Ғәйфуллин Абдрахман Зәйнулла улы

(Абдрахман Ғәйфуллин битенән йүнәлтелде)

Ғәйфуллин Абдрахман Зәйнулла улы (6 сентябрь 1908 йыл — 17 апрель 1945 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир, уҡсылар полкының пулемёт ротаһы командиры, гвардия лейтенанты. 1932 йылдан ВКП(б) ағзаһы. Советтар Союзы Геройы (1945, үлгәндән һуң). Салауат районының почётлы гражданы.

Ғәйфуллин Абдрахман Зәйнулла улы
Тыуған ваҡыты

6 сентябрь 1908({{padleft:1908|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:6|2|0}})

Тыуған урыны

Өфө губернаһы Златоуст өйәҙе[1] Яубүләк ауылы

Үлгән ваҡыты

17 апрель 1945({{padleft:1945|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:17|2|0}}) (36 йәш)

Вафат урыны

Германия, Хоэнвутцен янында

Хеҙмәт иткән урыны

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Хеҙмәт итеү йылдары

1930—14932; 1940; 1941—1945

Хәрби звание
Лейтенант
Лейтенант
Гвардия лейтенанты
Хәрби алыш/һуғыш

Бөйөк Ватан һуғышы

Наградалар һәм премиялар
Советтар Союзы Геройы
Ленин ордены 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены — 1945 Ҡыҙыл Йондоҙ ордены  — 1944

Биографияһы

үҙгәртергә

Абдрахман Зәйнулла улы Ғәйфуллин 1908 йылдың 6 сентябрендә Өфө губернаһы Златоуст өйәҙе[1] Яубүләк ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Башҡорт.

1932 йылдан ВКП(б) ағзаһы. Өфө ҡалаһында комвуз тамамлағандан һуң, Салауат районының Арҡауыл Машина-трактор станцияһында (МТС) директорҙың сәйәсәт буйынса урынбаҫары була.

1935 йылда Өфөлә Башҡортостан коммунистик ауыл хужалығы юғры мәктәбен тамамлай. 1930-сы йылдарҙың икенсе яртыһынан БАССР-ҙың Миәкә һәм Малаяҙ райондарында партия эшендә хеҙмәт итә.

Ҡыҙыл Армия сафында 1930 — 1932 йылдарҙа, 1940 йылда һәм 1941 йылдың 5 июленән була. БАССР-ҙың Салауат район хәрби комиссариаты тарафынан саҡыртыла. Команда составын камиллаштырыу курстарын тамамлай.

1941 йылдың июленән фронтта һуғыша. 1-се Белорус фронты 61-се армияһының 12-се гвардия уҡсылар дивизияһының 37-се гвардия уҡсылар полкында пулемёт ротаһы командиры, гвардия лейтенанты А. З. Ғәйфуллин немец илбаҫарҙары менән алышта айырыуса ҡаһарманлыҡ һәм батырлыҡ күрһәтә.

1945 йылдың 17 апреленә ҡараған төндә дошман көслө ут яуҙырғанда, ҡул аҫтында булған нәмәләр ярҙамында ул үҙенең ротаһы менән беренселәрҙән булып Германияның Врицен ҡалаһынан төньяҡтараҡ урынлашҡан Нойглитцен һәм Хоэнвутцен ҡасабалары районыныда Одер йылғаһын аша сыға. Пулеметтарҙан ут асып, А. Ғәйфуллиндың ротаһы дошмандың 6 атакаһын кире ҡаға, бик күп тере көсөн юҡ итә. Һөҙөмтәлә башҡа подразделениелар йылғаны уңышлы сығыуға өлгәшә.

Одер йылғаһы һул яры буйындағы плацдармды киңәйткән ваҡытта ҡул һуғышында һәләк була[2].

Батырлығы

үҙгәртергә

1945 йылдың 17 апрелендә дошман алты тапҡыр контрһөжүм яһап ҡарай. Гитлеровсылар төркөмө А. Ғәйфуллин ротаһы нығынған траншеяға инә. Ҡул һуғышында уға дүрт немец һалдаты һөжүм итә, уларҙың икеһен ул бысаҡ менән сәнсә, ҡалғандарын пистолеттан атып үлтерә. Алыштың иң көсөргәнешле мәлендә гвардия лейтенанты Ғәйфуллин яугирҙарҙы штык контрһөжүменә күтәрә. Уның етәкселегендәге рота дошманды траншеянан бәреп сығара һәм плацдармды киңәйтә. Был алышта А. З. Ғәйфуллин батырҙарса һәләк була. Алыш урынында — Хоэнвутцен ҡасабаһында ерләнә.

1945 йылдың 31 майындағы СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән командованиеның хәрби заданиеһын өлгөлө үтәүе һәм немец-фашист илбаҫарҙары менән алышта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн гвардия лейтенанты Ғәйфуллин Абдрахман Зәйнулла улына үлгәндән һуң Советтар Союзы Геройы исеме бирелә[3][4].

Наградалары

үҙгәртергә
  • «Алтын Йондоҙ» миҙалы (31.05.1945)[5][6]
  • Ленин ордены (31.05.1945)
  • I, II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары (08.03.1945)[7]
  • Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (07.11.1944)[8]
  • Миҙалдар
Файл:ГайфуллинБюст.jpg
Арҡауылда Геройһың бюсы
  • Герой ҡәберенә обелиск ҡуйылған.
  • Салауат районының Арҡауыл ауылында Геройҙың бюсы ҡуйылған һәм бер урамға уның исмеме бирелгән.
  • Салауат районының почетлы гражданы[9].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Салауат районы
  2. Военная история башкир. Энциклопедия. / гл. редактор А.З. Асфандияров — Уфа, «Башкирская энциклопедия», 2013, С. 136-137
  3. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 793756, д. 10, л. 118, 119.)
  4. Указ Президиума Верховного Совета СССР «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686046, д. 170, л. 3.)
  5. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  6. Указ «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  7. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  8. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  9. Гайфуллин Абдрахман Зайнуллович 2016 йыл 4 июнь архивланған.
  • Военная история башкир. Энциклопедия. / гл. редактор А.З. Асфандияров — Уфа, «Башкирская энциклопедия», 2013, С. 136-137
  • Славные сыны Башкирии (очерки о Героях Советского Союза, полных кавалерах ордена Славы). — Уфа: Башкнигоиздат, 1965—1985. — Т. в 5 кн..
  • Земля салаватская, земля батыра. / Автор-составитель Сабирьянова С. Г. — Уфа: АН РБ, Гилем, 2010. — 400 с. (рус.)

Һылтанмалар

үҙгәртергә