16 декабрь
көнө
(16 декабря битенән йүнәлтелде)
16 декабрь — григориан стиле буйынса йылдың 350-се көнө (кәбисә йылында 351-се). Йыл тамамланыуға 15 көн ҡала.
16 декабрь | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
16 декабрь Викимилектә |
← декабрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | ||||||
2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 |
9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 |
16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 |
23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 |
30 | 31 | |||||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Ер: Бөтә донъя һөйләшмәү һәм тынлыҡ көнө.
- Нейрофитнес көнө.
- Уңышһыҙҙар (аутсайдерҙар) көнө (декабрҙең өсөнсө йомаһы).
- Бангладеш: Еңеү көнө.
- Бахрейн: Милли көн.
- Иран: Тикшеренеүҙәр көнө.
- Ҡаҙағстан: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
- Таиланд: Спорт көнө.
- Әзербайжан: МЧС хеҙмәткәрҙәре көнө.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
үҙгәртергә0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Розанов Леонид Николаевич (1910—1984), ғалим-тау инженеры-геолог. 1950—1960 йылдарҙа Өфөләге Нефть сәнәғәте ғилми-тикшеренеү институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре, төбәк геологияһы лабораторияһы етәксеһе, 1956 йылдан — институт директорының фәнни эштәр буйынса урынбаҫары. Геология-минералогия фәндәре докторы (1956), профессор (1959). И. М. Губкин исемендәге премия лауреаты (1960). Сығышы менән хәҙерге Краснодар ҡалаһынан.
- Ғәлиев Фәрит Сөләймән улы (1945—3.11.2008), ғалим-анестезиолог-реаниматолог, йәмәғәтсе. 1989 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1995—2008 йылдарҙа анестезиология һәм реаниматология кафедраһы мөдире. 1992—2008 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Анестезиологтар һәм реаниматологтар ассоциацияһы президенты. Медицина фәндәре докторы (1995), профессор (1996). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Будилов Игорь Николаевич (1955), инженер-механик. 1978 йылдан Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта 1999 йылдан Нефтехимия эшкәртеү институтында лаборатория мөдире, 2001—2005 йылдарҙа бүлек мөдире; 2001 йылдан «Ресурсдиагностика» ғилми-диагностика үҙәге директоры. Техник фәндәр докторы (1998). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Фәйезов Фәйзрахман Вәлетдин улы (1921—18.10.1998), ауыл хужалығы алдынғыһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1938—1941 йылдарҙа Шишмә МТС-ы тракторсыһы, 1946—1954 йылдарҙа тракторсы-комбайнсыһы; 1955—1959 һәм 1967—1981 йылдарҙа Шишмә районы Салауат исемендәге колхоз рәйесе. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1952).
- Дауытова Рәфиҙә Саубан ҡыҙы (1936—11.04.2003), малсылыҡ алдынғыһы. Дүртөйлө районы Ленин исемендәге колхоздың элекке һауынсыһы. 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры (1978). Сығышы менән ошо райондың Ҡаҙы-Йәлдәк ауылынан.
- Мостафина-Ниғмәтуллина Флүрә Миңлейәр ҡыҙы (1941), театр ветераны. 1964—2006 йылдарҙа Салауат башҡорт дәүләт драма театры актёры, бер үк ваҡытта 1989—2001 йылдарҙа Салауат музыка училищеһы һәм колледжы уҡытыусыһы. 1969 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1990), «2002 йылдың иң яҡшы актёры» премияһы лауреаты.
- Чанышева Зөлфирә Зәки ҡыҙы (1946), юғары мәктәп ветераны, ғалим-тел белгесе. 1969 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, кафедра мөдире; 2004–2012 йылдарҙа роман-герман филологияһы факультетының декан урынбаҫары. Филология фәндәре докторы (2007), профессор (2014). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2007). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Козяева Ирина Фёдоровна (1951), педагогик хеҙмәт ветераны. 1974 йылдан Белорет педагогия училищеһы һәм колледжы уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1988 йылдан директор урынбаҫары, 2000–2009 йылдарҙа — директор. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2000). Сығышы менән ошо ҡаланан.
- Ғүмәрова Лилиә Салауат ҡыҙы (1976), дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, ғалим-педагог. 2014 йылдан Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Федерация Советында Башҡортостан Республикаһы дәүләт власының башҡарма органы вәкиле, 2019 йылдан Федерация Советының Мәғариф, фән һәм мәҙәниәт буйынса комитет рәйесе. 2015 йылдан Башҡорттарҙың федераль милли-мәҙәни автономияһы советы рәйесе. Педагогия фәндәре кандидаты.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Батырова Банат Хәйрулла ҡыҙы (1902—19.07.1970), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 1930 йылдан Ҡырмыҫҡалы районының «Иҙел» колхозы сөгөлдөрсөһө, 1935 йылдан — сөгөлдөрсөләр звеноһы башлығы, 1963 йылдан — сөгөлдөрсөләр бригадаһы бригадиры. Башҡорт АССР-ының икенсе—дүртенсе саҡырылыш (1947—1959) Юғары Советы депутаты. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарынан беренсе Социалистик Хеҙмәт Геройы (1948). Сығышы менән ошо райондың Иҫке Муса ауылынан.
- Березин Всеволод Леонидович (1922—3.08.2016), ғалим-инженер-механик. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почётлы академигы (1995), техник фәндәре докторы (1970), профессор (1969). РСФСР-ҙың (1982) һәм Башҡорт АССР-ының (1968) атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре. 1955 йылдан Өфө нефть институты уҡытыусыһы, кафедра мөдире, факультет деканы, уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса проректор, 1964 йылдан — ректор; 1970—2008 йылдарҙа И. М. Губкин исемендәге Рәсәй нефть һәм газ университеты уҡытыусыһы. СССР Министрҙар Советы (1983), Украина ССР-ының дәүләт (1984), И. М. Губкин исемендәге (1971, 1979) премиялар лауреаты. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1980), Ҡыҙыл Йондоҙ (1944, 1947) һәм «Почёт Билдәһе» (1967, 1986) ордендары кавалеры.
- Заһретдинов Роберт Абдрахман улы (1932—1.03.2016), ҡумыҙсы, педагог-музыкант. 1968 йылдан Өфөнөң 2-се педагогия училищеһы (хәҙер колледж), 1993—1995 һәм 1998—2007 йылдарҙа хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы. РСФСР-ҙың (1987) һәм Башҡорт АССР-ының (1981) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, РСФСР-ҙың (1978) һәм Башҡорт АССР-ының (1974) халыҡ мәғарифы отличнигы. Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1993), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2013).
- Астанин Владимир Васильевич (1947), ғалим-инженер-механик. 1973 йылдан Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта 1985 йылдан Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре. Физика-математика фәндәре докторы (1997), профессор (1998). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (2001). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Славгородская Таисия Андреевна (1947), педагог. 1971 йылдан Хәйбулла районы Өфө урта мәктәбенең пионервожатыйы, 1980—2005 йылдарҙа — интернат тәрбиәсеһе. РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1995). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Түбә ауылынан.
- Фәттәхов Мәсғүт Зәйдулла улы (1952), балта оҫтаһы, бетонсы. 1983 йылдан Баймаҡ механизацияланған күсмә колоннаһының балта оҫтаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (2009). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Благовещен районы Төрөшлө ауылынан.
- Абрарова Зинира Фоат ҡыҙы (1972), ғалим-философ, социолог. 2004 йылдан (өҙөклөк менән) Башҡорт дәүләт университетының әйҙәүсе инженеры, 2011 йылдан ҡулланма һәм тармаҡ социологияһы кафедраһының өлкән уҡытыусыһы, философия һәм социология факультеты деканының тәрбиә, фәнни эштәр буйынса урынбаҫары. Философия фәндәре кандидаты (2011), доцент, социология магистры (2012).
- Ғүмәрова Лилиә Салауат ҡыҙы (1972), ғалим-педагог, дәүләт хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 2012—2014 йылдарҙа Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-Министр урынбаҫары, 2014 йылдан Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Федерация Советында Башҡортостан Республикаһы дәүләт власы башҡарма органы вәкиле. Федерация Советының Мәғариф, фән һәм мәҙәниәт буйынса комитет рәйесенең беренсе урынбаҫары, 2019 йылдан — рәйесе. 2015 йылдан Башҡорттарҙың федераль милли-мәҙәни автономияһы Советы рәйесе. Педагогия фәндәре кандидаты. Дуҫлыҡ ордены (2022) кавалеры, 2-се дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» орденының миҙалы (2018) һәм Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (2015).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Брюханов Николай Павлович (1878—1.09.1938), революцион хәрәкәттә ҡатнашыусы, матбуғат, партия һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре. 1917—1918 йылдарҙа эшсе һәм һалдат депутаттарының Өфө советы башҡарма комитеты рәйесе, «Уфимский рабочий» һәм «Уральский рабочий» гәзиттәре мөхәррире. 1918 йылдан дәүләт власының үҙәк органдарында яуаплы вазифалар башҡарыусы. Сәйәси золом ҡорбаны.
- Әхтәм Ихсан (1908—22.09.1992), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан шағир һәм яҙыусы, тәржемәсе. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының «Ҡыҙыл атлылар» гәзитенең мөхәррир урынбаҫары. 1935 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.
тулы исемлек
- Ғосманов Ғүмәр Ғосман улы (1913—20.04.1995), колхозсы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм 3-сө дәрәжә Дан ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дүртөйлө районы Әсән ауылынан.
- Мөхәмәтшина Әминә Хәниф ҡыҙы (1913—1994), педагог. Федоровка районы мәктәптәренең элекке математика уҡытыусыһы. РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы, «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры.
- Ниғмәтуллин Сафый Ниғмәт улы (1913—?), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, 313 кавалерия полкының миномётсылар взводы командиры, лейтенант. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры (1942).
- Уткин Алексей Михайлович (1933), нефтсе-водитель. 1964—1994 йылдарҙа «Арланнефть» һәм «Южарланнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралыҡтары водителе. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры. Сығышы менән Украинаның Винница ҡалаһынан.
- Әхмәҙиев Әмир Муллағәли улы (1948), комсомол, партия һәм муниципаль органдар, ауыл хужалығы һәм банк системаһы хеҙмәткәре, иҡтисадсы-ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Иҡтисад фәндәре докторы (2001). Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш (1990—1995) Юғары Советы һәм Башҡортостан Республикаһының 1-се саҡырылыш (1995—1999) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. ВЛКСМ-дың XXVIII съезы делегаты (1978). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1994) һәм мәғариф отличнигы (2010).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Мельников Николай Иванович (1894—5.09.1979), ғалим-микробиолог, йәмәғәтсе. 1941—1973 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1967 йылға тиклем микробиология кафедраһы мөдире, 1945—1946 йылдарҙа директорҙың уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары; бер үк ваҡытта 1943—1971 йылдарҙа Өфө вакцина һәм сывороткалар ғилми-тикшеренеү институты хеҙмәткәре: 1946 йылға тиклем бүлек мөдире, 1956 йылға тиклем директорҙың фән буйынса урынбаҫары. Медицина фәндәре докторы (1947), профессор (1947).1942—1967 йылдарҙа Микробиологтарҙың, эпидемиологтарҙың һәм инфекционистарҙың Башҡортостан республика йәмғиәте рәйесе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1957), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1955). Ленин ордены кавалеры (1954). Сығышы менән хәҙерге Пермь крайының Чердынь районы Покча ауылынан.
- Төхвәтуллин Шакир Динислам улы (1894—7.12.1937), Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре. 1918—1919 йылдарҙа Башҡортостан автономияһының Дыуан кантоны башҡарма комитеты рәйесе, 1925 йылда Башҡорт АССР-ының ауыл хужалығы халыҡ комиссары.
- Тучкевич Владимир Максимович (1904—25.07.1997), ғалим-физик. 1967—1987 йылдарҙа Ленинград физика техник институты директоры. 1919 йылда Өфө ир-балалар гимназияһын тамамлаусы. Рәсәйҙәге Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. СССР Фәндәр академияһы академигы (1970). РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1966). Ленин (1966), Сталин (1942) премиялары лауреаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1984). Сығышы менән хәҙерге Украинаның Черновцы өлкәһе Кельменцы районы Ивановцы ауылынан.
- Фазлуллин Хәсби Вәли улы (1909—25.06.1995), дирижёр, музыкант, педагог. 1941 йылда һәм 1943—1946 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры, 1946—1973 йылдарҙа — Муса Йәлил исемендәге Татар опера һәм балет театры дирижёры, бер үк ваҡытта Ҡазан консерваторияһы һәм Ҡазан дәүләт мәҙәниәт һәм сәнғәт институты уҡытыусыһы. РСФСР-ҙың (1960) һәм Татар АССР-ының (1950) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Татарстандың (1989) халыҡ артисы һәм Ғабдулла Туҡай исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1973). Сығышы менән Ҡазан ҡалаһынан.
- Клепинин Валерий Николаевич (1944), композитор, педагог. 1980 йылдан СССР Композиторҙар союзы ағзаһы. 1995—2004 йылдарҙа Баймаҡ сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы; 2005 йылдан — Красноярск крайының Назарово төҙөлөш техникумы академик хорының художество етәксеһе һәм дирижёры, 2014 йылдан — Ачинск ҡалаһының 1-се балалар музыка мәктәбе уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2002). Сығышы менән Баймаҡ ҡалаһынан.
- Исхаҡов Өлфәт Янар улы (1959), хужалыҡ эшмәкәре. Көйөргәҙе районы «Искра» кооперативының баш агрономы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2009).
Дөйөм исемлек
үҙгәртергә- 1770: Людвиг ван Бетховен, Германия композиторы.
- 1775: Джейн Остин, Англия яҙыусыһы.
- 1834: Мари Эспри Леон, Франция иҡтисадсыһы.
- 1857: Эдвард Эмерсон Барнард, АҠШ астрологы.
- 1866: Кандинский Василий Васильевич, Рәсәй империяһы рәссамы, абстракционизмға нигеҙ һалыусыларҙың береһе.
- 1872: Деникин Антон Иванович, Рәсәй империяһының хәрби һәм йәмәғәт эшмәкәре.
- 1901: Маргарет Мид, АҠШ антропологы.
- 1901: Николай Ватутин, СССР-ҙың хәрби эшмәкәре, армия генералы, Советтар Союзы Геройы.
- 1915: Георгий Васильевич Свиридов, СССР композиторы.
- 1917: Артур Чарльз Кларк, Англия яҙыусыһы.
- 1928: Филип Киндред Дик, АҠШ-тың фантаст-яҙыусыһы.
- 1932: Родион Щедрин, СССР композиторы.