Йөҙөм

(Виноград битенән йүнәлтелде)
Йөҙөм
Йөҙөмдөң емештәре һәм япраҡтары
Йөҙөмдөң емештәре һәм япраҡтары
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Үҫемлектәр
Бүлексә: Ябыҡ орлоҡлолар
Класс: Ике өлөшлөләр
Тәртип:
Ғаилә: Йөҙөмдәр
Ырыу: Йөҙөм
Латинса исеме
Vitis L.
Төрҙәре
ITIS 28606
NCBI 3603

Йөҙөм, виноград (лат. Vítis) — үҫемлектәр ырыуы, йөҙөмдәр ғаиләһе, емеше бешеп еткән мәлендә — шәрбәт тәмле еләк.

Ботаник сифаттары үҙгәртергә

Йөҙөмдөң үренделәре үрмә суҡ (лоза), йәки ябай ғына әйткәндә, йөҙөм суғы тип атала.

Йөҙөм орлоғо тәүге йылы шытып сыҡҡас бик оҙон булып үҫмәй. Япраҡ һабағы төбөндәге бөрөнән киләһе йылына оҙон, яҡшы үҫешкән үренделәр сыға, ә артабан үренденең һәр бөрөһөнән нәҙеге үҫә. Улар көҙгә иң түбәнге бөрөгә тиклем һулый, ҡыҫҡа үренделәр генә тороп ҡала.

Ҡыҫҡа үренденең берҙән-бер шул бөрөһөнән артабанғы вегетация осоронда көслө һабаҡ китә, уныһы ла үҙ сиратында ҡыҫҡа үрендегә әүерелә.Оҙон үренделәрендә сәскәләр барлыҡҡа килеп, емеш бирә, ә ҡыҫҡалары ҡыҫыр ҡала. Баҡсала үҫтергәндә ваҡытында ҡырҡып барыу арҡаһында үҫемлек йыл да сәскә ата һәм емеш бирә.

 
Йөҙөм сәскәләре
 
Ҡырағай йөҙөм

Сәскәләре ваҡ, тәлгәшле. Уларҙағы ата һәм инә енесле өлөштәренә ҡарап, төрлө типтарға бүләләр:саф инә, саф ата енесле, ике енесле, функцияһы менән ата енесле, функцияһы менән инә енесле. Һуңғы өс тип иң мөһимдәре һанала. Ике енеслелек баҡсала үҫтерелгән күпселек сорттарға хас.

Емештәре — ярайһы тығыҙ тәлгәшкә тупланған түп-түңәрәк йәки оҙонса еләк. Сортына ҡарап төрлө төҫтә була — һары, йәшкелт, ҡарағусҡыл күк, шәмәхә, ҡара һ.б..

Ботаник синыфланышы үҙгәртергә

Vitis ырыуы 70 төрҙән тора һәм ике ваҡ ырыуға бүленә: Euvitis Planch һәм Muscadinia Planch. Тәүгеһенә 68 төр инә,улар сығышы, үҫкән төбәктәре, шулай уҡ ботаник, морфологик-анатомик үҙенсәлектәре буйынса өс төркөмгә бүленә:

  •  европа-азия төркөмө;
  •  америка төркөмө;
  •  көнсығыш азия төркөмө.

Н. И. Вавилов йөҙөмдөң килеп сығышын һәм сәсеп үҫтерелә башлауын ошолай билдәләгән:

  • Урта Азия, уға Төньяҡ-көнсығыш Һиндостан, Афғанстан, Тажикстан, Үзбәкстан, Көнсығыш Тянь-шань дә ҡушыла;
  • Алғы Азия, уға эске Кесе Азия, Кавказ аръяғы, Иран һәм Төркмәнстандың таулы өлөшө лә инә. Был төбәктәрҙә йөҙөм күп төрлө һәм ҡырағай рәүештә лә үҫә.

Европа-азия төрөнә бер тип инә: Vitis vinifera L., ул бик күп баҡса сорттары биргән, Vitis vinifera subsp. silvestris (урман йөҙөмө ) лә бар.

А. М. Негруль сәсеп үҫтерелгән сорттарҙы үҙенсәлектәренә ҡарап өс экологик-географик төркөмгә бүлә:

  • көнсығыш төркөм Vitis vinifera convar. orientalis Negr.
  • көнбайыш төркөм Vitis vinifera convar. occidentalis Negr.
  • Ҡара диңгеҙ яры төркөмө Vitis vinifera convar. pontica Negr.

Америка төркөмөнә 28 төр инә. Баҡсасылар уларҙың һабаҡтарын үрсенте алыу өсөн файҙалана.Бигерәк тә Vitis rupestris, Vitis riparia һәм Vitis labrusca сорты ҡулай. Һуңғыһы төньяҡ америка сорттары араһында ер еләге еҫе аңҡытып тороуы менән данлы.(XVII быуат урталарынан сәсеп үҫтерелә).

Көнсығыш азия төркөмөнә 39 төр инә, улар әлегә әҙ өйрәнелгән. Иң билдәлеһе — Амур йөҙөмө (Vitis amurensis). Үҙ сиратында Амур йөҙөмө өс экотипҡа бүленә: төньяҡ экотип (Хабаровск ҡалаһы киңлегендә үҫә), көньяҡ экотип (Владивосток киңлегендә үҫә) һәм ҡытай экотибы (Ҡытайҙың көньяҡ райондарында таралған).

Йөҙөм сорттары үҙгәртергә

 
Урта Азияның йөҙөм баҡсалары

Йөҙөм сорты — баҡса йөҙөмөнөң төрлөлөгөн һүрәтләү өсөн ҡулланылған ябай систематик берәмек. Нәҫел буйынса бирелә торған морфологик, биологик һәм хужалыҡта яраҡлылығы буйынса айырмаларын билдәләү өсөн ҡулланыла. Рәсәй һәм БДБ ерҙәрендә 3000-дән артыҡ йөҙөм сорты осрай.

Сығышы, селекция ысулы һәм биологик үҙенсәлектәре буйынса ошондай сорттарға айыралар:

  • популяциялы сорт — былар ғәҙәттә күптәнге, урындағы билдәләрен һаҡлаған һәм шарттарына яраҡлашҡан күп төрлө сорттар;
  • клон-сорт — был ниндәйҙер яҡшы сифатына ярашлы вегетатив ысул менән үрсетелгән тоҡомдар. Баҡсала үҫтерелгән сорттарҙың күбеһе — бына шундай клон ҡатнашмалары.
  • гибрид сорт — төп үҫентенең яҡшы сифаттары буйынса һайлап алынған бер нисә төрҙө аталандырып алынған тоҡомдар.

Еләктәренең үҙенсәлектәре һәм уларҙан алынған продукцияның ҡулланышына ҡарап ошондай сорттарға бүленә:

  • эшкәртелмәй ашала торған сорттар. Уларҙы бешеп еткәс тәбиғи көйө ризыҡҡа ҡулланалар.Ғәҙәттә емештәре лә, тәлгәштәре лә эре, бик тәмле, ҡарамаҡҡа ла матур була;
  • техник сорттар. Уларҙы шарап, һут һ.б. етештереү өсөн файҙаланалар. Төп үҙенсәлектәре — һутты күп бирә (дөйөм ауырлығының 75-85 %). Тәлгәштәре һәм еләктәре ҙур булмай, уңышы юғары була;
  • орлоҡһоҙ сорттар. Уларҙы эшкәртмәй ашар өсөн дә, киптерер өсөн дә үҫтерәләр;
  • универсаль сорттар. Уларҙы эшкәртмәй файҙаланыр өсөн дә, эшкәртер өсөн дә үҫтерәләр. Еләктәре уртаса дәүмәлле, ярайһы һутлы була.

Еләктәренең өлгөрөү тиҙлеге буйынса йөҙөмдө 7 төркөмгә бүләләр: бөрөләр асылғандан алып емеш өлгөргәнсә ваҡыт нигеҙ итеп алына. Был билдәләр буйынса бүленеш ошондай: барыһынан иртә( 105 көнгә тиклем ), бик иртә (105—115 көн), иртә (115—125 көн), уртасаға яҡын (125—130 көн), уртаса (130—135 көн), һуң (135—140 көн) һәм бик һуң (140 көндән ашыу) өлгөрә торған сорттар.

