Аҙнабаева Лариса Алексеевна
Аҙнабаева Лариса Алексеевна (17 апрель 1941 йыл) — ғалим-тел белгесе, юғары мәктәп ветераны. 1963 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Филология фәндәре докторы (2000), профессор (2002). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2001).
Аҙнабаева Лариса Алексеевна | |
Заты | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлығы |
![]() ![]() |
Тыуған көнө | 17 апрель 1941 (82 йәш) |
Тыуған урыны | Кировоград[d], Кропивницкий, Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР |
Ғилми дәрәжә | фән докторы[d] һәм профессор[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы үҙгәртергә
Лариса Алексеевна Аҙнабаева 1941 йылдың 17 апрелендә Украина ССР-ының Кировоград ҡалаһында тыуған. 1963 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. Ошонда уҡ артабанғы эшен дауам итә.
Фәнни тикшеренеүҙәре инглиз теле, урыҫ теле, француз теле материалында коммуникатив лингвистика, тел һәм телмәр проспекцияһы, антропоцентризм, когнитивизм, коммуникатив прагматика, телмәр тәьҫире теорияһы идеялары юҫығында телдә анимизация һәм метафоризация проблемаларына арналған.
Уның хеҙмәттәрендә шәхес-ара бәйләнештә адресаттың телмәр үҙенсәлеге принциптары айырып күрһәтелгән. 80-дән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.
Хеҙмәттәре үҙгәртергә
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2001)
Иҫкәрмәләр үҙгәртергә
Һылтанмалар үҙгәртергә
- Аҙнабаева Лариса Алексеевна // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 14 апрель 2021)