Шашин Валентин Дмитриевич

дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре

Шашин Валентин Дмитриевич (3 июнь (16 июнь) 1916 йыл — 22 март 1977 йыл) — СССР-ҙың хужалыҡ һәм дәүләт эшмәкәре, нефть тармағының күп йыллыҡ етәксеһе.

Шашин Валентин Дмитриевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 3 (16) июнь 1916
Тыуған урыны Баҡы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 22 март 1977({{padleft:1977|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:22|2|0}}) (60 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР
Ерләнгән урыны Новодевичье зыяраты[d]
Һөнәр төрө сәйәсмән, организационное руководство
Биләгән вазифаһы СССР Юғары Советы депутаты[d]
Уҡыу йорто Ишембай нефть колледжы
Рәсәй дәүләт нефть һәм газ университеты
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Ойошма ағзаһы КПСС Үҙәк комитеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
 Шашин Валентин Дмитриевич Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Валентин Дмитриевич Шашин 1916 йылдың 3 (16) июнендә Баҡы ҡалаһында нефтсе Дмитрий Тимофеевич Шашин ғаиләһендә тыуған. 8 йыллыҡ мәктәпте тамамлағандан һуң токарь өйрәнсеге булып эшләй башлай.

1936 йылда Стәрлетамаҡ (Ишембай) нефть техникумын тамамлағас, ике йыл «Ишембайнефть» тресының каротаж партияһында эшләй.

1939 йылда Грозный нефть институтына уҡырға инә һәм беренсе курстан һуң Мәскәү нефть институтына күсә, уны 1943 йылда «Нефть һәм газ ятҡылыҡтарын эшкәртеү буйынса инженер» һөнәре буйынса тамамлай. Мәскәүҙе обороналауҙа ҡатнаша, шуның өсөн миҙалдар менән бүләкләнә. 1945 йылдан алып коммунистар партияһы ағзаһы.

1947—1953 йылдарҙа — «Башнефтеразведка» тресында баш инженер, һуңынан управляющий була. 1953—1956 йылдарҙа — «Татнефть» берекмәһе начальнигының быраулау буйынса урынбаҫары. 1956—1960 йылдарҙа — «Татнефть» берекмәһе начальнигы.

1960—1965 йылдарҙа — РСФСР халыҡ хужалығы Советының нефть һәм газ сәнәғәте баш идаралығы начальнигы.

1965—1970 йылдарҙа — СССР нефть сығарыу сәнәғәте министры.

1970—1977 йылдарҙа — СССР-ҙың нефть сәнәғәте министры.

В. Д. Шашин министр булып эшләгән йылдар СССР-ҙа нефть тармағының йылдам үҫешкән һәм иң ҙур күтәрелеш кисергән осоро була. 1955 йылда СССР-ҙа 93 миллион тонна, 1960 йылда— 148 миллион тонна, 1965 йылда −243 млн тонна нефть сығарыла (биш йыллыҡтарҙа үҫеш — 95 һәм 55 миллион тонна). Был йылдарҙа илдә нефть сығарыу ике тапҡырға арта, нефть сығарыу Башҡортостанда, Татарстанда, Пермь һәм Һамар өлкәләрендә, шулай уҡ мөһим нефть сығарыу төбәге — Көнбайыш Себерҙә ҡыҙыу темптар менән үҫешә. Шашин эшләгән осорҙа диңгеҙ шельфына сығыу технологияларын эшләүгә һәм техника етештереүгә әҙерлек башлана.

КПСС Үҙәк ревизия комиссияһы ағзаһы (1966—1971). КПСС Үҙәк Комитеты ағзаһына кандидат (1971—1976), КПСС Үҙәк Комитеты ағзаһы (1976—1977). Татар АССР-ының 4 саҡырылыш Юғары Советы депутаты (19571977).

Новодевичье зыяратында ерләнгән.

Валентин Дмитриевич өйләнгән, ике балаһы бар. Ҡатыны — Шашина-Ильина Лидия Филипповна, ҡыҙы — Федорова Татьяна Валентиновна, улы — Александр Валентинович Шашин.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Дүрт Ленин ордены (19.03.1959; 23.05.1966; 25.08.1971; 15.06.1976)
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (8.05.1948)
  • «Өлгөлө хеҙмәте өсөн» миҙалы (15.05.1951)
  • «Мәскәүҙе обороналаған өсөн» миҙалы
  • «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында маҡтаулы хеҙмәте өсөн» миҙалы
  • Ленин премияһы лауреаты (1976)
Файл:Lenigorsk Shahin.jpg
Лениногорскта һәйкәл
  • В. Д. Шашин — Ишембай ҡалаһының почётлы гражданы. Яңы булдырылған маҡтаулы исем уға 1972 йылдың 7 июнендә бирелә.
  • Бөгөлмә, Ишембай, Лениногорск ҡалаларында уның исеме менән аталған урам бар.
  • Быраулау судноһы министр исеме менән аталған: «Валентин Шашин».
  • «Татнефть» асыҡ акционерҙар йәмғиәте В. Д. Шашин исемендә.

Хәтирәләр

үҙгәртергә
Файл:Монумент первооткрывателям башкирской нефти.JPG
Башҡорт нефтен асыусыларға монумент (Ишембай)

Валентин Шашин идеяһы буйынса Ишембай ҡалаһында Башҡорт нефтен беренсе асыусыларға монумент (1969, скульпторҙары Т. П. Нечаева, Б. Д. Фузеев, архитекторы Л. В. Хихлуха) ҡуйыла. Һәйкәл башҡорт нефте пионер-ҡалаһы Ишембайҙың һәм Башҡортостандың бөтә нефть сығарыу сәнәғәтенең төп символы булып китә.

 
Нефть вышкаһы

Шашин Валентин шулай уҡ «Икенсе Баҡыға» башланғыс һалған 702-се тарихи скважинаны һаҡлау эшендә инициатива күрһәтә. 1967 йылда вышка консервациялана һәм тарихи вышка «Вышка-өләсәй» мемориаль комплексына әйләнә.

  • Шашин В. Д. Нефтяники — стране. — М.: Недра, 1976.
  • Гайказов М. Н. Валентин Дмитриевич Шашин — блистательный стратег нефтяной промышленности.

Һылтанмалар

үҙгәртергә