Юлдашева Луиза Әбүталип ҡыҙы
Юлдашева Луиза Әбүталип ҡыҙы (23 ғинуар 1958 йыл) — педагог, йәмәғәтсе. 1984—2015 йылдарҙа Бөрйән районы Нәби, 2019—2021 йылдарҙа Иҫке Собханғол мәктәбе уҡытыусыһы. 2017 йылдан Башҡорт Википедияһы ирекмәне. Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы (2021) менән бүләкләнеүсе һәм Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (1997).
Юлдашева Луиза Әбүталип ҡыҙы | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 23 ғинуар 1958 (66 йәш) |
Тыуған урыны | Иҫке Собханғол, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР[1] |
Һөнәр төрө | уҡытыусы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәЛуиза Әбүталип ҡыҙы Юлдашева 1958 йылдың 23 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылында тыуған.
1965—1975 йылдарҙа Иҫке Собханғол урта мәктәбендә белем ала.
1977—1982 йылдарҙа Стәрлетамаҡ педагогия институтының филология факультетында уҡый.
Хеҙмәт юлын 1982—1984 йылдарҙа Федоровка районының Кузьминовка тулы булмаған урта мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып башлай.
1984—2015 йылдарҙа — Нәби мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
2019 йылдың мартынан 2021 йылдың майына тиклем Иҫке Собханғол төп урта мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта.
Уның бик күп уҡыусылары, төрлө кимәлдәге олимпиадаларҙа, иҫтәлекле даталарға арналған конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар, лауреат исемдәре яулай, республика вуздарының филология факультетында юғары һөнәри белем алып сыға[2].
Луиза Әбүталип ҡыҙы «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналы менән хеҙмәттәшлек итә. 2007 йылда был баҫмала уның «Н. В. Гоголдең „Үле йәндәр“ поэмаһын филологик анализлау тәжрибәһе фрагменттары» исемле күләмле мәҡәләһе баҫыла.
Хеҙмәт стажы 37 йыл.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы (2021)[3].
- Башҡортостандың мәғариф отличнигы (Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының 1997 йылдың 5 сентябрендәге № 552-се ҡарары).
- «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)» Башҡарма комитетының Маҡтау грамотаһы (2021).
- «Халыҡ педагогикаһы» темаһы буйынса педагогик укыуҙарҙың район призеры (1994).
- «Йыл укытыусыһы — 2005» район конкурсы призеры.
- «Гайдар, ваҡыт һәм беҙ» район конкурсы призеры һәм «Рус телен һаҡлаусылар» конкурсы еңеүсеһе (2007).
- «Заманса дәрес» Бөтә Рәсәй конкурсының 2-се дәрәжә дипломы (2008).
- «Асыҡ дәрес» педагогик идеялар фестивале дипломанты (2009).
- «1 сентябрь» Педагогтар клубы ағзаһы сертификаты.
- «Уҡытыусы оҫтаханаһы» Бөтә Рәсәй конкурсы дипломанты (2010).
- «Иң яҡшы рус теле уҡытыусыһы» конкурсы еңеүсеһе (2010).
- «Рус теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы — 2012» республика конкурсы дипломанты.
- Район хакимиәтенең Почет грамотаһы (2013).
- Википедияла башҡортса сифатлы мәҡәләләр яҙған өсөн ВМРУ-ның Рәхмәт хаты (2019).
- Википремия — 2020[4].
Ғаиләһе
үҙгәртергәТормош иптәше Әхмәтов Азамат Азат улы Өфө сәнғәт училищеһын тамамлаған. Музыка уҡытыусыһы булып эшләп, хаҡлы ялға сыға. Өлкән улдары (1987) 2-се Өфө педагогия колледжының художество-графика бүлеген тамамлаған. Өфөлә йәшәй. Шәхси эшҡыуар. Ғәиләле, бер ҡыҙҙары бар. Кесе улдары (1989) ауыл хужалығы профессиональ-техник училищеһын тамамлап, вахта менән йөрөп эшләй.
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
үҙгәртергәЮлдашева Луиза Әбүталип ҡыҙы төп хеҙмәт эшмәкәрлеге менән бер рәттән йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша. Мәктәптә эшләгәндә бәлиғ булмаған үҫмерҙәр эше буйынса инспектор була.
2017 йылдан Башҡорт Википедияһы ирекмәне. 2019 йылда дауамында Википедияның башҡортса бүлегендә 1334 мәҡәлә яҙып, Рәсәй википедистарының Википремияһына лайыҡ була.
Әлеге ваҡытта ирекмән Башҡорт Википедияһы һәм Викидәреслектә 3616 мәҡәлә яҙған, дөйөм төҙәтеүҙәре — 37147. Викимилеккә 86 файл тейәгән, Викидатаға 12270 төҙәтеү индергән.
2021 йылдың декабрендә Луиза Әбүталип ҡыҙының «Башҡорт тарихи йылы» сиктәрендә ойошторолған сараларҙа, конкурстарҙа ҡатнашҡаны, интернет киңлегендә башҡорт телендәге сифатлы мәғлүмәт күләмен арттырыу йәһәтенән әүҙем эшмәкәрлеген юғары баһалап, йәмәғәт ойошмаларының халыҡ-ара берлеге «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)» Башҡарма комитеты Маҡтау грамотаһы менән бүләкләй.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәСығанаҡтар
үҙгәртергә- Р. Алтыншина. Тел һаҡсылары. — Таң гәзите, 2007, 2 июнь.
- А. Ғарифуллина. Маҡсатлы эшләй. — Таң гәзите, 2010, 13 ноябрь.