 2005 йылда Сухэ-Баторҙың мавзолейы алына. 2006 йылда Хөкүмәт Йорто үҙгәртеп ҡорола. Был төҙөлөш 2005 йылдың 28 ноябренән алып 2006 йылдың 28 ноябренә тиклем бара[31]. 2007 йылда Улан-Баторҙа халыҡ һаны бер миллионды ашып китә — ул Монголияның тәүге миллионер-ҡалаһы була[34].
2008 йылдың июлендә Демократик Партия Парламентҡа һайлау һөҙөмтәләрен боҙоп күрһәткәне өсөн ҡалала ризаһыҙлыҡты белдереүсе сығыштар башлана. Монгол халыҡ-революцион партияһының штабы яндырыла, 5 кеше һәләк була. Ҡалала ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителә[35]. Ҡайһы бер киң мәғлүмәт саралары уны «Тирмәләр революцияһы» тип атай һәм Улан-Баторҙағы ваҡиғаларҙы төҫлө революциялар менән бәйләй[36].
2009 йылда Улан-Баторҙан алыҫ түгел Sky Resort[37] тау саңғыһы курорты асыла.
2012 йылда Улан-Баторҙа яңы халыҡ-ара аэропорт[38][39] төҙөлә башлай, ул 3 миллион пассажирға иҫәпләнгән[40] һәм 2016 йылда асыла. Шул уҡ йылда ҡалала даими мини-зоопарк булдырыла, унда 100-гә йәнлек бар[41][42][43][44][45][46]. 2014 йылда зоопарк халыҡ-ара мәғлүмәт базаһына индерелә. Унда күрһәтелгәнсә, зоопарк (2014 йыл) йәйге мәлдәрҙә эшләй, утыҙҙан ашыу йәнлек төрө бар.[47].
2013 йылда ҡалала метрополитен төҙөү планы раҫлана[48][49], шул йылдың 11 июнендә эш башлана[50][51]. Шулай уҡ йылда ҡала тирәләй «Туулын хурдны зам» шоссе юлы төҙөлә башлай[52]. 8 августта[53] Улан-Батор — Hunnu 2222 бейек йорттар кварталына нигеҙ һалына[54].
2014 йылда ҡала аша үткән Трансмонгол тимер юлы тимер юл инфраструктураһы нигеҙендә ҡала тимер юлын төҙөү ҡарар ителә. Уны Улан-Баторҙың мэры Эрдэнийн Бат-Уул һәм Монголияның юл-транспорт министры Амаржаргал Гансух тәҡдим итә. 2014 йылдың февраль-май айҙарында иҫке станцияларҙы төҙөкләндереү, яңыларын төҙөү эштәре бара. 6 июнь көнө Улан-Батор тимер юлы (ер өҫтө метрополитены) файҙаланыла башлай[55][56][57][58][59][60].
Үҙәк майҙандағы каток. 2014 йылдың ғинуары | Улан-Батор. Зайсан тауынан күренеш. 2012 йыл |
Ҡаланың эш районы, 2012 | РА2 Улан-Батор ер өҫтө метрополитенында ҡулланыла[61] |
Төркиә һәм Японияның илселектәре |
Физик-географик характеристика
үҙгәртергәГеографик урыны
үҙгәртергәУлан-Батор Орхондың ҡушылдығы булған Туул йылғаһы буйында 1300—1350 м бейеклектә урынлашҡан. Ҡала үҙән буйлап яҡынса 20 км һуҙыла. Улан-Батор аша Туул йылғаһы (көнсығыштан көнбайышҡа) бик күп йылғасыҡтарға бүленеп үтә. Административ яҡтан Монголияның баш ҡалаһына Богд-Хан-Уул тау теҙмәһе лә инә. Уның бейеклеге 2256,3 м һәм ул ҡаланың иң юғары нөктәһе. Монгол Халыҡ Республикаһы осоронда ҡаланың майҙаны 7300 км² тәшкил итә, хәҙер ул 4704,4 км² тиклем ҡыҫҡартылған.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Кручкин Ю.Н. Большой современный русско-монгольский — монгольско-русский словарь. - М.: АСТ; Восток-Запад, 2006. - с. 670 - ISBN 5-17-039772-0
- ↑ Mongolia / Geonames.de
- ↑ Улаанбаатар хотын хүн ам . Дата обращения: 9 июнь 2014.
- ↑ Улаанбаатар нэг өдөр 2012 (монг.). Дата обращения: 9 июнь 2014.
- ↑ Улан-Батор . Дата обращения: 9 июнь 2014. 2018 йыл 5 ноябрь архивланған.