Йөҙөмдәң тәме буйынса бүленеш:

  1. Ҡәҙимге тәм. Шәрбәтлеге һәм әселеге төрлө нисбәттә булған, тәме менән айырылып тормаған емештәр. Был сорт йөҙөмдәр араһында нейтраль тәмле төркөмдәр бар, уларҙы ябай йөҙөм тип йөрөтәләр.
  2. Мөшкәт тәме. Тәмендә лә, еҫендә лә мөшкәт сағылышы бар.
  3. Эт ҡарағаты тәме. Үләнһыу тәм, эт ҡарағаты тәме итә
  4. Изабел тәм. Яңғыҙаяҡ, ананас йәки ҡара ҡарағат һымағыраҡ үҙенсәлекле тәм итә. Был бигерәк тә америка төр йөҙөмдәргә (Vitis labrusca L.), һәм улар менән аталандырылған гибридтарға хас.Иң сағыу сорт — Изабелла (изабел тәм шунан киткән дә инде). Бындай сорттар ғәҙәттә лайлалыраҡ була.

Йөҙөмдө һәр яҡлап — сорты, рәүеше һәм клондары буйынса — таралыуын, төрҙәрен, шулай уҡ урындағы шарттар, кеше йоғонтоһо нигеҙендә үҙгәрештәрен өйрәнә торған фән Ампелография тип атала. Әле донъяла 8000 меңләп сорт бар.

Шараптар өсөн сеймал үҙгәртергә

Йөҙөм емештәрнең тышына (пруин), миллиондарса микроорганизмдар эйәләй, улар араһында йөҙөм шәкәре менән туҡланған сүпрә үңәҙҙәре лә бар. Шул микроорганизмдар йөҙөм тышына аҡһыл «онлораҡ» төҫ биреп тора ла инде. Йөҙөм иҙелгәндә тышындағы сүпрә үңәҙҙәре уны әсетә башлай. Сүпрә үңәҙҙәренең ашҡаҙан ферменттары йөҙөм шәкәрен тарҡатып көс туплай, шуның һөҙөмтәһендә углекислый газ һәм, кислород булмаған осраҡта, спирт барлыҡҡа килә.

Шараптар ер йөҙөндә иң киң таралған техник сорт йөҙөмдәрҙән ҡойола. Сәнәғәт эшкәртеүенә еңел бирелгән, артыҡ әсе булмаған шәрбәт сорттарға өҫтөнлөк бирелә. Иң шәп шараптар Vitis vinifera — Каберне Совиньон, Рислинг, Шардоне, Шираз, Неббиоло һымаҡ европа сорттарынан килеп сыға. Ҡатнаш техник сорттарҙан ҡойолған шараптар сифаттары буйынса уларға яҡын. Төрлө типтағы шараптар үҙҙәренә ярашлы сорттарҙы ҡулланып сығарыла.

Йөҙөм емешенең һәм һутының төп компоненттары үҙгәртергә

 

Йөҙөмдөң сирҙәре һәм ҡоротҡостары үҙгәртергә

Йөҙөм мифологияла, мәҙәниәттә һәм сәнғәттә үҙгәртергә

 
Фламанд рәсемендә йөҙөм Йорис ван Сон (1623—1667))

Боронғо грек мифологияһы буйынса, Оресфей тигән эт ағас киҫәге тыуҙыра ла ергә күмеп ҡуя. Шул киҫәктән, имеш, йөҙөм үҫеп сыҡҡан. Шарап илаһы Дионис.

Геральдикала бик күп ҡалаларҙың гербтарында йөҙөм һүрәте төшөрөлгән: Белгород-Днестровский (1944 йылғаса — Аккермана), Изюм (Йөҙөм), Кизляр (Ҡыҙҙар), Телави, Чугуев һәм башҡа ҡалаларҙың гербтарында ошо емеште күрергә була.. Изюм ҡалаһы 17 быуатта «йөҙөмлө» исем алған һәм «исемле герб»ҡа эйә булған .

Йөҙөм Әрмәнстандың символы булып һанала, риүәйәттәргә ярашлы, Нух пәйғәмбәр Арарат тауына кәмәһе менән килеп туҡтағас, йөҙөм үҫентеһе ултыртҡан да шарап эшләгән. Әрмәнстанда үҫкән йөҙөм бик шәрбәтле һәм юғары сифатлы шараптар, коньяктар сығарырға мөмкинлек бирә

Башҡортостанда йөҙөм үҫтереү үҙгәртергә

Рәсәй ерҙәрендәге йөҙөм үҫтерелгән иң төньяҡ төбәк — Башҡортостан. Кушнаренко районы үҙәгендә уҙған быуаттың тәүге яртыһынан ошо нәзәкәтле емеш үҫтерелә. Ирле-ҡатынлы агроном Стреляевтар булдырған тәүге баҡсаны. 1928 йылда улар йөҙөм баҡсаһына нигеҙ һала. Киҫкен климатлы төбәгебеҙгә яраштырып, Лидия Стреляева бер нисә сорт йөҙөм килтереп сығарған [1].

Энтузиастар башлаған эш һүнеп ҡалмаған ғына түгел, киңәйтелгән дә. Хәҙер инде бер нисә гектарҙа йөҙөм үҫтерелә, ике гектарҙа — иң ҙур уңыш бирә торғандары тупланған. Улар гектарынан 250 центнерлап уңыш бирә.

Кушнаренко районында урынлашҡан селекция үҙәгендәге хеҙмәткәрҙәр әйтеүенсә, бында һәр ҡыуаҡтан 15 килограмға тиклем емеш алырға була. Үҙәктә виноградтың 50-гә яҡын төрө үҫтерелә, шуларҙың бишәүһе — Башҡортостанда сығарылған һәм дәүләт реестрына индерелгән. Был сорттар хәҙер бар илдә үрсетелә [2]. Йөҙөм шулай уҡ республикабыҙҙағы бик күп шәхси баҡсаларҙа ла үҫтерелә .

Тағы ҡарағыҙ үҙгәртергә

Видео үҙгәртергә

  • YouTube сайтында Видео В Кушнаренковском районе состоялся праздник виноградной лозы
  • YouTube сайтында Видео Питомник винограда Башкирии
  • YouTube сайтында Видео Пробуждение винограда в Кушнаренковском питомнике, апрель 2016

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Л.Н. Стреляева тураһында үҙгәртергә

Йөҙөмсөлөк тураһында үҙгәртергә

  • Л.Н. Стреляева. Культура винограда в Башкирии. М., 1966.
  • «Ампелография с основами виноградарства». Негруль А. М., Гордеева Л. Н., Калмыкова Т. И., М.: Высшая школа, 1979.
  • «Ампелография и селекция винограда». Дудник Н. А., Одесса: ОСХИ, 1979.
  • «Ампелография и селекция винограда». Трошин Л. П., Краснодар: РИЦ «Вольные мастера», 1999.
  • «Размножение винограда черенками в большом количестве». Роте Р., СПб: Риккер, 1883.
  • «Руководство по виноградарству». Потебня А. А., Скробишевский В. Я., СПб: Изд. Девриена, 1906.
  • «Опыт виноградарства в Оренбургском уезде». Соколов Д. Н., М.: Тип. Сомовой, 1911.
  • «Дикий херсонский виноград». Пачоский И., Учен. ком. гл. упр. землеустройства и земледелия — СПб: Тип. Маттисена, 1912.
  • «Виноградарство». Мержаниан А. С., М.: Колос, 1967.
  • «Технология возделывания винограда». Кухарский М. С., Михалаке И. Н., Кишинев: Картя Молдовеняскэ, 1985.
  • «Виноградарство». Смирнов К. В., Калмыкова Т. И., Морозова Г. С., М.: Агропромиздат, 1987.
  • «Энциклопедия виноградарства». Кишинев: МСЭ, 1986—1987.
  • «Календарь виноградаря на 1997—1998 г.» Музыченко Б. А., Музыченко Л. Ф., Ростов-на-Дону: ЗАО «Книга», 1997.
  • «Виноградарство». К. В. Смирнов, Л. М. Малтабар, А. К. Раджабов, Н. В. Матузок, М.: Изд-во МСХА, 1998.
  • «Виноградарство США». Уинклер А. Дж., М.: Колос, 1966.
  • «Изучение сортов винограда». М. А. Лазаревский. Изд. Ростовского университета, 1963.

Һылтанмалар үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә