Рәхмәт (ауыл)
Рәхмәт (рус. Рахметово) — Башҡортостандың Әбйәлил районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 341 кеше[4]. Почта индексы — 453611, ОКАТО коды — 80201813007.
Рәхмәт | |
Рәхмәт | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Байым ауыл советы һәм Әбйәлил районы |
Халыҡ һаны |
285 кеше (1968)[1], 353 кеше (2002)[2], 367 кеше (2009)[2], 341 кеше (2010)[3] |
Почта индексы | 453611 |
Рәхмәт Викимилектә |
Халыҡ һаны
үҙгәртергәХалыҡ иҫәбе | ||
---|---|---|
2002[5] | 2009[5] | 2010[6] |
353 | ↗367 | ↘341 |
- Милли составы
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса — башҡорттар (99 %)[5].
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 341 | 174 | 167 | 51,0 | 49,0 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны
үҙгәртергәУрамдары
үҙгәртергә- Дуҫлыҡ урамы (рус. Дружбы (улица)}})
- Зәки Хәсәнов урамы (рус. Заки Хасанова (улица)}})
- Ҡыҙыл Маяҡ урамы (рус. Красного Маяка (улица)}})
- Тыныслыҡ урамы (рус. Мира (улица)}})
- Йәштәр урамы (рус. Молодежная (улица)}})
- Еңеү урамы (рус. Победы (улица)}})
- Салауат Юлаев урамы (рус. Салавата Юлаева (улица)}})
- Сибай кантон урамы (рус. Сибая Кантона (улица)}})
- Старщина Ғүмәров урамы (рус. Старшины Гумерова (улица)}})
- Мәктәп урамы (рус. Школьная (улица)}})[7]
Тарихы
үҙгәртергәРәхмәт ауылы Һары йылғаһы буйында барлыҡҡа килгән. XVIII быуат аҙағында 104 кеше йәшәгән 12 ихатанан ғына тора. 1812 йылда Ҡобағош (Учалы районы) ауылына 15 ғаилә күсерелә. X ревизияла 240 кеше һәм 41 йорт күрһәтелгән. 1920 йылда 75 йорт хужалығында 368 кеше йәшәгән.
Беренсе күскенсе тураһында ышаныслы мәғлүмәттәр юҡ. Әммә ауылға Тамьян мәхәлләһе старшинаһы Рәхмәтулла Мәҡсүтов нигеҙ һалған тип фаразларға була. Уның составында үҙ ваҡытында күбәләк һәм Ҡарағай-Ҡыпсаҡ ерҙәре булған. 1755 йылда аҫабалар заводчик П. И. Шуваловҡа Әүжән һәм Ағиҙел йылғалары буйлап аҫаба ерҙәрен бирәләр (Ағиҙел башында күбәләктәрҙең аҫаба ерҙәре урынлашҡан була). 1816 йылдағы VII ревизия материалдарына ярашлы, ауылға нигеҙ һалыусының улдары билдәле: 1772 йыл йылғы Ейәнбирҙе, 1786 йылғы марш есаулы Ильяс, 1790 йылда тыуған Исхаҡ. Наполеонға ҡаршы һуғышта 20 йәшлек Әбйәлил Әбелсәләмов һәм 23 йәшлек Аҙнабай Ҡояшев һәләк булалар. 1814 йылдың 19 мартында Парижды алыуҙа ҡатнашыусы Якшымбәт Ибраһимов ике көмөш миҙал менән бүләкләнә.
Кантон менән идара итеүҙең һуңғы этабында 1858—1864 йылдарҙа Рәхмәттә 6-сы башҡорт кантонының штаб-фатиры була. Ошо ваҡытҡа тиклем был функцияны Сермән ауылы башҡарған. 1864 йылдың ғинуарында бында урыҫ-башҡорт мәктәбе асыла, унда башҡорт балаларына рус грамоталылығы — тел һәм уҡыу, яҙыу, арифметика, грамматика уҡытыла. Педагог итеп дворян Ростислав Герасимов тәғәйенләнә. Мосолман хоҡуҡиәтен һәм грамоталылығына указлы мулла өйрәтә.