- ↑ УЛАН-БАТОР . Дата обращения: 9 июнь 2014. 2014 йыл 22 июль архивланған.
- ↑ Улаанбаатар Азийн Санхүүгийн Төв Болох Уу (монг.). Дата обращения: 9 июнь 2014. 2015 йыл 22 июль архивланған.
- ↑ Гл. редактор Горкин А.П. Страны и города: Современная иллюстрированная энциклопедия.
- ↑ Фото Железнодорожный вокзал Улан-Батора . Дата обращения: 9 июль 2014.
- ↑ ДОСТОПРИМЕЧАТЕЛЬНОСТИ УЛАН-БАТОРА, МОНГОЛИЯ . Дата обращения: 9 июль 2014.
- ↑ Достопримечательности Улан-Батора. Что посмотреть и куда сходить в Улан-Баторе . Дата обращения: 9 июль 2014.
- ↑ 12,0 12,1 Mongolia Sacred Mountains: Bogd Khan, Burkhan Khaldun, Otgon Tenger (ингл.). UNESCO. Дата обращения: 9 июль 2014.
- ↑ 13,0 13,1 ИСТОРИЯ УЛАН-БАТОРА . Дата обращения: 11 июнь 2016. 2016 йыл 27 май архивланған.
- ↑ Протоколы 1-го Великого Хуралдана Монгольской Народной Республики. Улан-Батор-Хото,1925
- ↑ Ломакина И. И. Монгольская столица, старая и новая. — М., Тов-во научных изданий КМК, 2006.
- ↑ 16,0 16,1 16,2 ИСТОРИЯ УЛАН-БАТОРА . Дата обращения: 10 июнь 2014. 2016 йыл 27 май архивланған.
- ↑ «История Востока» (в 6 т.). Т.3 "Восток на рубеже средневековья и нового времени.
- ↑ Кычанов Е. И. «Властители Азии» — Москва: издательская фирма «Восточная литература» РАН, 2004.
- ↑ УЛАН-БАТОР (В МОНГОЛЬСКОМ НАПИСАНИИ УЛААНБААТАР) . Дата обращения: 10 июнь 2014. 2014 йыл 2 август архивланған.
- ↑ Kohn, Michael Lonely Planet Mongolia 4th edition, 2005 ISBN 1-74059-359-6, p. 52
- ↑ Позднеев А. М. Очерки быта буддiйскихъ монастырей и буддiйскаго духовенства въ Монголии въ связи съ отношенiями сего последняго къ народу. СПб., Типография Императорской Академии наук, 1887. — с. 241
- ↑ Palmer, James The Bloody White Baron 2008, Faber and Faber Limited Press, ISBN 978-0-571-23023-5, p. 45
- ↑ МОНГОЛ УЛСЫН НИЙСЛЭЛ УЛААНБААТАР ХОТЫН ТҮҮХ (монг.). Дата обращения: 10 июнь 2014. 2014 йыл 2 июль архивланған.
- ↑ Монголия . Дата обращения: 10 июнь 2014.
- ↑ M-126. Экскурсионный тур по Монголии . Дата обращения: 11 июль 2014. 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ Архитектура Монголии XVI - начала XX века . Дата обращения: 11 июль 2014.
- ↑ Majer, Zsuzsa; Teleki, Krisztina.: Monasteries and Temples of Bogdiin Khьree, Ikh Khьree or Urga, the Old Capital City of Mongolia in the First Part of the Twentieth Century (билдәһеҙ) pg. 36. Budapest: Documentation of Mongolian Monasteries. Дата обращения: 30 ғинуар 2009. Архивировано 22 апрель 2012 года. 2009 йыл 27 февраль архивланған.
- ↑ ДВОРЕЦ-МУЗЕЙ БОГДО ХАНА экскурсия по дворцу Богдо Хана в Улан-Баторе . Дата обращения: 11 июль 2014. 2014 йыл 14 июль архивланған.
- ↑ Торновский М. Г. События в Монголии-Халхе в 1920—1921 годах // Легендарный барон: неизвестные страницы гражданской войны. — М.: КМК, 2004 — с. 222 — ISBN 5-87317-175-0
- ↑ ХРОНОЛОГИЯ МОНГОЛЬСКОГО ГОСУДАРСТВА . Дата обращения: 10 июнь 2014. 2014 йыл 14 апрель архивланған.
- ↑ 31,0 31,1 31,2 ПЛОЩАДЬ СУХЭБАТОРА . Дата обращения: 14 июнь 2014. 2014 йыл 20 август архивланған.
- ↑ Rossabi, Morris.
