Кулаков Пётр Афанасьевич

Кулаков Петр Афанасьевич (16 июнь 1923 йыл — 24 ғинуар 1994 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир-артиллерист, уҡсылар дивизияһы артиллерия полкының орудие командиры, сержант. Советтар Союзы Геройы (1945).

Кулаков Пётр Афанасьевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 16 июнь 1923({{padleft:1923|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})
Тыуған урыны Покровка, Өфө кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 24 ғинуар 1994({{padleft:1994|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:24|2|0}}) (70 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Ерләнгән урыны Өфө Көньяҡ зыяраты[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө пехота[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ленин ордены Советтар Союзы Геройы I дәрәжә Ватан һуғышы ордены «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) «Сталинградты обороналаған өсөн» миҙалы

Биографияһы

үҙгәртергә

Петр Афанасьевич Кулаков [1] 1923 йылдың 16 июнендә Башҡорт АССР-ының Өфө кантоны[2] Покровка ауылында эшсе ғаиләһендә тыуған.

Урыҫ. 1943 йылдан алып ВКП(б)/КПСС ағзаһы. Урта белемле. Өфө ҡалаһында заводта эшләй.

1941 йылдың март айында Башҡорт АССР-ы Благовещен районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армияға саҡырыла. 1941 йылдың июненән Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша.

Көнбайыш, Сталинград, 3-се Белорус фронттарында һуғыша.

Сержант П. А. Кулаков 1944 йылдың 6 июнендә, Белоруссияның Минск өлкәһе Смолевичский районы Волм ауылы районындағы Белорус операцияһы һуғыштарында батырлыҡ күрһәтә.

Өлкән сержант Кулаков П. А. һуғыштан һуң демобилизациялана (1946)[3]. 1949 йылда Петр Афанасьевич Латвия Коммунистар партияһы Үҙәк комитеты ҡарамағындағы совет партия мәктәбен тамамлай. Совет һәм хужалыҡ эштәрендә була.

Өфөгә ҡайтҡас, КПСС-тың XXII съезы исемендәге Өфө нефть эшкәртеү заводында, газомотор компрессорҙарының өлкән машинисы булып эшләй.

1994 йылдың 24 ғинуарында вафат була. Өфөнөң Көньяҡ зыяратында ерләнгән.

Батырлығы

үҙгәртергә

«3-сө Белорус фронты 31-се армия 174-се уҡсылар дивизияһы 598-се артиллерия полкының орудие командиры сержант Кулаков П. А., 1944 йылдың 6 июлендә, Белорус операцияһы барышында, Белоруссияның Минск өлкәһе Смолевичский районы Волм ауылы районында расчёты менән бергә, дошман контратакаһын кире ҡағып, уның тере көсө һәм хәрби техникаһына ҙур зыян килтерә, һәм өҫтәмә көс килгәнгә тиклем биләгән рубежын һаҡлап ҡала. 1944 йылдың 20 июлендә Белоруссияның Гродненск өлкәһе Гродно ҡалаһы районында, Неман йылғаһының һул ярында, Петр Кулаковтың артиллерия расчеты биш дошман танкының контратакаһын кире ҡаға, уларҙың өсәүһен юҡ итә. Шул уҡ һуғышта сержант Кулаковтың артиллеристары өс дошман орудиеһын һәм йөҙләгән гитлерсыларын юҡ итә».

СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 24 мартындағы указы менән, командованиеның заданиеһын өлгөлө үтәгәне һәм немец-фашист илбаҫарҙары менән һуғышта батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәткәне өсөн, сержант Кулаков Петр Афанасьевичкә Советтар Союзы Геройы исеме бирелә, Ленин ордены һәм «Алтын Йондоҙ» миҙалы тапшырыла (№ 6200).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 16 июня родились… . Комментарии : LiveInternet — Российский Сервис Онлайн-Дневников. Проверено 16 марта 2013.
  2. Хәҙер
  3. Башкирская энциклопедия 2016 йыл 5 апрель архивланған..
  4. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686046/793756, д. 23/26, л. 27/44—46).
  5. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686196, д. 2088, л. 4, 5).
  6. Карточка награждённого к 40-летию Победы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында.
  7. Приказ о награждении «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686044, д. 370, л. 2).
  • Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.

Һылтанмалар

үҙгәртергә