Габриэль Гарсиа Маркес

Габриэль Хосе де ла Конкордиа «Габо» Гарсиа Маркес (исп. Gabriel José de la Concordia "Gabo" García Márquez, әйтелеше: [ɡaˈβɾjel ɡarˈsia ˈmarkes], 6 март 1928 йыл[1], Аракатака, Колумбия — 17 апрель 2014 йыл, Мехико, Мексика[2]) — Колумбияның билдәле яҙыусы-прозаигы, журналист, шәрехсе һәм сәйәси эшмәкәр, 1982 йылда әҙәбиәт буйынса Нобель премияһы лауреаты. «Магия реализмы» әҙәби йүнәлешендә яҙа.

Габриэль Гарсиа Маркес
Gabriel García Márquez
Тыуған көнө:

6 март 1927({{padleft:1927|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:6|2|0}})

Тыуған урыны:

Аракатака, Магдалена, Колумбия

Вафат булған көнө:

17 апрель 2014({{padleft:2014|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:17|2|0}}) (87 йәш)

Вафат булған урыны:

Мехико, Мексика

Эшмәкәрлеге:

яҙыусы-прозаик, журналист, шәрехсе, сәйәси эшмәкәр

Йүнәлеше:

магик реализм

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

испан

Премиялары:

Нобель премияһы — 1982 Әҙәбиәт буйынса Нобель премияһы, 1982

Наградалары:

Почёт ордены Ацтек бөркөттөң ордены кавалеры

Ҡултамғаһы:

Ҡултамғаһы

Әҫәрҙәре Lib.ru сайтында

Биография

үҙгәртергә

Габриэль Гарсиа Маркес 1927 йылдың 6 мартында Колумбияла, Магдалена департаментындағы Аракатака ҡалаһында тыуған. Бала сағында әсәһе яғынан олатаһы менән өләсәһендә тәрбиә ала. Тап улар йоғонтоһонда буласаҡ яҙыусы ижадының төп элементы булған тылсым һәм магик ышаныуҙарға, ауыҙ-тел халыҡ ижадына бәйле тәрбиә бирелә.

1940 йылда, 12 йәшендә Габриэль стипендия ала һәм Боготанан 30 саҡрым йыраклыҡта урынлашҡан Сипакира ҡалаһының иезуит колледжында уҡый башлай. 1946 йылда, ата-әсәһенең баҫымы аҫтында Богота Милли университетының юридик факультетына уҡырға инә. Шул ваҡытта ул буласаҡ кәләше Мерседес Барча Пардо менән дә таныша.

1950 йылда уҡыуын ваҡытынан алда туҡтатып, тормошон журналистикаға һәм әҙәбиәткә бағышларға ҡарар итә. Уға бигерәк тә Эрнест Хемингуэй, Уильям Фолкнер, Джеймс Джойс һәм Вирджиния Вульф, Франц Кафка кеүек әҙиптәр йоғонто яһай.

1954 йылдан һуң Маркес «Эль Эспектадор» газетаһында ҡыҫҡа мәҡәләләр һәм фильмдарға рецензиялар яҙып, хеҙмәт итә. Хәбәрсе вазифаһында уны Италия, Польша, Франция, Венесуэла һәм АҠШҡа ебәрәләр. 1957 йылда 30 йәшлек Гарсиа Маркес Мәскәү йәштәр һәм студенттар фестивалендә корреспондент була. Уның был турала иҫтәлектәре «СССР: кока-колаға рекламаһыҙ 22 400 000 квадрат саҡрым!» тигән эссела бирелгән. 1959 йылда Нью-Йоркта Маркестың улы тыуа.

Параллель рәүештә Гарсиа Маркес хикәйәләр һәм киносценарийҙар иҗад итеп, яҙыусылык менән дә шөғөлләнә. 1961 йылда уның «Полковникка бер кем дә яҙмай» (El coronel no tiene quien le escriba) повесы, 1966 йылда «Хәйерһеҙ сәғәт» (La mala hora) романы сыға. Ә бөтөн донъяға билдәле булыуҙы уға «Йөҙ йыл яңғыҙлыҡ» романы килтерә. (1967).

1989 йылда табибтар яҙыусының үпкәһендә яман шеш табал. 1992 йылда операция яһағас, һауыға. Тик сәләмәтлеге менән ҡыйын хәлдәр дауам итә. 1999 йылғы медицина тикшереүенән һуң унда яман шештең башҡа формаһы — лимфома табыла. Шуннан һуң яҙыусыға АҠШ һәм Мексикала ике ҡатмарлы операция яһатырға һәм оҙаҡ дауаланыу курсы үтергә тура килә.

2002 йылда Гарсиа Маркес биографик трилогияһының беренсе китабын — «Тормош тураһында һөйләр өсөн йәшәү» нәшер итә. «Магик реализм» жанрында яҙылған әҫәр донъя бестселлерына әйләнә.

2006 йылдың 26 ғинуарында Маркес Фрей Бетто, Эдуардо Галеано, Пабло Миланес, Эрнесто Сабато һәм башҡалар менән бергә Пуэрто-Рикоға үҙаллылыҡ биреүҙе талап итеп сығыш яһай.

2009 йылда Мексика хөкүмәте властар Габриэль Гарсиа Маркесты 1967—1985 йылдарҙа коммунистик режимдар һәм лидерҙар менән бәйләнештә булғаны өсөн эҙәрлекләй (Луиса Эчеверрии һәм Хосе Лопеса Портильо президент булған осорҙа)[3][4].

2010 йылдың көҙөндә Гарсиа маркестың 1944—2007 йылдарҙағы баҫылмаған сығыштарынан тупланма «Я здесь не для того, чтобы говорить речи» (Yo no vengo a decir un discurso) донъя күрә.[5].

2012 йыл Рәсәйҙә Гарсиа Маркес йылы тип билдәләнә, сөнки уның тыуыуына — 85, «Сто лет одиночества» романы беренсе тапҡыр баҫылғанға — 45, яҙыусы Нобель премияһы менән наградланыуға — 30, «Жить, чтобы рассказывать о жизни» тип аталған иҫтәлектәр китабы сығыуға 10 йыл тула.

  • Гарсиа Маркес «Рәсәй һәм Латин Америкаһы халыҡтары араһында дуҫлыҡты нығытыуға индергән өлөшө өсөн»Почёт ордены менән бүләкләнә.
  • Бөтә Рәсәй сит ил әҙәбиәте китапханаһында уның китаптары һәм фото күргәҙмә асыла.
  • Сервантес институтында хәҙерге Рәсәй рәссамдары күргәҙмәһе үтә[6].
  • Был показан цикл экранизаций произведений Гарсиа Маркеса.
  • Московский метрополитен также участвовал в торжествах с программой «Поэзия в метро». Начиная с 25 апреля 2012 года семь вагонов Московского Метро перевозили пассажиров метро, знакомя их с иллюстрациями и фрагментами романов и юношеских стихов колумбийского писателя. Переводы стихов были выполнены литератором Григорием Аросевым специально для проекта.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә