Нәбиуллин Рәфил Рауил улы

Нәбиуллин Рәфил Рауил улы (23 ғинуар 1952 йыл — 18 сентябрь 2002 йыл) — актёр, педагог. 1973—2002 йылдарҙа хәҙерге Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры, бер үк ваҡытта 1989 йылдан хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (2000), Башҡорт АССР-ының халыҡ (1989) артисы.

Рәфил Нәбиуллин
Рафиль Набиуллин.jpg
Исеме:

Нәбиуллин Рәфил Рауил улы

Тыуған ваҡыты:

23 ғинуар 1952({{padleft:1952|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:23|2|0}})

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ының Илеш районы Иҫке Хажи ауылы

Вафат ваҡыты:

18 сентябрь 2002({{padleft:2002|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:18|2|0}}) (50 йәш)

Вафат урыны:

Өфө

Һөнәре:

театр артисы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Рәсәй

Театр:

Башҡорт дәүләт академия драма театры

Наградалары:
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы
Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы

БиографияһыҮҙгәртергә

Рәфил Рауил улы Нәбиуллин 1952 йылдың 23 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Илеш районының Иҫке Хажи ауылында тыуған[1].

Бер аҙҙан уларҙың ғаиләһе Өфөгә күсеп килә.

Сәхнә менән бала сағынан уҡ ҡыҙыҡһына: 19-сы мәктәптә уҡығанда, Пионерҙар йортонда Валентина Тараканова етәкселегендәге балалар драма түңәрәгенә йөрөй башлай. Урта мәктәпте тамамлағас, Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр факультетына килә. Унан һуң Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә.

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрына эшкә килгәс (1973 йыл), тәүге көндәрҙән үк үҙен талантлы, талапсан актёр итеп күрһәтә. Репертуарында драма комедия менән үрелеп бара: "Медея"ла (Еврипид) — Ясон, «Ҡыҙ урлау»ҙа (М. Кәрим) — Шәрәй, «Аҫылйәр»ҙә (М. Фәйзи) — Ғәбдрәшит, "Йәрем минең, Алиһәм"дә (Р. Байбулатов) — Адам Федорович, «Әкәмәтле һөйөү»ҙә (Лопе де Вега) — Рикардо, «Аты барҙың — дәрте бар»ҙа (Н. Ғәйетбай) — Ҡотлобай, "Әйҙәгеҙ, танышайыҡ"та (Г. Әхмәтҡужина) — Самат һәм башҡалар.

Рәфил Нәбиуллин 2002 йылдың 18 сентябрендә Өфө ҡалаһында вафат булды.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәреҮҙгәртергә

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

  1. Нәбиуллин Рәфил Рауил улы — Башҡорт энциклопедияһы (Тикшерелеү көнө: 20 ғинуар 2022)

ӘҙәбиәтҮҙгәртергә

ҺылтанмаларҮҙгәртергә