Вәлитов Октябрь Кәли улы
Вәлитов Октябрь Кәли улы (25 октябрь 1934 йыл) — комсомол, партия, дәүләт һәм юғары мәктәп эшмәкәре, ғалим-философ, публицист. 2001—2016 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының Нефтекама филиалы директоры. Тарих фәндәре кандидаты (1969), философия фәндәре докторы (2000), профессор (2002). 1959 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. Вена халыҡ-ара университетының (Австрия) һәм Башҡорт дәүләт университетының почётлы профессоры; Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2009), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2004), Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1984); «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалеры (2009). Зәйнәб Биишева исемендәге премия лауреаты (2008). Нефтекама ҡалаһының һәм Яңауыл районының почётлы гражданы.
Вәлитов Октябрь Кәли улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 25 октябрь 1934 (89 йәш) |
Тыуған урыны | Күгәрсен ауылы, Күгәрсен районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | ғалим |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт университеты |
Ғилми дәрәжә | философия фәндәре докторы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәОктябрь Кәли улы Вәлитов 1934 йылдың 25 октябрендә БАССР-ҙың Мораҡ районы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Күгәрсен районы Күгәрсен ауылында тыуған.
1962 йылда Башҡорт дәүләт университетын, 1968 йылда Мәскәүҙә КПСС Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы Юғары партия мәктәбен тамамлаған.
1962 йылдан алып ВЛКСМ‑дың Башҡортостан өлкә комитетында, 1968 йылдан — КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетында эшләй, 1980 йылдан — БАССР Министрҙар Советы эргәһендәге Матбуғатта дәүләт серҙәрен һаҡлау идаралығы, 1992 йылдан — Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары иркен һаҡлау буйынса дәүләт инспекцияһы начальнигы. 1996 йылдан башлап БДУ‑ла эшләй: редакция‑нәшриәт үҙәге директоры, бер үк ваҡытта уҡыта, 2001—2016 йылдарҙа — университеттың Нефтекама филиалы директоры.
Зәйнәб Биишева исемендәге премия лауреаты (2008). «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордены менән бүләкләнгән (2009).
Фәнни эшмәкәрлеге
үҙгәртергәВәлитов Октябрь Кәли улының фәнни тикшеренеүҙәре киң мәғлүмәт сараларының хоҡуҡи һәм ижтимағи‑философик мәсьәләләренә арналған. 150‑гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы.
Фәнни хеҙмәттәре
үҙгәртергә- Информация в жизни общества. Өфө, 1996;
- Правовое регулирование свободы средств массовой информации. Өфө, 1999;
- Социально‑философский анализ проблемы свободы средств массовой информации (СМИ) в современных условиях. Өфө, 2009.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2004)
- БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1984)
- Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2009)
- Зәйнәб Биишева исемендәге премия лауреаты (2008)
- «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордены (2009)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Вәлитов Октябрь Кәли улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 15 июнь 2021)
- http://yuldashfm.ru/ba/mp3_id/18705(недоступная ссылка)