Науруз (Нәүрүз; фарс. яңы көн) — Урта Азияла, Иранда, Афғанстанда һәм башҡа ҡайһы бер илдәрҙә бик борондан килгән Яңы йылды ҡаршылау байрамы. Байрам 21—22 мартҡа — көн менән төн тигеҙләшкән ваҡытҡа тура килә. Науруз — ислам диненә ҡағылмаған йола.

Науруз
Науруз
Сәскә атҡан ағас
Төрө Халыҡ-ара байрам
башҡаса Халыҡ-ара Науруз көнө
шулай уҡ фарс. نوروزNow ruz, пушту نوورځNaw wraz, курд. Newroz, таж. Наврӯз, үзб. Наврўз / Navroʻz, әзерб. Novruz, төркм. Новруз, Nowruz, ҡаҙ. Наурыз, уйғ. Норуз, ҡырғ. Нооруз, татар. Нәүрүз, Näwrüz, төр. Nevruz, ҡырымтат. Navrez, башҡ. Науруз, cыу. Нарăс.
Мәғәнәһе Астрономик календарь буйынса яңы йыл башы
Раҫланған Астрономик календарь буйынса яңы йылға
Башланған ваҡыты Әзербайжан, Албания, Афғанстан, Босния һәм Герцеговина, Грузия[1], Һиндостан, Иран, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Ҡытай (СУАР һәм башҡа райондары), Монголия, Пакистан, Тажикстан, Төркмәнстан, Төркиә, Үзбәкстан, Башҡортостан, Дағстан, Татарстан[2] и др.
үткәрелеү ваҡыты 21 март
тамамлана 23 март
Көнө яҙғы көн-төн тигеҙлеге
Арналған зороастризм

2009 йылдың 30 сентябрендә Науруз ЮНЕСКО тарафынан Кешелек мәҙәни мираҫының репрезентатив исемлегенә индерелеп, 21 март Халыҡ-ара Науруз көнө билдәләнә.

Башҡортостанда ла Науруз билдәләнә. Яңы йылды март айында башлап ебәреүҙең башҡорттар йәшәгән Урта Волга буйында булғанлығы мәғлүм. Ул осорҙа Науруз көндәрендә (ул берәр аҙнаға — 10 көнгә һуҙылған) йорттан-йортҡа инеп «нәүрүҙ әйтеп» йөрөү ғәҙәте булған, быны уҡыусы балалар — шәкерттәр башҡарған. Науруз таҡмағын уҡып, йәки яттан әйтеп, хужаларға бәхет, уңыштар теләп йөрөгәндәр.

Байрам тарихы

үҙгәртергә

Науруз — иран календарының беренсе көнө, яҙ башы, Фарвардин айының Ормазд көнөнә тап килә (фарс. فروردین‎) (яҡынса 21 март), көн менән төндөң тигеҙлеге; үҫеү һәм һәм сәскә атыу миҙгеле асыла.

Иранда байрам итеү ғәҙәттә 13 көнгә һуҙыла, уларҙың 5 көнө Наурузды ҡаршылауға һәм туған-дуҫтарҙы ҡотлауға китә. Туғыҙынсы көн — Шахръяран-Науруз (шаһ Наурузы), ун өсөнсө көн Сездах-бедар (фарс. سیزده به در‎) («Ун өсө өйҙән ситтә») тип билдәле.

Наурузды байрам итеү борондан килә. «Шаһнамә» (фарс. شاهنامه‎) поэмаһында Науруз байрамын ҡаршылауҙан Джамшид Шаһтың (фарс. جمشید‎) батшалыҡ итеү осоро башлана (ошонан заратуштрсылар араһында байрамды «Джамшиди Науруз» тип атау һәм был байрамда Шаһтарҙы тәхеткә ултыртыу йолаһы килә).

«Науруз» һүҙе тәү тапҡыр яңы эраның икенсе быуатында фарсы сығанаҡтарҙа осрай, әммә был байрам Әхеменидтар династияһы ваҡытында уҡ (б.э.т. 648—330 йй.) үткәрелә. Был көндө Фарсы империяһы провинциялары халҡы шахиншаһҡа[7] бүләктәрен алып килә.

Әзербайжанда был көндө «тонгал» тип аталған усаҡ яғып, уның аша ете тапҡыр һикереү йолаһы бар.

2010 йылда Науруз Дангара тажик ҡалаһында, 2011 йылда — Ирандың баш ҡалаһы Тәһранда, 2013 йылда төркмән ҡалаһы Ашхабадта[8] үткәрелә.

Британ ғалимы М. Бойс әйтеүенсә, зороастрҙарҙа был байрам утҡа бағышлана, утты боронғо зороастрҙар тормош сығанағы, тип һанаған һәм табынған. [12].

Хәҙерге ваҡытта был байрамдың зороастрҙар ҡулланған башҡа атрибуттары ла һаҡланған: көпшәгә иген йәки арпа тултырып, өҫтөнә һыу ҡоялар. Аҙаҡ ул үҫкәс, өй түренә ултырталар[14]. Хәҙерге заманда Әзербайжанда, Иранда һәм Урта Азияла шулай уҡ эшләйҙәр[17]. Байрам табынына яңы тормош символы булған йомортҡа һәм тәмлекәстәр ҡуйылған. Бөгөн дә өҫтәл табыны шулай уҡ[17].

Науруз байрамы исламға тиклемге дәүерҙән килә, уның философияһы һәм ғәҙәттәре ислам диненә ҡарамай. Тарихи тамырҙары һәм тәбиғи эстәлеге ислам диненең бер Аллаға табыныу тәғлимәтенә ҡаршы килә.

Байрамға әҙерлек

үҙгәртергә

Ғәҙәт буйынса, Науруз алдынан кешеләр өйҙө, урамды йыйыштырып, бурыстарын түләп бөтөргә тейешле.

Хафт син (фарс. هفت سین‎) һәм хафт шин исемлектәре төҙөлә. Хафт син С хәрефенә (S йәки Sîn (س) фарсы алфавитында) башланған ете өлөштән тора. Хафт шин шулай уҡ ете элементтан тора, һүҙҙәр фарсы алфавитындағы Ш хәрефенән башлана.

Байрам табынына иген, арпа, тары, кукуруз, ноҡот, борсаҡ, яҫмыҡ, дөгө, һ.б. ярманан йәймә әҙерләгәндәр. Иң билдәлеһе булып иген үҫентеләренән сумәләк тора.

Байрам саралары

үҙгәртергә
  • Өфөлә ШОС илдәре йондоҙҙары ҡатнашлығында Науруз байрамы уҙҙы. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2016, 22 март[3].[4].
  • Ригала «Науруз» Балтика халыҡ-ара фестивале 20 милләт вәкилен тупланы. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2016, 4 апрель[5]

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә