Садиҡов Фәһим Бинйәмин улы

философ-ғалим

Садиҡов Фәһим Бинйәмин улы (16 июнь 1928 йыл — 23 июнь 1998 йыл) — ғалим-философ, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Башҡортостан Фәндәр академияһы академигы (1998), философия фәндәре докторы (1973), БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1977).

Садиҡов Фәһим Бинйәмин улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 16 июнь 1928({{padleft:1928|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})[1]
Тыуған урыны Яңы Мөслим ауылы, Мәсәғүт кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР[1]
Вафат булған көнө 23 июнь 1998({{padleft:1998|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:23|2|0}})[1] (70 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Һөнәр төрө ғалим
Эш урыны Башҡорт дәүләт университеты
Уҡыу йорто Урал дәүләт педагогия университеты

Биографияһы

үҙгәртергә

Садиҡов Фәһим Бинйәмин улы[2] 1928 йылдың 16 июнендә Башҡорт АССР-ының Мәсәғүт кантоны Яңы Мөслим ауылында тыуған.

1950 йылда Свердловск дәүләт педагогия институтының тарих факультетын тамамлай.

1953 йылдан СССР Фәндәр академияһының Урал филиалында ғилми хеҙмәткәр, Силәбе политехник институтында, Новосибирск университетында, Ставрополь ауыл хужалығы институтында ижтимағи фәндәр уҡытыусыһы булып эшләй. 1969 йылдан — Башҡорт дәүләт университетында кафедра мөдире.

Садиҡов Фәһим Бинйәмин улы философияның актуаль проблемалары менән шөғөлләнә — социализмдың ҡапма-ҡаршылыҡтарын тикшеренеү, уларҙың капиталистик ҡапма-ҡаршылыҡтарҙан айырмаһы, йәмғиәт үҫешенең объектив һәм субъектив факторҙары проблемаһы. Үҙенең эше нигеҙендә, төҙөлгән социализмды ул тәҡдим иткән төҙөү нигеҙендәге социализмға алмаштырыу кәрәклеге тураһында һығымтаға килгән.

Уҡытыусылыҡ эше менән бер үк ваҡытта ул Рәсәй философия йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе рәйесе, һуңынан, 1981 йылдан алып, Рәсәй философия йәмғиәте рәйесе, Башҡорт дәүләт университетында докторлыҡ һәм кандидатлыҡ диссертацияларын яҡлау буйынса махсуслаштырылған советты етәкләй. Уның уҡыусылары араһында 10 фән докторы һәм 30 фән кандидаты. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы (1998, гуманитар фәндәр бүлеге)

Ғалим 1998 йылдың 23 июнендә Өфө ҡалаһында вафат була[3].

Хеҙмәттәре

үҙгәртергә

Садиҡов Фәһим Бинйәмин улы — 100-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән 4 монография авторы. Шул иҫәптән: Единство народа и противоречия социализма. Ставрополь, 1968.

  • Место экологического подхода в системе критериев разумных потребностей. М.: 1985.
  • Особенность советской цивилизации. Уфа: Гилем, 1998.
  • Ф. Садыков «О соотношении объективного и субъективного в развитии общества» // Научное управление обществом. М., 1976;
  • Ф. Садыков «Место экологического подхода в системе критериев разумных потребностей». М., 1985

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1977)

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 Башкирская энциклопедия (урыҫ)Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с.
  2. САДЫКОВ Фагим Бенияминович. Проверено 16 января 2013. Архивировано 29 января 2013 года.
  3. Башҡортостан энциклопедияһы — САДИҠОВ Фәһим Бинйәмин улы (Тикшерелеү көнө: 15 июнь 2023)

Һылтанмалар

үҙгәртергә