Манапова Сәмәрә Ноғоман ҡыҙы

«РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы алдынғыһы», уҡытыусы-методист

Манапова Сәмәрә Ноғоман ҡыҙы (23 ғинуар 1947 йыл) — педагог. 1978—2002 йылдарҙа Бөрйән районы Иҫке Собханғол урта мәктәбе уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1996), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1989), уҡытыусы-методист (1991).

Манапова Сәмәрә Ноғоман ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Рәсәй
 Башҡортостан Республикаhы
Тыуған көнө 23 ғинуар 1947({{padleft:1947|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:23|2|0}}) (77 йәш)
Тыуған урыны Иҫке Собханғол, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө уҡытыусы
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографияһы

үҙгәртергә

Сәмәрә Ноғоман ҡыҙы Манапова 1947 йылдың 23 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылында тыуған.

1965 йылда Иҫке Собханғол урта мәктәбен тамамлай һәм Нәби башланғыс мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып хеҙмәт юлын башлай. 1967 йылда Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының филология факультетына уҡырға инә. 1972 йылда институтты тамамлап, Нәби һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә уҡытыу эшен дауам итә. 1976 йылда Бөрйән районы мәғариф бүлегенә эшкә күсерелә. 1978 йылдан Иҫке Собханғол урта мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй. Үҙенең предметын яҡшы белгән һәм эшен намыҫлы башҡарған Сәмәрә Ноғоман ҡыҙы уҡыусыларында тыуған теленә тәрән һөйөү тәрбиәләй, бик күп район һәм республика кимәлендә олимпиада призерҙары һәм еңеүселәре әҙерләй. Хеҙмәт кенәгәһендәге күп һанлы рәхмәттәр уның уңышлы хеҙмәт емештәре тураһында һөйләй. 2002 йылда хаҡлы ялға сыға.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • «1974 йылда социалистик ярыш еңеүсеһе» билдәһе (БАССР-ҙың мәғариф министерствоһы һәм мәғариф, юғары мәктәп, фәнни учреждение работниктары профсоюзының Башҡортостан өлкә комитетының 1975 йылдың 14 апрелендәге Ҡарары)
  • БАССР Мәғариф министрлығының Маҡтау грамотаһы («Уҡыусыларға белем һәм тәрбиә биреүҙә уңышлы хеҙмәте өсөн», 25 сентябрь 1975 йыл).
  • «РСФСР халыҡ мәғарифы отличнигы» билдәһе (мәғариф системаһында емешле хеҙмәте өсөн, РСФСР Мәғариф министрлығы коллегияһының 58-се ҡарары, 1989 йыл)
  • Уҡытыусы-методист (1991 йылда аттестация һөҙәмтәһе буйынса, БАССР Мәғариф министрлығының 1991 йылдың 16 июлендәге 453-сө ҡарары)
  • Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының Маҡтау грамотаһы (башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса республика фәнни-практик конференцияһын әҙерләүҙә һәм үткәреүҙә әүҙем ҡатнашҡаны өсөн, 26.08.1992).
  • Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы (мәғариф өлкәһендә күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн, Башҡортостан Республикаһы Президенты М. Ғ. Рәхимовтың 1996 йылдың 23 майындағы 49398-се Ҡарары)

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә