Африка
Африка — Урта һәм Ҡыҙыл диңгеҙҙән көньяҡта, Атлантик океандан көнсығышта һәм Һинд океанынан көнсығышта урынлашҡан ҡитға. Шулай уҡ Африка тип материк һәм тирә-яғындағы утрауҙарҙы атайҙар. Майҙаны 30 065 000 кв.км йәки ҡоро ерҙең 20,3 %, утрауҙары менән бергә 30,2 миллион кв. км[2], дөйөм Ер шарының 6% һәм ҡоро ерҙең 20,4% биләй. Африка территорияһында 53 дәүләт, 4 танылмаған дәүләт һәм 5 бойондороҡһоҙлоҡ алмаған территория (утрау) урынлашҡан.
Африка | |
---|---|
Майҙаны | 30,221,532 км2 |
Халҡы | 1,032,532,974[1] (2011, 2-се) |
Тығыҙлығы | 30.51 кеше/км2 |
Этнохороним | африкалы(лар) |
Илдәр | 57 ([[{{{list countries}}}|илдәр исемлеге]]) |
Бәйле территориялар | |
Телдәр | Африка телдәре |
Сәғәт бүлкәттәре | UTC-1 менән UTC+4 араһы |
ҙур ҡалалары | Африкалағы ҡалалар исемлеге |
Африка халҡы 1 миллиард кешегә яҡын. Бында иң боронғо кеше — гоминид ҡалдыҡтары табылған, шуға күрә Африка кешелектең боронғо тыуған иле тип иҫәпләнә. Sahelanthropus tchadensis, Australopithecus africanus, A. afarensis, Homo erectus, H. habilis һәм H. ergaster һымаҡ ата-бабаларын иҫәпкә алғанда, гоминидтар ете миллион йыл элек йәшәгән.
Эфиопияла табылған Homo sapiens ғаиләһе ике йөҙ мең йыл элек йәшәгән, тип билдәләнә.
Ҡитға экваторҙа һәм бер нисә климат зонаһында урынлашҡан, был төньяҡ субтропик климат бүлкәтенән көньяҡ субтропик бүлкәтенә һуҙылған берҙән-бер материк. Даими яуым-төшөм һәм һуғарыу етешмәгәнлектән, климаттың тәбиғи көйләнеүе, яр буйҙарынан башҡа күҙәтелмәй.
Африканың мәҙәни, иҡтисади, сәйәси һәм социаль мәсьәләләрен африканистика фәне өйрәнә.
Атаманың килеп сығышы
үҙгәртергәТәүҙәрәк Карфаген кешеләре ҡаланан ситтә йәшәгән кешеләрҙе «афри» тип атаған булған. Был һүҙ финикия теленә afar, «саң, туҙан» тигәнде аңлатҡан. Римлеләр Карфогенды баҫып алғас профинцияны Африка тип атар булған (лат. Africa)[3]. Һуңғараҡ барлыҡ билдәле булған региондарҙы һәм континентты Африка тип атағандар. Башҡа фараз буйынса «афри» халҡы исеме бербер телендәге ifri һүҙенән килеп сыҡҡан, «мәмерйә» тигәнде аңлата һәм мәмерйәлә йәшәүсе кешеләрҙе күҙ уңында тота. Был урында барлыҡҡа килгән Ифрика мосолман провинцияһы исемендә был лингвистика тамыры һаҡланып ҡалған.
Топонимдың башҡа аңлатмалары ла бар.
- I быуаттағы йәһүд тарихсыһы Иосиф Флавий был атама Авррамдың ейәне Ефер исеменән килеп сыҡҡан тип иҫәпләй, уның вариҫтары Ливияға килеп ултырған.
- aprica тигән латин һүҙе «ҡояшлы» тигәнде аңлата, был турала VI быуатта Исидор Севильский телгә ала.
- Грек телендәге αφρίκη һүҙенән тигән фаразды Лев Африканский тәҡдим итә, «һалҡын түгел» тигәнде аңлата. Ул «һалҡын» һәм «ҡурҡыныс» тигәнде аңлатҡан φρίκη һүҙенә α-ны ҡушып, һалҡын ҡурҡыныс булмаған ил тигән аңлатма бирә.
- 1881 йылда египтолог Джеральд Мэсси мысыр телендәге af-rui-ka һүҙе менән бәйләй, был тыуған ил тигәнде аңлата"[4].
- Палеонтолог И. Ефремов фекеренсә, Африка һүҙе боронғо Та-Кем теленән алынған (боронғо грексә «Афрос» — күбек иле). Континентҡа һәм Урта диңгеҙгә яҡынлашҡанда, бер нисә ағым бергә ҡушылып, күбек барлыҡҡа килә.
Географияһы
үҙгәртергәРельефында тигеҙлектәр өҫтөнлөк итә. Бейек һәм һуҙылып киткән тау теҙмәләре юҡ. Иң бейек нөктәһе − Килиманджаро тауы, уның ҡарлы түбәһе 5895 м бейеклектә ята.
Ҡитға экваторҙа һәм бер нисә климат зонаһында урынлашҡан. Был ҡитға төньяҡ субтрапик климаттан көньяҡ субтрапик климатҡа һуҙылған.
Африка — иң эҫе материк. Уның күп өлөшөндә һауа температураһы +20С-тан юғары. Йыл миҙгелдәре яуған ямғыр күләме менән генә айырыла. Сахара сүллеге Африкала урынлашҡан. Бында һауа +40С-ҡа тиклем йылына.
Материк йылғаларға бай. Нил — Ер йөҙөндәге иң оҙон йылға, уның оҙонлоғо 6671 км.
Иң ситтәге нөктәлере
үҙгәртергә- Төньяҡ — Бланко мороно (Бен-Секка, Рас-Энгела, Эль-Абъяд) 37°20′28″ с. ш. 9°44′48″ в. д.
- Көньяҡ — Игольный мороно (Агульяс) 34°49′43″ ю. ш. 20°00′09″ в. д.
- Көнбайыш — Альмади мороно 14°44′27″ с. ш. 17°31′48″ з. д.
- Көнсығыш — Рас-Хафун мороно 10°27′00″ с. ш. 51°24′00″ в. д.
Сәйәси бүленеше
үҙгәртергәАфрикала 55 ил һәм 5 үҙе бойондороҡһоҙлоғон иғлан иткән һәм танылмаған дәүләт бар. Уларҙың күбеһе бик оҙаҡ Европа дәүләттәренең колониялары булған һәм XX быуаттың 50 — 60-сы йылдарында ғына бойондороҡһоҙ була алғандар. Уға тиклем тик Мысыр (1922 йылдан), Эфиопия (Урта быуаттарҙан), Либерия (1847 йылдан) һәм КАР (1910 йылдан) бойондороҡһоҙ булғандар; КАР һәм Көньяҡ Родезияла (Зимбабве) XX быуаттың 80-90-сы йылдарына тиклем урындағы (ҡара) халыҡҡа ҡарата дискриминациялы апартеид режимы һаҡланған. Хәҙерге ваҡытта был илдәрҙең күбеһендә аҡ халыҡҡа ҡарата дискриминациялы булған режим хаким. Freedom House исемле тикшеренеү ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса һуңғы йылдарҙа күп африка илдәрендә, (мәҫәлән, Нигерияла, Мавританияла, Сенегалда, Конгола (Киншаса) һәм Экваториаль Гвинеяла) демократик режимдан авторитар режимға күсеү күҙәтелә[5].
Ҡитғаның төньяғында Испания (Сеута, Мелилья, Канар утрауҙары) һәм Португалия (Мадейра) территориялары, алыҫтараҡ Азор утрауҙары урынлашҡан.
Илдәр һәм территориялар | Майҙаны (км²) | Халҡы (белдеремәгән урында 2012 йылға ҡарата) |
Халыҡ тығыҙлығы (км²) |
Баш ҡала |
---|---|---|---|---|
Төньяҡ Африка: | ||||
Алжир | 2 381 740 | 35 200 000 | 14.8 | Алжир |
Мысыр | 1 001 450 | 80 898 000 | 74 | Каир |
Ливия | 1 759 540 | 6 365 563 | 3,2 | Триполи |
Марокко | 446 550 | 32 382 000 | 70 | Рабат |
Судан | 1 886 100 | 30 894 000 | 16,4 | Хартум |
Тунис | 163 610 | 10 383 000 | 61,6 | Тунис |
Көньяҡ Судан | 619 745 | 8 260 490 | 13,33 | Джуба |
Төньяҡ Африкалағы Испания һәм Португалия территориялары: | ||||
Канар утрауҙары (Испания) | 7 492, 360 | 2 103 992 | 282,5 | Лас-Пальмас-де-Гран-Канария, Санта-Крус-де-Тенерифе |
Сеута (Испания) | 18,5 | 78 320 | 4 016 | — |
Мадейра (Португалия) | 828 | 247 161 | 308,5 | Фуншал |
Мелилья (Испания) | 12 | 65 500 | 5 311 | — |
Азор утрауҙары (Португалия) | 2 346 | 243 018 | 104 | Понта-Делгада, Ангра-ду-Эроижму , Орта |
Көнбайыш Африка: | ||||
Бенин | 112 620 | 8 935 000 | 79 | Котону, Порто-Ново |
Буркина-Фасо | 274,200 | 15 746 232 | 57,5 | Уагадугу |
Гамбия | 10 380 | 1 700 000 | 156 | Банжул |
Гана | 238 540 | 24 233 431 | 88 | Аккра |
Гвинея | 245 857 | 9 690 222 | 39,4 | Конакри |
Гвинея-Бисау | 36 120 | 1 442 029 | 41 | Бисау |
Кабо-Верде | 4 033 | 542 000 | 102 | Прая |
Кот-д’Ивуар | 322 460 | 21 075 000 | 65 | Ямусукро |
Либерия | 111 370 | 3 489 072 | 29 | Монровия |
Мали | 1 240 000 | 13 218 000 | 11 | Бамако |
Мавритания | 1 030 700 | 3 086 000 | 2,6 | Нуакшот |
Нигер | 1 267 000 | 13 957 000 | 11 | Ниамей |
Нигерия | 923 768 | 152 217 341 | 167 | Абуджа |
Изге Елена, Олғашыу һәм Тристан-да-Кунья утрауҙары (Бөйөк Британияға бәйле территория) |
413 | 7 543 | 18 | Джеймстаун |
Сенегал | 196 722 | 14 100 000 | 51 | Дакар |
Сьерра-Леоне | 71 740 | 5 363 669 | 76 | Фритаун |
Того | 56 785 | 6 300 000 | 108 | Ломе |
Үҙәк Африка: | ||||
Ангола | 1 246 700 | 18 498 000 | 14,8 | Луанда |
Габон | 267 667 | 1 497 525 | 5,4 | Либревиль |
Камерун | 475 440 | 17 795 000 | 34 | Яунде |
Конго ДР | 2 345 410 | 67 758 000 | 28 | Киншаса |
Конго Республикаһы | 342 000 | 3 999 000 | 12 | Браззавиль |
Сан-Томе һәм Принсипи | 1 001 | 163 000 | 169,1 | Сан-Томе |
ҮАР | 622 984 | 3 799 897 | 6,1 | Банги |
Чад | 1 284 000 | 11 100 000 | 11,5 | Нджамена |
Экватор Гвинеяһы | 28 051 | 650 000 | 16,9 | Малабо |
Көнсығыш Африка: | ||||
Бурунди | 27 830 | 8 988 091 | 323 | Бужумбура |
Һинд океанындағы Британия территорияһы (бәйле территория) |
60 | 3 500 | 58,3 | Диего-Гарсия |
Галмудуг (танылмаған дәүләт) |
