Миңлеғолова Нурсилә Харис ҡыҙы

Миңлеғолова Нурсилә Харис ҡыҙы (22 март 1965 йыл) — спортсы. Ҡышҡы полиатлон буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1999).

Миңлеғолова Нурсилә Харис ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Тыуған көнө 22 март 1965({{padleft:1965|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:22|2|0}}) (59 йәш)
Һөнәр төрө спортсы

Биографияһы үҙгәртергә

Нурсилә Харис ҡыҙы Миңлеғолова1965 йылдың 22 мартында Башҡорт АССР-ының Өфө районы Волков ауылында тыуа.

1999 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлай.

1993 - 2003 йылдарҙа ҡышҡы полиатлон буйынса Рәсәй йыйылма командаһына инә. 1984 йылдан алып Башҡортостандың Өфө районы  Алексеевка ауылында физкультура уҡытыусыһы булып эшләй[1].

Ҡаҙаныштары үҙгәртергә

  • Донъя чемпионы (1998, 2000, 2002)
  • Донъя  (1998) һәм Рәсәй кубогын (2001—2003) яулаусы
  • Донъя (1994) һәм Рәсәй чемпионатының (1999—2001, 2003), Донъя (2001) һәм Рәсәй кубогының (1993, 1996, 1999, 2000) көмөш призеры
  • Донъя кубогының (1996, 1999) һәм Рәсәй чемпионатының (1994, 1998) бронза призеры.

Һылтанмалар үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә