Вәлишин Әһлиулла Хисмәт улы
Вәлишин Әһлиулла Хисмәт улы (Александр Харитонович Васильев; 17 апрель 1923 йыл — 5 май 1961 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. Танк бригадаһының разведчиктар отделениеһы командиры, гвардия старшинаһы. Дан орденының тулы кавалеры.
Әһлиулла Хисмәт улы Вәлишин | |||||||
Александр Харитонович Васильев | |||||||
Тыуған ваҡыты | |||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|
Тыуған урыны |
Мәтәүбаш ауылы, Бәләбәй кантоны, Башҡорт АССР-ы | ||||||
Үлгән ваҡыты | |||||||
Вафат урыны |
Мәтәүбаш ауылы, Бәләбәй районы, Башҡорт АССР-ы | ||||||
Хеҙмәт иткән урыны | |||||||
Ғәскәр төрө |
пехота | ||||||
Хеҙмәт итеү йылдары |
1943—1945 | ||||||
Хәрби звание | |||||||
Хәрби алыш/һуғыш | |||||||
Наградалар һәм премиялар |
|
Биография
үҙгәртергәӘһлиулла Хисмәт улы Вәлишин 1923 йылдың 17 апрелендә Башҡорт АССР-ы Бәләбәй кантоны Мәтәүбаш ауылында тыуған[1]. Милләте башҡорт[2].
Етем ҡалғандан һуң, 1932—1936 йылдарҙа Бәләбәй балалар йортонда тәрбиәләнә, бында уның исемен Александр Харитонович Васильев тип үҙгәртәләр[3]. 1936 йылда Өфө балалар йортона ебәрәләр. 1938 йылда Свердловск балалар йортона күсерелә, бында фабрика-завод эшенә өйрәтеү мәктәбендә уҡый. Артабан «Уралмаш» заводында слесарь-ҡороусы булып эшләй.
1942 йылдан Ҡыҙыл Армия сафында хеҙмәт итә, 1943 йылдың мартында фронтҡа китә. 1-се Украина фронтында 4-се танк армияһы 10-сы Урал ирекле гвардия танк корпусы 61-се гвардия танк бригадаһы разведчиктар отделениеһы командиры булып хеҙмәт итә[1]. 1944 йылдың 27 июлендә Александр Харитонович Васильев Львов ҡалаһын азат иткәндә алышта 10 фашист һалдатты юҡ итә һәм дошман пехотаһын взводҡа ҡәҙәр таратып ебәрә. Бер нисә дошман контрһөжүмдәрен кире ҡағыуҙа ҡатнаша. 1944 йылдың 22 авгусында 3-сө дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә[4].
1945 йылдың 20 ғинуарында разведка взводы автоматсыһы гвардия рядовойы Васильев захват төркөмө составында Польшаның Равич ҡалаһы тирәһендә дошмандың урынлашҡан еренә үтеп инә һәм улар менән алышҡа инә. Пулемёт нөктәһен баҫа һәм 10-дан ашыу фашист һалдаттарын юҡ итә, йәнә дүртеһен әсирлеккә ала. 1945 йылдың 4 февралендә Польшаның Штейнау ҡалаһындағы урам алыштары барышында дошман тарафынан дотҡа әйләндерелгән бер нисә подвалды танҡыға ҡаршы гранаталар менән шартлата.
1945 йылдың 16—20 мартындағы разведка барышында гвардия кесе сержанты Васильев Германияның Нойштадт ҡалаһы тирәһендә танкылар үтеү өсөн юл таба, уны миналар булыу-булмауына тикшерә һәм бының тураһында 61-се гвардия танк бригадаһы һәм 72-се уҡсылар дивиияһы командованиеларына хәбәр итә. Разведканан ҡайтҡанда фашистарҙың төркөмө менән осраша, 13 дошман һалдатын үлтерә, ә өсәүһен әсирлеккә ала. 1945 йылдың 2 апрелендә 2-се дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә[5].
1945 йылдың 24 апрелендәге разведка барышында Васильев 4 фашист һалдаты менән осраша, уларҙың өсәүһен юҡ итә, ә береһен әсирлеккә ала. 25 апрелдә Потсдам ҡалаһындағы урам алыштары барышында өс дошманды үлтерә, пулемётсыны әсирлеккә ала. 1 майҙа дошман контрһөжүмен кире ҡағыуҙа ҡатнаша
1945 йылдың 27 июнендә 1-се дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә[6].
1945 йылда демобилизациялана, туған яғына ҡайта. Колхозда кладовщик булып эшләй. Гражданлыҡ документтарына үҙенең элекке исемен ҡайтара[3]. Бәләбәй район эшселәр депутаттары Советы башҡарма комитеты финанс бүлегенең һалым агенты булып эшләй[2].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергәХәтер
үҙгәртергәБашҡортостан Республикаһы Бәләбәй районы Мәтәүбаш ауылында Әһлиула Хисмәт улы Вәлишин йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ[1], ҡәберенә һәйкәл ҡуйылған[3].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 Булатов Ғ. Һ., Хөсәйенова Г. Т. Васильев Александр Харитонович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ 2,0 2,1 Валышин Аглиулла Хисматович . Республиканский музей Боевой Славы. Дата обращения: 16 сентябрь 2016.(недоступная ссылка)
- ↑ 3,0 3,1 3,2 А.Х. Валишин . МБОУ ООШ с. Метевбаш. Дата обращения: 16 сентябрь 2016.
- ↑ 4,0 4,1 Наградной лист к ордену Славы III степени «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 690306, д. 1561, л. 154)
- ↑ 5,0 5,1 Наградной лист к ордену Славы II степени «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 690306, д. 1795, л. 353)
- ↑ 6,0 6,1 Наградной лист к ордену Славы I степени «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686046, д. 158, л. 306)
- ↑ Наградной лист к ордену «Красной Звезды» «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 690306, д. 1953, л. 221)
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Добровольцы Урала. — Свердловск, 1972.
- Кавалеры ордена Славы трех степеней: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии Д. С. Сухоруков. — М.: Воениздат, 2000. — 703 с. — ISBN 5-203-01883-9.
- Лобода В. Ф. Солдатская слава. Кн. 1. — М.: Военное издательство, 1963.
- Несокрушимые. — Уфа, 1985.
- Славные сыны Башкирии. Кн. 5. — Уфа, 1985.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Вәлишин Әһлиулла Хисмәт улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 13 апрель 2019)
- Валышин Аглиулла Хисматович . Республиканский музей Боевой Славы. Дата обращения: 16 сентябрь 2016.(недоступная ссылка)
- Йәнғәлин Ә.-Г. Башҡорттар араһында Дан орденының тулы кавалеры булғанмы? // Ватандаш. — 2015. — № 10. — С. 38—43. — ISSN 1683-3554.