Баскаков Николай Александрович
Баскаков Николай Александрович (22 март 1905 йыл — 23 март 1996 йыл) — төрки телдәр белгесе, филология фәндәре докторы (1951), профессор (1969).
Николай Баскаков | |
рус. Николай Александрович Баскаков | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны |
Сольвычегодск, Вологда губернаһы, Рәсәй империяһы |
Вафат көнө | |
Вафат урыны | |
Ил | |
Ғилми даирәһе | |
Эшләгән урыны |
Көнсығыш Комунистик университеты, Милләттәр университеты |
Альма-матер | |
Ғилми дәрәжәһе |
филология фәндәре докторы |
Ғилми исеме |
профессор |
Награда һәм премиялары | |
Биографияһы
үҙгәртергәНиколай Александрович Баскаков 1905 йылдың 22 мартында элекке Вологда губернаһы (хәҙерге Архангельск өлкәһе) Сольвычегодск ҡалаһында тыуған.
1929 йылда Мәскәү университетын тамамлай. Шул уҡ йылда үҙе уҡып сыҡҡан уҡыу йортонда — Мәскәү дәүләт университетында төрки филологияһы кафедраһын ойоштора.
1930—1931 йылдарҙа Н. А. Баскаков төрки телдәрҙе өйрәнеү өсөн Ҡарағалпаҡ Республикаһында командировкала була.
1934 йылдан йәш ғалим РСФСР-ҙың Яңы алфавит буйынса Үҙәк комитетында эшләй. 1937 йылдан — СССР халыҡтары телдәре һәм яҙмаһы институтында хеҙмәт итә.
1950 йылдан — СССР Фәндәр Академияһының Тел ғилеме институтының (Мәскәү) төрки телдәр секторы хеҙмәткәре.
Н. А. Баскаков 1996 йылдың 23 мартында Мәскәүҙә вафат була.
Ғилми эшмкәрлеге
үҙгәртергәМәскәү дәүләт университетында уҡығанда уҡ Николай Александрович Баскаковтың телдәр өйрәнеүгә һәләте ҙур булыуы асыҡлана. Ул төрки телдәрен өйрәнеүҙе үҙ алдына төп маҡсат итеп ҡуя. Тел белеме институтында хеҙмәт иткәндә төрки телдәренең тарихы, диалектологияһы, лексикографияһы буйынса ҙур хеҙмәттәре донъя күрә. Ул шулай уҡ ҡарағалпаҡ, ноғай, алтай телдәренең морфологияһы, синтаксисы буйынса ғилми тикшеренеү эштәре алып бара.
Н. А. Баскаков төрки-рус теле һүҙлектәре төҙөү өҫтөндә күп эшләй.
Ғилми эштәре дөйөм төрки лингвистикаһы проблемаларына, хәҙерге төрки телдәр һәм уларҙың диалекттары үҫеше законлылыҡтарына арналған. Н. А. Баскаков төрки телдәрҙең төрки халыҡтар үҫешенең төп осорҙарына бәйле яңы классификацияһын «Төрки телдәрҙе өйрәнеүгә инеш» («Введение в изучение тюркских языков, 1969»)]; төрки телдәрҙең грамматик төҙөлөшөнөң типологик характеристикаһын эшләй. Төрки телдәр лексикаһын өйрәнеү менән шөғөлләнә, башҡорт, бәшнәк, ҡырғыҙ, ҡыпсаҡ, тыва, хакас этнонимдары тураһында мәғлүмәттәрҙе үҙ эсенә алған тарихи-этимологик хеҙмәттәр серияһын яҙа. Николай Александрович Баскаков 640 ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән 32 китап авторы.
Хеҙмәттәре
үҙгәртергә- Историко-типологическая характеристика структуры тюркских языков. М., 1975.
- Историко-типологическая морфология тюркских языков. М., 1979.
- Историко-типологическая фонология тюкрских языков. М., 1988.
Маҡтаулы исемдәре, наградалары
үҙгәртергә- Төрөкмән ССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1962)
- Ҡаҙаҡ ССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1967)
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1967)
- Ҡарағалпаҡ АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1962)
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- 90 лет Н. А. Баскакову: сб. ст. М., 1997.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Шәйхулов А. Ғ. Баскаков Николай Александрович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Был мәҡәләгә түбәндәгеләр етешмәй. Ошоларҙы төҙәтеп йә өҫтәп, һеҙ уны яҡшырта алаһығыҙ?: |