- ↑ СРАВНИТЕЛЬНЫЙ АНАЛИЗ РОССИЙСКО-МОНГОЛЬСКО- КИТАЙСКОГО СОТРУДНИЧЕСТВА В НАЧАЛЕ ХХI ВЕКЕ . Дата обращения: 9 июль 2014.
- ↑ http://review-planet.ru/2012/07/ulan-bator-stolica-mongolii/ . Дата обращения: 14 июнь 2014. 2015 йыл 26 сентябрь архивланған.
- ↑ Недовольные итогами выборов монголы захватили и подожгли штаб правящей партии: много раненых.
- ↑ Монгольская оппозиция попыталась разыграть «оранжевый сценарий»
- ↑ Mongolia’s first ski resort opens today, Ski Rebel (25 ноябрь 2009). 2012 йыл 19 февраль архивланған.
- ↑ Construction Begins on New Airport . Mongol Messenger. Дата обращения: 22 апрель 2012. 2014 йыл 1 февраль архивланған.
- ↑ New Airport Started . Infomongolia.com. Дата обращения: 22 апрель 2012. 2013 йыл 14 май архивланған.
- ↑ Ulaanbaatar airport
- ↑ 100 амьтан, 1000 иргэн эсэргүүцлийн жагсаал хийнэ (монг.). Дата обращения: 26 июнь 2014. 2014 йыл 14 июль архивланған.
- ↑ 100 амьтан, 1000 иргэн оролцсон эсэргүүцлийн жагсаал хийнэ гэв. Огноо: 2013-04-23 14:14:16 (монг.). Дата обращения: 26 июнь 2014. 2013 йыл 9 декабрь архивланған.
- ↑ Газрын асуудлыг шийдэхгүй бол 100 амьтан жагсаана гэв (монг.). Дата обращения: 26 июнь 2014.(недоступная ссылка)
- ↑ “Амьтны хүрээлэн үйл ажиллагаа явуулах хууль ёсны эрхгүй” гэв (монг.). Дата обращения: 26 июнь 2014. 2015 йыл 2 апрель архивланған.
- ↑ Амьтны хүрээлэнг хууль ёсны эрхгүй гэв (монг.). Дата обращения: 26 июнь 2014. 2014 йыл 14 июнь архивланған.
- ↑ Л.Сайнбат: Монголд үүнээс өөр амьтны хүрээлэн байхгүй (монг.). Дата обращения: 26 июнь 2014.
- ↑ Ulaanbaatar Mini ZOO . Worldwide Zoo Database. Дата обращения: 14 июнь 2014.
- ↑ Ulaanbaatar metro project approved (ингл.). Дата обращения: 26 июнь 2014. 2013 йыл 31 март архивланған.
- ↑ Ulaanbaatar - Metro tusliin taniltsuulga (монг.). YouTube. Дата обращения: 26 июнь 2014.
- ↑ МЭР : К 2020 ГОДУ ИСЧЕЗНУТ МАРШРУТКИ И ПОЯВИТСЯ МЕТРО 2015 йыл 22 июль архивланған.
- ↑ Ulaanbaatar to have a subway in 2020 2013 йыл 19 октябрь архивланған.
- ↑ ТУУЛ, СЭЛБЭ ГОЛЫН ДАЛАНГ ДАГУУЛАН ХУРДНЫ ЗАМ БАРИХ БАРИЛГЫН АЖИЛ (монг.). Дата обращения: 15 июнь 2014. 2014 йыл 15 март архивланған.
- ↑ HUNNU 2222 residence . Дата обращения: 25 август 2014.
- ↑ Хүннү 2222 хорооллын онцлог . Дата обращения: 25 август 2014. 2014 йыл 25 июнь архивланған.
- ↑ ФОТО: Нийслэлчүүдийг тээвэрлэх “Railbus” ирлээ . Дата обращения: 25 август 2014.
- ↑ «RAILBUS»-ААР ЗОРЧСОН ТЭМДЭГЛЭЛ 2015 йыл 24 сентябрь архивланған.
- ↑ Инициативные улан-удэнцы предлагают варианты избавления от пробок . Дата обращения: 29 июль 2014. 2015 йыл 22 июль архивланған.
- ↑ В Улан-Баторе запущен наземный метрополитен . ИА "АРД". Дата обращения: 1 июль 2014.
- ↑ Какие события произошли в мире 6 июня? Дата обращения: 7 июль 2014.
- ↑ Информация о подвижном составе . Дата обращения: 7 июль 2014.
- ↑ Видео-репортаж о первом рейсе рельсового автобуса РА2-001 с вокзала Улан-Батор на станцию Толгойт.