Ғафуров Марсель Абдрахман улы

(Ғәфүров Марсель Абдрахман улы битенән йүнәлтелде)

Ғәфүров Марсель Абдрахман улы (10 май 1933 йыл — 16 июнь 2013 йыл) — Башҡортостандың рус телендә ижад иткән билдәле яҙыусыһы, журналист һәм тәржемәсе. Башҡорт АССР-ының (1976) һәм РСФСР-ҙың (1982) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Степан Злобин, Мәжит Ғафури һәм Булат Рафиҡов исемендәге әҙәби премиялар лауреаты.

Ғәфүров Марсель Абдрахман улы
Тыуған көнө

10 май 1933({{padleft:1933|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})

Тыуған урыны

БАССР, Күгәрсен районы, Мораҡ ауылы

Вафат булған көнө

16 июнь 2013({{padleft:2013|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:16|2|0}}) (80 йәш)

Вафат булған урыны

Өфө ҡалаһы

Гражданлығы

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Наградалары һәм премиялары
РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре
РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре

Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1976)

Тормош юлы һәм хеҙмәт эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Марсель Абдрахман улы Ғәфүров 1933 йылдың 10 майында Башҡорт АССР-ының (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Күгәрсен районы) Мораҡ ауылында тыуған. 1948 йылда, һигеҙ синыфтан һуң, Мораҡ педагогия училищеһына уҡырға керә һәм был махсус урта уҡыу йортон 1951 йылда тамамлай. Яҡшы билдәләре һәм өлгөлө тәртибе өсөн эшләп тормай уҡыуын артабан вузда дауам итергә хоҡуҡ алғанлыҡтан, ошо йылда уҡ К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтына (1957 йылдан Башҡорт дәүләт университеты) уҡырға инә һәм уның рус теле һәм әҙәбиәте факультетын 1955 йылда отличие менән бөтөрөп сыға. Шул уҡ йылда Совет Армияһына алына һәм автомеханик булып хәрби хеҙмәт үтә. 1958 йылда запасҡа ҡайтарылғандан һуң, республика матбуғатында эш башлай. рус телендә сыҡҡан «Ленинец» йәштәр гәзитендә әҙәби хеҙмәткәр, әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлеге мөдире, яуаплы сәркәтип һәм мөхәррир урынбаҫары, ә 1967 йылдан — баҫманың мөхәррире була. СССР Журналистар союзы ағзаһы. Был яуаплы эште үтәгән осорҙа ВЛКСМ-дың XVI съезында (1970) Башҡортостан комсомол ойошмаһынан делегат булып ҡатнаша. 1972—1983 йылдарҙа «Советская Башкирия» республика гәзитенең мөхәррир урынбаҫары вазифаһын уңышлы башҡара. Аҙаҡтан Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһында яуаплы хеҙмәткәр булып эшләй.

Республика әҙәбиәтен һәм журналистикаһын үҫтереүгә индергән ҙур өлөшө һәм шәхси ижади ҡаҙаныштары өсөн Марсель Ғәфүров Башҡорт АССР-ының (1976) һәм РСФСР-ҙың (1982) «атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булған, уға бер нисә әҙәбиәт премиялары бирелгән.

2013 йылдың 16 июнендә Өфөлә вафат була, ҡаланың «Көньяҡ» зыяратында ерләнгән.

Ижади эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Марсель Ғәфүровтың әҙәби ижадҡа ылығыуы уның Мораҡ педучилищеһында уҡыған осорға тура килә. Педагогия институтында ул шиғыр яҙыу менән әүҙем шөғөлләнә, уларҙың ҡайһы берҙәре уҙған ХХ быуаттың 50—се йылдары башында тәүҙә республика ваҡытлы матбуғатында — «Советская Башкирия» һәм «Ленинец» гәзиттәрендә гәзитендә, «Литературная Башкирия» альманахында, йәш һәм башлап яҙыусыларҙың «Молодые силы» йыйынтығында баҫыла, һуңыраҡ Мәскәүҙә — «Литературная газета» һәм «Комсомольская правда» гәзиттәрендә донъя күрә. Хәрби хеҙмәттә булған йылдарында (1955—1958) йәш шағирҙың ижад емештәре СССР Оборона министрлығы һәм Совет Армияһы һәм Хәрби Диңгеҙ флотының Баш сәйәси идаралығы (русса Главное политическое управление Советской Армии и Военно—Морского флота) органы булған «Красная звезда» гәзите һәм «Советский воин» журналы биттәрендә күп миллионлыҡ уҡыусыға тәҡдим ителә. Өлгөрөп еткән әҙиптең «Ранний снег» исемле беренсе шиғри йыйынтығы 1960 йылда Башҡортостан китап нәшриәте тарафынан нәшер ителә. Артабанғы ижад дәүерендә ул тиҫтәләгән шиғыр китаптары сығара.