46 000 | 1 800 000 | 39 | Галькайо |
Джибути | 22 000 | 818 159 | 54 | Джибути |
Замбия | 752 614 | 12 935 000 | 17,2 | Лусака |
Кения | 582 650 | 37 953 838 | 65,1 | Найроби |
Комор Утрауҙары | 2 170 | 752 000 | 404 | Морони |
Маврикий | 2 040 | 1 240 827 | 603 | Порт-Луи |
Мадагаскар | 587 041 | 20 042 552 | 33 | Антананариву |
Майотта (бәйле территория, Францияның диңгеҙ аръяғы регионы) |
374 | 208 783 | 558 | Мамудзу |
Малави | 118 480 | 15 400 000 | 118 | Лилонгве |
Мозамбик | 801 590 | 21 397 000[6] | 25 | Мапуту |
Пунтленд (танылмаған дәүләт) |
116 000 | 3 900 000 | 18 | Гарове |
Реюньон (бәйле территория, Францияның диңгеҙ аръяғы регионы) |
2 517 | 800 000[7] | 308 | Сен-Дени |
Руанда | 26 338 | ~10,186,063 | 343 | Кигали |
Сейшель Утрауҙары | 451 | ~80,699[8] | 178 | Виктория |
Сомали | 637 657 | 9 558 666 | 13 | Могадишо |
Сомалиленд (танылмаған дәүләт) |
137 600 | 3 500 000 | 25 | Харгейса |
Танзания | 945 090 | 37 849 133[9] | 41 | Додома |
Уганда | 236 040 | 30 900 000 | 119 | Кампала |
Эритрея | 117 600 | 4 401 009[8] | 37 | Асмэра |
Эфиопия | 1 104 300 | 75 067 000[9] | 70 | Аддис-Абеба |
Көньяҡ Африка: | ||||
Ботсвана | 600 370 | 1 639 833[9] | 3 | Габороне |
Зимбабве | 390 580 | 13 349 000 | 33 | Хараре |
Лесото | 30 355 | 2 125 262[6] | 62 | Масеру |
Намибия | 825 418 | ~1 820 916[8] | 2,5 | Виндхук |
Эпарсе утрауҙары (бәйле территория, Францияның диңгеҙ аръяғы территорияһы) |
38,6 | 56[10] | 18 | — |
Эсватини | 17 363 | 1 141 000 | 59 | Мбабане |
КАР | 1 219 912 | 43 786 828 | 39 | Блумфонтейн, Кейптаун, Претория[11] |
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ "World Population Prospects: The 2010 Revision" United Nations (Department of Economic and Social Affairs, population division)
- ↑ Африка // Большая Советская Энциклопедия. 3-е изд. / Гл. ред. А. М. Прохоров. — М.: Советская Энциклопедия, 1970. — Т. 2. Ангола — Барзас. — С. 435—451. — Африка
- ↑ Africa African Africanus Africus — Word Roots Medical Etymology
- ↑ Nile Genesis: An Introduction to the Opus of Gerald Massey 2010 йыл 30 ғинуар архивланған., глава III
- ↑ Afrikas Mühen mit der Demokratie und das Versagen des Westens (нем.)
- ↑ 6,0 6,1 2007 ҡарата Өҙөмтә хатаһы:
<ref>
тег дөрөҫ түгел: «pop-2007» исеме бер нисә тапҡыр төрлө йөкмәткегә бирелгән - ↑ декабрь 2007 йыл
- ↑ 8,0 8,1 8,2 2005 йыл
- ↑ 9,0 9,1 9,2 2006 йыл
- ↑ Дауамлы халҡы юҡ, сөнки был территориялар тәбиғи заповедниктар тип иғлан ителгән. 56 кеше — ғилми станция персоналы
- ↑ Кейптаун — закон сығарыу, Претория — административ, Блумфонтейн — мәхкәмә баш ҡалалары.