Чикаев Хәйернас Ильяс улы
Чикаев Хәйернас Ильяс улы (16 июнь 1925 йыл — 27 июль 2012 йыл) — хеҙмәт алдынғыһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1950—1989 йылдарҙа Өфө моторҙар эшләү заводы токары. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1980). СССР-ҙың почётлы мотор эшләүсеһе (1985). Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (2004).
Чикаев Хәйернас Ильяс улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 16 июнь 1925 |
Тыуған урыны | Янағош, Өфө кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 27 июль 2012 (87 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй |
Һөнәр төрө | Машинист (промышленность) |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәХәйернас Ильяс улы Чикаев 1925 йылдың 16 июнендә Янағош ауылында (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Мишкә районы) крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Татар. Мишкә районының Яңы Сафар ауылында йәшәй, ауыл мәктәбендә 7 класты тамамлай.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1938 йылда Мишкә районының «Динамо» колхозында башлай. 1940—1942 йылдарҙа Благовещен ҡалаһында (Башҡорт АССР-ы) фабрика-завод мәктәбендә белем ала, уны тамамлағандан һуң арматура заводында тимерсе булып эшләй.
Һуғыш осоро
үҙгәртергә1943 йылда Ҡыҙыл Армия сафына алына. Аҡтүбә ҡалаһына хәрби училищеға уҡырға йүнәлтелә, әммә уҡыуын тамамлағанын көтөп тормай фронтҡа ебәрәләр. Һуғыш юлын Көньяҡ-Көнбайыш фронтта башлай, 1943 йылдың декабрендә яралана. Госпиталдән һуң 317-се уҡсылар дивизияһында һуғыша, тағы яралана, «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнә. Украина, Румыния, Венгрия, Австрия һәм Чехословакияны азат итеүгә үҙ өлөшөн индерә, Япония менән һуғышта ҡатнаша, артабан Курил утрауҙарындағы хәрби часта хеҙмәт итә. 1950 йылдың июлендә демобилизациялана.
Һуғыштан һуңғы осор
үҙгәртергәТыуған яғына ҡайтҡас, республикабыҙҙың баш ҡалаһы Өфөгә юл тота. 1950 йылдың ноябрендә Өфө моторҙар эшләү заводына шымартыусы булып эшкә урынлаша. Токарь-универсал һөнәрен үҙләштерә, квалификацияһын һәм оҫталығын күтәреп, 6-сы разрядлы токарь булыуға өлгәшә. Йылдың-йылында юғары производство күрһәткестәрен яулай, эшләп сығарыу нормаһын 120—130 процентҡа даими үтәй, Унынсы биш йыллыҡтың (1976—1980 йылдар) производство планын 3,5 йылда үтәп сыға. Ул әҙерләгән изделиелар тәү күрһәтеүҙән үк тапшырыла.
Чикаев заводта эшләүсе йәштәр өсөн иң яҡшы кәңәшсе-тәрбиәсе лә була, йыл һайын 5-6 өйрәнсекте үҙ һөнәре серҙәренә өйрәтә. Әүҙем рационализатор ҙа була. уның тәҡдимдәре аҡса эконлмиялауға, юғары сифатлы продукцияны тотороҡло рәүештә сығарыуға булышлыҡ итә.
СССР Юғары Советы Президиумының 1980 йылдың 6 августағы Указы менән производствола яңы авиация техникаһын үҙләштергәне һәм унынсы биш йыллыҡ заданиеларын ваҡытынан алда үтәгәне өсөн Чикаеву Хәйернас Ильяс улына «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә һәм Ленин ордены менән «Ураҡ һәм сүкеш» миҙалы тапшырыла.
Хәйернас Ильяс улы йәмәғәт эшендә лә әүҙем ҡатнаша. Өс тапҡыр халыҡ депутаттарының район Советына депутат итеп һайлана, 15 йыл буйы Өфө ҡалаһының Калинин район судында халыҡ заседателе, халыҡ контроленең район комитеты ағзаһы була.
1985 йылда пенсияға сыға. 1990 йылдан УМПО асыҡ акционер йәмғиәтенең һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары советында йәмәғәт эшен башҡара, 1993 йылдан — совет рәйесе. 2012 йылдың 27 июлендә вафат була.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Социалистик Хеҙмәт Геройы
- «Ураҡ һәм сүкеш» миҙалы — 06.08.1980
- Ленин ордены — 06.08.1980
- Октябрь Революцияһы ордены — 1975
- 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены — 11.03.1985
- Дуҫлыҡ ордены — 2005
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы.
- «Германияны еңгән өсөн» миҙалы
- «Японияны еңгән өсөн» миҙалы
- «Будапештты алған өсөн» миҙалы
- «Венаны алған өсөн» миҙалы
- Жуков миҙалы
- УМПО-ның Почетлы моторҙар төҙөүсеһе — 1985.
- Өфө ҡалаһының почётлы гражданы — 2004.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Сергей Каргапольцев. Чикаев Хәйернас Ильяс улы . «Герои страны» сайты. Дата обращения: 14 июль 2016.
- ПОЧЕТНЫЕ ГРАЖДАНЕ г. УФЫ. Чикаев Хаернас Ильясович. // gorsovet-ufa.ru. Проверено 4 августа 2012. 2017 йыл 3 октябрь архивланған. 1 октября 2012 года.