Шиғриәт менән бер рәттән Марсель Ғәфүров проза һәм тәржемә өлкәһендә лә әүҙем эшләй. Үҙен башлыса журналистикаға арнап, күп йылдар республика гәзиттәрендә ҙур тырышлыҡ менән хеҙмәт итеү нәтижәһендә ул һәләтле һәм оҫта очерктар яҙыусы булып танылды. Ижадсы очерктарының төп геройҙары — республика халыҡ хужалығының күп төрлө тармаҡтарында фиҙакәр эшләүсе хеҙмәт алдынғылары. Журналист сәнәғәт һәи иҡтисадтағы, ауыл хужалығындағы, фән һәм техника, әҙәбиәт, мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәләрендәге ҡаҙаныштар һәм мөһим ваҡиғалар тураһында үҙ ваҡытында уҡыусыларға матур телле һәм бай йөкмәткеле очерктары аша еткереп барҙы. Уларҙың ҡайһы берҙәре республика әҙиптәренең иң яҡшы публицистик әҫәрҙәре һәм очерктары тупланған «…И никаких легенд» (1964) һәм «Звёзды дневного неба» (1979) тигән йыйынтыҡтарға индерелде. Авторҙың «Бухара—Урал» магистраль газ үткәргесен төҙөү барышы хаҡындағы көнүҙәк репортаждары һәм очерктары, Англия, Бельгия, Люксембург, Югославия, Венгрия һәм башҡа ҡайһы бер сит илдәр тураһындағы юл яҙмаларын уҡыусылар бигерәк тә ҡыҙыҡһынып уҡыны. Марсель Ғәфүровтың ул ваҡыттағы Германия Демократик Республикаһына барып ҡайтыу һөҙөмтәһендә яҙған «Сближение» очерктар йыйынтығы Башҡортостан халҡының заманындағы ГДР-ҙың Галле округы хеҙмәтсәндәре менән интернациональ дуҫлығын һәм күп яҡлы хеҙмәттәшлеген һүрәтләне. 1979 йылда Мәскәүҙә нәшер ителгән был китап тиҙ арала элекке Советтар Союзының төрлө ҡитғаларына таралып бөттө.

Республиканың иң оҫта ҙәм танылған тәржемәселәренең береһе булараҡ Марсель Ғәфүров был өлкәлә лә һиҙелерлек хеҙмәт емештәре ҡалдырҙы.

Китаптары

үҙгәртергә

рус телендә:

  • Ранний снег: стихи. — Уфа, Башкирское книжное издательство, 1960. — 96 с.
  • …И никаких легенд / В соавтор. с Д. Гальпериным: Очерки. — М.: Молодая гвардия, 1969. — 144 с.
  • На улице ясных улыбок: Рассказ для детей. — Уфа, Башкирское книжное издательство, 1969. — 14 с.
  • Сближение: Очерки. — М.,1979. — 122 с.
  • Звезды дневного неба: Очерки. — Уфа, Башкирское книжное издательство, 1979. — 208 с.
  • Времен живая связь: Очерки. — Уфа, Башкирское книжное издательство, 1984. — 152 с.
  • История с детективом и просто история: Этюды о писателях, эссе, рассказы. — Уфа: Китап, 2003. — 192 с.
  • Территория памяти: Боевая фантастика. — Уфа: Китап, 2008.
  • Что было, то было: — Уфа: Китап, 2013.

Маҡтаулы исемдәре һм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә

Әҙип тураһында

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977. — 416 с. (рус.)
  • Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ.Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит.
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)

Һылтанмалар

үҙгәртергә