Рәхмәт — 1858 йылдан Сибай ауылында (Атайсал) тыуған Шаһиәхмәт Утарбай улы Сибаев булған кантон начальнигы резиденцияһы. Был ауылда «Ғүмәров» тигән тарихи йыр барлыҡҡа килгән. Ғәлиәкбәр Ғүмәров — 1864 йылда берләштерелгән Күбәләк-Тиләү улусы старшинаһы. Ул иртә вафат була, халыҡ хәтерендә ғәҙел начальник булып ҡала. Башҡорттарҙың хәрби синыфта булыуы, күп һанлы походтарҙа һәм Рәсәй һуғыштарында ҡатнашыуы, империяның көньяҡ-көнсығыш сиктәрен һаҡлау буйынса һыҙыҡлы хеҙмәте ярым күсмә халыҡтың иҡтисадын ҡаҡшата: 190 кеше йәшәгән 30 йортҡа ни бары 98 ат, 73 һыйыр, 26 һарыҡ тура килә. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, башҡорттар Көрәмәште, Оло йылға, Оло йылға, Арҡыры, Оҙон йылғалары бассейндарына йәйләүгә сығыуҙарын дауам итә.
Малсылыҡ бөлгөнлөккә төшкән, халыҡ игенселек менән шөғөлләнергә мәжбүр булған. 1843 йылда улар 360 бот ужым һәм 3064 бот яҙғы иген сәсә. Халыҡ араһында игенселәр Ғүмәр Көмөшбаев («Ғүмәров» йыры геройының атаһы), Алтынбай Иҫәнғәлин (200 бот яҙғы иген сәскән) айырылып торған[8].
Билдәле шәхестәр
үҙгәртергә- Мәғәфүров Ҡадир Барый улы (6.04.1949), ғалим-биолог, иҡтисадсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (1998), профессор (2007). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2004)[9].
- Хисамитдинова Фирҙәүес Ғилмитдин ҡыҙы (1.01.1950), дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, ғалим-башҡорт теле белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының 1-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты (1994—1999). Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (2016), филология фәндәре докторы (1993), профессор (1994). Рәсәй Федерацияһының (2008) Һәм Башҡортостан Республикаһының (2003) атҡаҙанған фән эшмәкәре. Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры (2014). Ким Әхмәтйәнов исемендәге (2010), Рәми Ғарипов исемендәге (2016) премиялар лауреаты.
Ауыл ваҡытлы матбуғатта
үҙгәртергә- Ксения Калинина. Радий Хәбиров Рәхмәт ауылы мәктәбенә газ үткәрергә күрһәтмә бирҙе. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2018 йыл, 27 октябрь[10].
- Күгатыбыҙ һуғыштан әйләнеп ҡайтты...[11].
Видеояҙмалар
үҙгәртергә- Рәхмәт ауылы фольклор ансамбле Венгрияла Ҡоролтайҙа сығыш яһай Рәхмәт ауылы фольклор ансамбле Венгрияла Ҡоролтайҙа сығыш яһай
- Рәхмәт ауылы мәктәбендә. 17 ғинуар 2020й. Рәхмәт ауылы мәктәбендә. 17 ғинуар 2020й.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Башкирская АССР: административно-территориальное деление на 1 января 1969 года (урыҫ) — Уфа: 1969. — 429 с. — 5000 экз.
- ↑ 2,0 2,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан (урыҫ)
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ 5,0 5,1 5,2 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Улицы
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 42. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Мәғәфүров Ҡадир Барый улы 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 3 апрель 2019)
- ↑ Радий Хабиров распорядился провести газ в школе деревни Рахметово. ИА «Башинформ»,27 октября 2018 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 ғинуар 2019)
- ↑ Күгатыбыҙ һуғыштан әйләнеп ҡайтты...
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Рәхмәт (ауыл) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 26 ғинуар 2019)
- Рахметово на портале «Генеалогия и Архивы» (рус.) (Тикшерелеү көнө: 3 апрель 2019)
- Деревня Рахметово, Республика Башкортостан. Сайт «Командировка.ру» (рус.) (Тикшерелеү көнө: 3 апрель 2019)
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Рәхмәт (ауыл) Викимилектә | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |